«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Шиғриәт минуттары



26.09.2014 Шиғриәт минуттары

Шиғриәт минуттарыФәиз Харрасов 1988 йылдың 10 авгусында Әбйәлил районының Мораҡай ауылында донъяға килә. БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журна­лис­тика факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлай. Хеҙмәт юлын Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә башлай. Әлеге көндә «Шоңҡар» журналында өлкән мөхәррир вазифаһын башҡара. 2009 йылда «Китап» нәшриәтендә йәш ижадсының «Төн» исемле хикәйәләр һәм нәҫерҙәр китабы донъя күрҙе. Шулай уҡ 2010 йылда үҙнәшер менән «Утлы йөрәк ауазы» шиғырҙар китабын сығарҙы. 2014 йылда Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана «Аҙым» исемле шиғри электрон китабын баҫтырҙы. Ике мәҡәләһе «Мостай Кәрим» энциклопедияһына ингән.


Теләгем

Бурандарға ҡаршы атлап киләм,
(О)ҙатып бара мине тулған ай.
Күпме йомаҡ сисер кәрәк миңә?
Донъя әле яңы тыуғандай…

Буран шаша: өҫкә ырғый, тарта,
Ләкин артҡа юлдар юҡ инде.
Ҡуйған маҡсаттарға табан барам,
Бары алға, ҡымтып иренде.

Тура юлдан киләм һалмаҡ атлап
(Ай күңелгә хыял нур һипкән).
Тормош әгәр буран була ҡалһа,
Мин яҡтылыҡ булһам икән…

Һин – шиғыр

«Халыҡ шағиры Рәми» китабын уҡып
сыҡҡандан һуң.

Һине күргәнем юҡ, бөйөк шағир,
Һин тик шиғыр минең алдымда.
Ҡайнар ижадың – беҙгә аманат,
Мин үҫтем, үҫәм шул ялҡында.

Беләмен дә кеүек ҡай саҡ һине…
Һинең тормош – февраль бураны.
Һиҫкәнә лә ҡабат төндә илһам,
Һағына һине ай урағы.

Өс тиҫтә йыл инде донъя һинһеҙ,
Тик һин тиңдәш һаман миңә лә.
Юлың әйҙәй башҡа кешеләрҙе,
Һинең юлдан үргә менәләр.

Йыйып алам һинең ижадыңдан
Мәлендә түгелгән хәсрәтте,
Йә дәртеңде, йәшәү ҡомарыңды –
Уҡып төҫмөрләйем киләсәкте.

Бик ашығыс булды китеүҙәрең –
Бөйөктәргә хасмы был яҙмыш?
Һин кисергән инде үҙемә лә
Ниндәйҙер кимәлдә бик таныш.

Мин донъяға ҡабат ғашиҡ булам
Китабыңды ҡулға алғанда!
…Һине күргәнем юҡ, бөйөк
шағир,
Һин тик шиғыр минең алдымда.

Аҙым

Һынауҙар, һорауҙар, юрауҙар…
Йылдар, юлдар, боролоштар…
Тәүге аҙым – сикһеҙ кеүек,
Ә һуңғыһы – бер һулыштай.

Тик мин юлдар һайламайым,
Бары үҙем киләм ярып.
Үрләгәндәй тәүге тауҙы,
Үткән кеүек һуңғы ярҙы…

Йәшәүҙәрем дөрөҫ, тиеп
Әйтергә лә юҡтыр хаҡым.
Баһа ҡуймам тормошома,
Барыһы өсөн ваҡыт хаким.

Шулай ҙа, юлдар асып килеп,
Яуаптарын табам һорауҙың.
Тапанмам, сигенмәм. Тик алға! –
Тормошомда мөһим һәр аҙым.

Ваҡытҡа

Дуҫым да һин минең, дошманым да,
Кәңәшсе лә, ғибрәт биреүсем.
Күпме асыш, күпме табыштар
бар,
Хатта юғалтыуҙар килтереүсем!..

Киләсәк бүләк итәһең,
Үткәндәрҙе тартып алаһың.
Ашыҡҡанда уйнайһың,
Көтмәгәндә тын ҡалаһың.

Ғәйепләргә теләмәйем,
Тик етерлектер үпкәләрем.
Ҡараңғылыҡ онотолор,
Хәтерҙә яҡты мәлдәрең.

Биргән тормош һабағыңдан
Йәшәргә мин өйрәндем.
Алдарыңа баҫып, баш эйәмен,
Рәхмәт әйтәм, Ваҡыт әфәндем!

Ҡаршы ал

Һин, атылған йондоҙ булып, бөгөн
Индең төшөмә.
Ниндәй сәбәптәр этәрҙе һине
Күктән төшөргә?
Һағынаһыңмы?.. Ә мин көтәм
Ҡауышыр көндө.
Яңғыҙ көйө ҡурҡып ҡаршылайым
Бер наҙһыҙ төндө.
Мең-мең йылдар үтеп
Килергә әҙермен,
Бары ҡосағың асып ҡаршы
Алсы һин, ҡәҙерлем!

* * *
Нимә бирҙең һин миңә?
Өндәш, ниңә тын ҡалдың?
Барыһын, тирем түгеп,
Бит үҙем яулап алдым.
Була ҡалһа, талпандай
Йәбешергә әҙерһең.
Тик көсөм артҡан һайын,
Кәмей бара ҡәҙерең.
Ҡалай ситтәр алдында
Бейеп кенә тораһың.
Ә үҙеңдеке өсөн
Тағы мәкер ҡораһың.
Нисек, нимә өсөн һине
Яратырға мөмкин һуң?
Бәлки, күҙеңде асырһың?
Ләкин тағы булыр һуң…
Эй, илем, илем…

Тыныслыҡта…

Бер остан икенсе осҡа…
Ваҡыт һыҙа арауыҡ.
Ә тормош һыя тик усҡа –
Күҙҙе ҡыҫып ҡарарлыҡ.
Барып еткем килә минең
Яҙмышым ҡуйған сиккә.
Маңлайға һырҙар тултырып,
Салдар һалып сикәгә.
Ике осто ялғағанда
Ҡыуанһын ине ҡояш:
«Килсе, алайым ҡуйынға,
Тыныслыҡта һин хушлаш…»

* * *
Һағындыңмы?..
Был ҡараңғы төн
Мәңге үтмәҫ һымаҡ.
Ваҡыт ағалыр ҙа, тик юлдар
Һаман алыҫыраҡ
Алып китә көткән бәхетте,
Һанламай теләкте…
Бары һағыш ҡала яныңда,
Биләп бар йөрәкте.
Ә һин булсы сабыр. Һыҙылып
Ал таңдар атҡанда,
Ауыр керпектәр ябылып, һин
Йоҡоға талғанда,
Алыҫтан һағышыңды тойоп,
Кирегә борормон
Бар юлдарҙы. Төшөңдө бүлеп,
Ишегең шаҡырмын…







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға