15.08.2014 МӘҢГЕЛЕК ЮЛЫ
(Аҙағы. Башы 1, 8 августа сыҡты)
– Унда йәшәргә урын юҡ. Ирҙәр йәшәгән ятаҡҡа урынлашҡайным…
– Һин мине беләһең, малай. Минең алдымда кәртәләр юҡ. Нимә эшләһәм дә, һинән айырылыу юҡ!
Гөлнар Ҡәйепҡолдо бер аҙна инде өйҙән сығармай бикләп тота. Нимәлер һиҙенгән кеүек, ауыл урамын ҡыҙырыусан булып китте. Мәрхәбә әбей ихатаһына ла яҡынлашып ҡарай, тик эскә үтә алмай. Ул да, ишегенә йоҙаҡ элеп, ҡайҙалыр сығып киткән.
Район үҙәгендә Бүләкбикә әсәһе менән йәшәй башланы. Ҡатлы йортта бер бүлмәле фатиры бар Алмабикәнең. Бүләкбикә, дауахананан һауығып сыҡҡас, ауылға ҡайтып, документтарын йүнләп алып килде лә, тегенсегә уҡырға инде. Киләсәктә үҙ ательеһын булдырыу уның хыялы. Алмабикә ике урында иҙән йыуыусы булып эшләй. Ҡыҙы менән күрешеүенә ҡыуанып бөтә алмай, йөҙөнән йылмайыу китмәй.
– Бохаранан ҡайтҡас, ауылда, Мәрхәбә әбейҙә булып киттем. Әсәйемдең ҡәберенә һуғылдым, мәсеткә инеп, аят та уҡыттым, мулла бабай менән оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырырға ла тура килде, – тип серен асты бер көн ҡыҙына. – Гөлнарҙарҙың унда йәшәй башлауын белеп, һиңә һуғылмай кире китергә тура килде.
– Дөрөҫ эшләгәнһең, әсәкәйем. Ул ҡатындан ҡотолоу юҡ бит. Әллә ниндәй аллаһыҙ бәндә булып сыҡты… Эт йәнле, ти уның хаҡында ауылдаштар. Йылға буйында ҡунып ҡала, сирләмәй ҙә хатта. Атайым нисек ҡотолор инде?..
– Силсәүиткә барып айырылам да, бында киләм, тигән булып ҡайтып киткәйне лә ул. Һаман юҡ бит әле. Имен генә йөрөһөн инде. Мәрхәбә әбей кисә эшкә килеп киткәйне, бөтәһе лә тынысланғансы, ҡыҙымда, ҡалала йәшәп торам, ти. Мал-тыуарын күршеләренә тапшырып торған… Ә Гөлнар осраған кеше һайын, мин теге донъяла булып ҡайттым әле, тип көлөп һөйләп йөрөй, ти. Аҡылдан шашыуымы икән… Шул ҡәҙәре ҡара эсе менән, шашырһың да! Тегендә, Бохарала сағында әллә нисәмә ғаилә араһына инеп, икәүһен айырылышыуға тиклем еткереп тә йөрөгәйне, бахыр. Уны бөтә ҡала белде, бармаҡ төртөп күрһәтерҙәр ине. Кем уйлаған, беҙҙең дә башҡа етер тип…
* * *
Был хәлдәрҙән һуң өс йыл ваҡыт үтте. Ҡәйепҡол һыуға төшкәндәй юҡҡа сыҡты. Тауышы ғына түгел, тыны ла ишетелмәне. Мәрхәбә әбей ҙә килгән-киткәнендә ирҙең күптән күренмәүенә зарланды. “Ҡапҡа алдына сығып ултырғанын күреүселәр бар”, – ти торғайны. Һуңғы мәлдә, башын ғына түбән эйеп: “Әллә”, – ти ҙә ҡуя.
Бүләкбикә күптән инде бер ательела модельер булып эшләй. Алтын ҡулдары менән яңынан-яңы төр кейемдәр уйлап сығара. Район халҡы ғына түгел, бүтән ҡалаларҙан да уны эҙләп килеп, оло, мөһим тантаналарына кейер кейемдәренең моделен Бүләкбикәгә заказ итеп ҡалдыралар. Алмабикә ҡыҙының уңғанлығына һоҡланыуын һис йәшермәй. Уның ыңғайына мәсеткә лә йөрөй башланы. Тормошондағы яңылыш аҙымдары өсөн Хоҙайҙан ярлыҡау, ҡыҙы өсөн бәхет һорап, көндәлек биш намаҙын ҡалдырмай.
Йәй етеүен ашҡынып көткән Бүләкбикә күгүлән күренеү менән ауыл яғына йыйына башланы. Һәр йыл йәй көндәре шулай ҡайтып, тыуған йортон елләтеп, йыуып, йәм өрөп килмәһә, йәне тыныслыҡ тапмай уның.
– Башта мин үҙем генә ҡайтайым, ул-был хәбәрҙәргә ҡолаҡ һалайым. Әгәр тыныс булһа, шылтыратырмын. Бөтөнләй күсенеп ҡайтырға мөмкин булыр, – тип, әсәһен ҡалдырып, ауылдаш инәйҙәренә тип теккән күлдәктәрен, күстәнәстәрен алып, юлға сыҡты. Ауылға тиклем Йәғәфәре машинаһында елдереп кенә алып килеп еткерҙе. Ғәҙәте буйынса, Бүләкбикә Мәрхәбә әбейгә туҡталды. Ҡарсыҡ, бер аҙ ҡартайһа ла, бирешмәй әле, самауырын күтәреп, килгән берәүгә һый тултырып өҫтәл әҙерләп йүгереп йөрөгән була. Йәғәфәрҙе күреп, бигерәк шатланды ул:
– Һеҙҙең туй түрендә ултырырмын тип, яңы камзул тектергәйнем. Тап-таман итеп килтереп киттеләр. Һимереп, камзулға һыймай ҡуймайым, тип фигура һаҡлап йөрөйөм. Оҙаҡ түҙергә тура килерме икән, балаҡайҙар?
