«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Мәҙәктәр



29.08.2014 Мәҙәктәр

Элек ҡарт кешене юл аша сығарыу яҡшылыҡ тип һаналды. Хәҙер иһә йәйәүлеләр юлынан үткәреү изге ғәмәлгә әйләнде.

* * *
– Ирек, йөрөгән ҡыҙың менән ниңә ташлаштығыҙ?
– Ул үҙенә нисә йәш булыуын самалап әйтеүемде һораны.
– Бәй, шунан?
– Тура килтерҙем шул…

* * *
Ике кеше лифтта менгәндә ул туҡтап ҡала. Үҙҙәрен сығарғандарын көткәндә һүҙҙән-һүҙ китә.
– Күҙ алдығыҙға килтерәһегеҙме, – ти береһе. – Һалым полицияһы хеҙмәткәрҙәре бө­төнләй оятһыҙланды. Өсөнсө көн сит илгә сығарманылар, кисә бөтә карталарымды япҡандар… Әммә мине белмәйҙәр әле улар – түләрмен мин улар­ға!
Шунда кабиналағы динамиктан тауыш ишетелә:
– Лифттан сыҡҡың килһә, түләр­һең…

* * *
– Һөйөклөм, – ти ире, – ком­пьютер­ға пароль ҡуйҙыңмы ни?
– Эйе.
– Әйт инде, ниндәй?
– Беҙҙең өйләнешкән көнөбөҙ.
– Йә, Хоҙай, ҡасан һуң әле ул?..

* * *
Халыҡ һынамышы: тәҙрәнән сүп ташларға күнеккәнһегеҙ икән, бер көн ишектә ҡыңғырау тауышы ишетеләсәк.

* * *
Бер ҡатын кибеттә хушбуй һайлай. Эргәһенә һатыусы килеп:
– Ярҙам кәрәкмәйме? – ти.
– Кәрәк, – ти ханым, – иремдең иғтибарын йәлеп итерлек хушбуй алғым килә.
– Уға ниндәй еҫ оҡшай һуң?
– Компьютер еҫе килгән хушбуй юҡмы?







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға