«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Ижад талпынышы



12.09.2014 Ижад талпынышы

18 сентябрҙә киске сәғәт 7-лә Башҡорт дәүләт филармонияһында Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, яҙыусы Ринат Камалдың ижад кисәһе үтә. Ошо айҡанлы әҙиптең ҡәләмдәштәренә һүҙ бирәбеҙ.

Ижад талпынышыҠәҙим Аралбай, Башҡор­тостандың халыҡ шағиры:
– Яҙыусы булараҡ Ринат Камалды 90-сы йылдарҙа “Бәлә”, “Таня-Таңһылыу”, “Ике ғүмер” повестары аша белдек. Ошо повестар әҙәбиәтебеҙгә өмөтлө яҙыусы килеүен хәбәр итте. Был әҫәрҙәрҙә патриотизм, тыуған ергә тоғролоҡ ярылып ята, кешеләрҙең бер-береһенә мөнәсәбәте һү­рәтләнә, геройҙар, тормош реализм рухында тасуирлана. Ринат Камал әҙәбиәткә ныҡлап тотондо, Башҡор­тостан Яҙыусылар союзында эшләп алыуы ла файҙаға булғандыр, сөнки халыҡ менән осрашыу үткәргәндә улар­ҙы ниндәй һорауҙар борсоуын, уҡыусыларҙың әҙәбиәткә ниндәй талаптар ҡуйыуын белде, уларҙың ниндәй әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһыныуын күреп йөрөнө. Бер-бер артлы романдары донъя күрә башланы, тарихи романдар­ға ла тотондо. Үҙенең стиле менән килде ул әҙәбиәткә. Уның яҙыуы бүтәндәрҙән шаҡтай айырылып тора. Үҙ стиле бар, тормоштағы хәлдәрҙе тарих менән үреп яҙа. Тарихи материалдарҙы иһә күсермәй, үҙ күңеленән үткәреп ижад итә.

Ирек Кинйәбулатов, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты:
– Ринат Камал – беҙҙең замандашыбыҙ. 60 йәшенә ике тиҫтә самаһы роман, тиҫтәгә яҡын повесть, йөҙҙәрсә хикәйә менән килә. Был үҙе үк уның кем икәнен һөйләп тора: Ринат Камал – иң булдыҡлы, иң уңған яҙыусы. Беҙҙең замандаш образын тыуҙырыуҙа Ринат Камалдың өлөшө тос. Әҫәрҙән-әҫәргә күтәрелә, әҫәрҙән-әҫәргә яҙғаны уҡымлыраҡ, етдиерәк була бара. Ошоноң өсөн беҙ, замандаштары, уға рәхмәтле булырға тейешбеҙҙер, тим.


Ринат Камалға

Көтмәгәндә көн өҫтөндә
Унлап көнсөлөңдән ҡамал.
Хатта һинең бындай хәлгә
Иҫең китмәҫ, дуҫым Камал.
Көнләшмәйҙәр түбәндәрҙән,
Һин уларҙан бейегерәк;
Хоҡуғың бар, уҙып китһәң,
Түбәң күккә тейеберәк.
Шул көнсөлдәр күпме генә,
Туҡтатам, тип һаташмаһын;
Ринат Камал була алмай
Улар, күпме маташмаһын.
Инде хәҙер ныҡ беләбеҙ
Һинең ҡәләм һынмаҫлыҡты,
Ел-дауылдар тынғанда ла,
Һинең тауыш тынмаҫлыҡты.

Тимерғәле Килмөхәмәтов:
– Ринатты студент сағынан беләм. Ул бик етди студент булды. Башҡалар кеүек исем өсөн генә лекцияларға йөрөмәне.
Ринат Камал ижадына нимә хас? Ул һәр әҫәренә яңы тема таба. Бына беҙҙә бер әйбер бар. Бер үк теманы әҫәрҙән-әҫәргә үҫтерә, тиҙәр. Ә Ринат улай итмәй. Һәр әҫәрендә – яңы тема! Шул яғы менән ул ҡыҙыҡлы ла. Журналда берәй әҫәре баҫылһа, ул тағы ниндәй теманы күтәрә икән, тип көтәһең, тағы ниндәй яңылыҡтар асыр икән? Был уның тормошта күҙәтеүсән булыуы хаҡында һөйләй, тағы биографияһының байлығы хаҡында белдерә.
Тормошта Ринат байтаҡ ауырлыҡ кисерҙе. Хәләл ефете Әлфирәне юғалтты, ләкин ҡойолоп төшмәне. Балаларын тәрбиәләне, ке­ше итте. Яңынан ғаилә ҡо­роп, улар менән дә яҡшы итеп донъяһын көтөп алып китте. Хәҙер күп йылдар “Китап” нәшриәтендә эш­ләй, оҙаҡ ҡына ваҡыт әҙәбиәт бүлеге мөдире булды.
Алтмыштан һуң прозаик тағы ла тилберерәк эшләп алып китте. Ринат Камал әле тыуған яғы тураһында әҫәр башлап тора. Ул элекке темаларын ҡабатламаҫ, яңы­ларын табыр, уларҙы киләсәктә уҡырбыҙ әле.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға