29.08.2014 Һүҙ ҡәҙерен белеү – ҙур мәртәбә
Талантлы публицист һәм прозаик Ғәлим Хисамов – хәҙерге башҡорт прозаһында яңы тип әҫәрҙәрҙең авторы булараҡ киң ҡатлам китап уҡыусылары араһында ҙур танылыу тапҡан әҙиптәрҙең береһе.
Әҙәбиәт майҙанына башта производство темаларына яҙылған хикәйәләре, очерктары менән аяҡ баҫһа ла, артабанғы ижадында Ғәлим Хисамов ҙурыраҡ күләмле повесть жанрын үҙләштерҙе, хеҙмәт темаһынан уйҙырмалар донъяһына күҙ һалды. Ярым мистик, ярым фантастик мотивтар нигеҙендә ойошторолған мажаралы сюжетлы “Ҡара шишмә йәки ҡарғалған милләт”, “Шаһиҙә” һәм “Шерлок Холмс иламай” повестары ҙур ҡыҙыҡһыныу менән, хатта башҡорт детективы башланғыстары сифатында ҡабул ителде.
Яҙыусы Ғәлим Хисамов хәҙерге әҙәби процеста шулай ҙа ҙур күләмле проза әҫәрҙәре авторы булараҡ киң билдәлелек алды. Һуңғы ике тиҫтә йылда әҙип байтаҡ роман яҙҙы, уларҙа башҡорт халҡының бер нисә быуатҡа һыйырлыҡ тарихы ла, хәҙерге көн күренештәре лә һүрәтләнә. Әҙәбиәткә бай тормош тәжрибәһе менән килгән Ғәлим Хисамов әҫәр йөкмәткеһенә индерелгән бөтә ваҡиғаларҙы ҡатмарлы хәрәкәт булараҡ системалаштырырға, үткән замандар булһынмы, бөгөнгө көнмө, бер нисә күренеште генә түгел, ә ысынбарлыҡты дөйөм планда алып, объектив анализ яһарға тырыша. Яҙыусыны хәҙерге башҡорт әҙәбиәтендә киң эпик ҡоласлы әҫәрҙәр ижадсыһы тип ҡарарға була.
“Тамып та ғына ҡала ҡандары” романы – жанр йәһәтенән үҙенсәлекле әҫәр. Роман Октябрь инҡилабы осорон һәм башҡорт милли хәрәкәтен күренекле шәхестәр образдары аша түгел, ә ябай халыҡ вәкилдәренең шул замандағы йәшәйеше, халыҡтың иҙелеүе, синфи шарттарҙың ауырлығы, азатлыҡ өсөн көрәштең милли массаларға йоғонтоһо аша асылыуы менән әһәмиәтле. Әҫәр художестволы уйҙырмаға ҡоролһа ла, сюжет ағышында Ғәлим Хисамов хроникаль эҙмә-эҙлелекте, документаль дөрөҫлөктө боҙмай, уны раҫлау маҡсатында урыны менән Башҡорт шураһының ҡарарҙары, шул осор башҡорттарының тормошо хаҡында яҙмаларҙан, рәсми документтарҙан өҙөктәр килтерә. Фәндә билдәләнгәнсә, бер яҡтан, ысынбарлыҡтың ҡулланылған сығанаҡтар нигеҙендә раҫланыуы, икенсе яҡтан, реаллектең әҙәби уйҙырма ярҙамында эстетик йүнәлештә сағылдырылыуы яҙыусы әҫәрҙәренең художество кимәлен бермә-бер күтәрә.
“Аҡтамыр” романында ла шул уҡ тема үҙенсәлекле дауам итә. Сюжет-композиция төҙөлөшө һәм художестволы һүрәтләү стиле буйынса әҫәр бик тә ҡыҙыҡлы. Ул хроникаль күҙлектән эреле-ваҡлы бүлектәргә бүленгән. Әҫәрҙең башланғыс нөктәһе итеп ҡуян йылы, йәғни үткән быуаттың алтмышынсы йылдар аҙағы алына. Артабанғы эпик һүрәтләүҙәр ошо тарихи нөктәнән башланғыс ала, һәм эреле-ваҡлы бүлектәрҙән торған роман үҙ аллы, тәү ҡарашҡа хатта бер-береһенә буйһонмаған, йыш ҡына ваҡыты һәм урыны менән тап килмәгән сюжет һыҙыҡтарынан ҡоршала. Уларҙы берләштереүсе төп фактор булып, яҙыусының үҙ һүҙҙәре менән әйткәндә, “милләт яҙмышынан һуғарылған көслө эстетик энергия” сығыш яһай.
“Тамып та ғына ҡала ҡандары”, “Аҡтамыр” романдарында Ғәлим Хисамов, документаль сығанаҡтарға таянып, инҡилап дәүерендә башҡорт тарихын, халыҡтың билдәле һәм ябай вәкилдәре тормошон тарихи теүәллек талаптарынан сағылдыра, ә бына “Тәфтиләү” һәм “Аһура-Мазда” романдарында яҙыусының ижади фантазияһы яңы кимәлгә күтәрелә. “Тәфтиләү”ҙә әҙип башҡорт халҡының яҙмышындағы ҡанлы бер осорҙоң хроникаһын, башҡорт ырыуҙарының азатлыҡ өсөн көрәшен реалистик алымдар менән һүрәтләргә тырыша. “Аһура-Мазда” романында беҙҙең эраға тиклем XVII быуатта йәшәгән һәм тотош тәғлимәт тыуҙырған легендар шәхес Сураштора – Заратустраның көндәлек тормошо һүрәтләнә, унда күп быуаттар һуң йәшәгән тарихи шәхестәр, күпкә һуң буласаҡ ваҡиғалар бермә-бер аралаша, шулай итеп, мауыҡтырғыс әҙәби туҡыма төрлө фараздар менән тулылана. Әҫәр, ҡыҫҡаһы, күпмелер дәрәжәлә башҡорт халҡының бик боронғо йәшәү дәүере тураһында, башҡорт мәҙәниәтенең тарихи тамырҙары һәм үҫеү юлдары хаҡындағы гипотеза рәүешендә ҡабул ителә. Бында ла автор тарафынан халыҡтың халыҡ рәүешендә ерҙә йәшәүен тәьмин иткән космоэнергетик көстөң әйтеп бөткөһөҙ роле хаҡында һүҙ алып барыла.
Бындай ҡараштар айырыуса Ғәлим Хисамовтың һуңғы “Өн һәм һан” тигән әҫәрендә ҙур урын ала. Иң элек әҫәр геройҙарына символик мәғәнәле Урал, Сәсән, Сәскә, Ирек, Рәхим кеүек исемдәр бирелеүе күҙгә ташлана. Хәйер, автор башта уҡ уларҙың һәр береһенең һүҙ асылына иғтибарҙы йүнәлтә, аңлатырға, төшөндөрөргә тырыша. Әҫәр йөкмәткеһе структур яҡтан “Аҡтамыр” романын хәтерләтә. Һәр береһе айырым исемләнгән бүлектәрҙә хәҙерге башҡорт йәмәғәтселеген борсоған мәсьәләләр: йәшәүҙең барлыҡҡа килеүе, кеше ғүмеренең мәғәнәһе, тарих һәм бөгөнгө, милләт асылы, башҡорт этногенезы кеүек бихисап фәнни-философик проблема үҙәккә ҡуйыла. Автор уларға яуапты башҡорт мифологияһынан, төрлө эзотерик тәғлимәт сығанаҡтарынан эҙләй, башҡорт һүҙ сәнғәте күренештәре менән дәлилләргә, фекерҙәр дөрөҫлөгөнә инандырырға ынтыла. Сюжетта ҡатнашҡан, ижади фантазия емеше булараҡ кәүҙәләнгән легендар геройҙар менән бер рәттән, хәҙерге китап уҡыусыһына яҡшы таныш Тойғон, Рәхимов, Ельцин кеүек реаль шәхестәр ҙә телгә алына. Ошоларҙы иҫәпкә алғанда, әҫәрҙе, автор үҙе атағанса, “роман-фараз” тип түгел, ә “роман-эссе” тип билдәләге килә.
Ғөмүмән, Ғәлим Хисамов – заман уҡыусыһы менән бергә, уның эстетик зауығын иҫәпкә алып, дөйөм әҙәби үҫеш тенденцияларын яҡшы тойомлап ижад итергә булдыра алған әҙип. Уның ижади эҙләнеүҙәре һәм табыштары баҫылып сыҡҡан әҫәрҙәренең жанр формаларында ап-асыҡ күренә: фантастик хикәйә, детектив повесть, фәнни-фантастик пьеса, повесть-хроника, сәйәси детектив, роман-хроника, тарихи фараз, роман-фараз һ.б. Формаль йәһәттән был әҫәрҙәр һис кенә лә бер-береһен ҡабатламай, шулай ҙа уларҙы берләштергән бер дөйөм һыҙат барлығын күрмәү мөмкин түгел. Ул – яҙыусының әҫәре һайын ҡабатлана килгән милләт проблемаһы, башҡортлоҡ асылы. Ошоға өҫтөнлөк биреү сәбәптәрен “Аҡтамыр” романының баш һүҙендә автор түбәндәгесә асып бирә: “Һәр беребеҙ үҙ фекерендә ҡалып айырылыштыҡ. Был һөйләшеү унар ғына түгел, йөҙәр йыл буйы урыҫ булмаған милләттәргә ҡарата алып барылған ҙур сәйәсәттең бәләкәй генә, әммә тулы кәүҙәләнеше”. Башҡортҡа ҡарата йүнәлтелгән ҡот осҡос сәйәсәт тамырҙарын юллау автор өсөн үҙмаҡсат йә иһә һуңлап булһа ла йоҙроҡ төйнәү түгел, ә үҙе яҙғанса, татыулыҡты һаҡлау, халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты нығытыу йүнәлешендәге аҙымы ул. Халыҡ-ара берҙәмлектең нигеҙендә, әлбиттә, тормош ысынбарлығы, тарихи хәҡиҡәт ятырға тейеш. Оҙаҡ йылдар республика матбуғатында көс түккән журналист, етәксе булараҡ, Ғәлим Хисамов өсөн мәғлүмәти-публицистик мәҡәләләрендә лә, әҙәби әҫәрҙәрендә лә хәҡиҡәтте эҙләү, хәҡиҡәткә хилафлыҡ килтермәү үтә мөһимдер, тибеҙ. Башҡорт прозаһын йөкмәткеһе яғынан бай, тарихи темаға яҙылған үҙенсәлекле повестары, романдары менән байыҡтырыусы, яңы жанр формаларын әҙәби процесҡа индереүсе яҙыусы Ғәлим Хисамовтың ижады Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына һәр яҡлап лайыҡ.
Зәйтүнә ШӘРИПОВА,
филология фәндәре докторы,
БДУ профессоры.