Йәштәр бер-береһенә ҡарап йылмайышты. Шунан Йәғәфәр:
– Быйылғы көҙгө муллыҡҡа самалап йөрөйбөҙ, – тип серен асты.
– Улай булғас, туй үҙебеҙҙең йортта булыр, – тип шатланды Мәрхәбә әбей. – Һуғымға тигән үгеҙҙе үҙеңә тип һимертәм, Бүләкбикә, быйыл самай ваҡыты булыр…
Бүләкбикә, йылмайып, әбейен ҡосаҡлап алды:
– Әлдә һин бар әле. Һаулығыңды, ғүмереңде бирһен Хоҙай!
– Амин.
Сәйләгәс, Йәғәфәр, кәртә-ҡура яғын ҡарап, кәрәк урындарын төҙәтеп инәйем, тип тышҡа сыҡты. Үҙҙәре генә ҡалғас, Мәрхәбә әбей тыныс ҡына тауыш менән:
– Ултыр, ҡыҙым. Күҙҙәреңә ҡарап ҡына үҙеңә һөйләрем бар, – тип һүҙ башланы. – Ике ай тирәһе элек өләсәң ҡашында бер ҡәбер барлыҡҡа килде. Ауылда кемдер үлгәне-ниткәне ишетелмәне. Кисә Фәруҡ мулланан һорашһам, Ҡәйепҡолдо шунда ерләгәндәрен әйтте. Бер кемгә ишеттермәй, уны саҡырып ҡына ясин сығарып, үҙ әшнәләре менән алып барып ерләгән дә ҡуйған Гөлнар. Әллә, мәйтәм, аятын уҡытып, риза итеп ҡуяйыҡмы, тим. Дөрөҫө шул булыр. Күрше-күләнде генә алайыҡ та. Хәйерлек-маҙар бар, күстәнәстәрең дә мул бит, балаҡайым.
– Йәғәфәрҙе әсәйемә ебәрергә кәрәк. Ул бит һаман атайым менән осрашыу көтөп йәшәй, бисара…
Алмабикә Ҡәйепҡолдоң үлеү хәбәрен тыныс ҡабул итте. Бер аҙ аҫҡа ҡарап, уның менән бергә булған йылдарын һынһыҙ мәл эсендә генә уйҙарынан үткәрҙе лә, уфтанып ҡына ҡуйҙы. Шунан хәйерлектәрен йыйнап, машинаға сығып ултырҙы.
… Аллаһы Тәғәлә тәртип ярата. Ул ғаләмдәге һәр нәмәне тәңкләп кенә, кәрәгенсә ебәрә. Уның ҡанундары бар. Был ҡанундарҙы, нисек кенә теләһәң дә, үҙгәртеп булмай. Шуға ла Хоҙайҙан донъялыҡ мәнфәғәте өсөн нимә теләйһең, барыһын да доға аша һорайһың. Әммә доға эйәһе теләгән нәмә сәбәпһеҙ генә бирелмәҫ. Алла уны биреү өсөн бер сәбәп яратыр һәм ул шул сәбәп юлы менән бирелер, тиелә изге китаптарҙа. Алмабикә ошолар хаҡында ла уйланды юлда. Нисек кенә дөрөҫ йәшәргә теләһәләр ҙә, хатта, үҙҙәренсә, яңылышмаған кеүек булһалар ҙа, Ҡәйепҡоло менән күп кенә уйланылмаған аҙымдар менән көн иттеләр шул. Иң тәүҙә Хоҙай тарафынан бүләк итеп ебәрелгән балаҡайҙарынан, бер гонаһһыҙ яңы тыуған сабыйҙарынан, йылылыҡ, күкрәк һөтө йәлләнеләр. Рәнйемәгән, тиһеңме, сабый?! Әсә кеше тойорға тейеш ине лә бит быны! Юҡ, уның бурысын Ҡәйепҡоло үҙенә ҡайырҙы… Берҙән-бере, әсәкәйен япа-яңғыҙын йүргәктәргә батырып сығып китеү ҙә ғәйеп түгелме? Был сағында ла Ҡәйепҡоло, шомлоҡҡа батып, гонаһтарға ҡойондо, әммә һөйгәненән ғәйеп эҙләмәне. Мәһәҙиә ҡарсыҡ һуңғы һулышына ҡәҙәр ҡыҙын саҡырҙы, уны көттө. Әммә ҡыҙы был сағында, ғүмерҙән мәңге туймаҫтай, үҙенең булмышына ғына йәбешеп ятты. Был юлы ла бит әлеге лә баяғы ире уға терәк ине.
Сит ерҙәрҙә лә рәхәт булманы уларға. Эшһеҙлек менән яфа сиккәндәрендә лә һәр саҡ Ҡәйепҡол, үҙендә көс табып, Алмабикәне тынысландырҙы, бәләкәй генә шатлыҡты ла оло байрамдай ҡабул итергә өйрәтте. Ауырлыҡтарҙы йырып, бына-бына хәсрәттәрһеҙ йәшәй башланыҡ тигәндә, Гөлнар хасил булды. Юҡ, бушлыҡтан түгел уныһы ла, Алма уны бөгөн, бына ошо ҡайғылы мәлендә генә төшөндө: уны Хоҙай барлыҡ гонаһтары өсөн яза итеп ебәргән! Быныһын ғорур үттеләрме? Үкенескә күрә, үтә алманылар. Ҡәйепҡол эскелек, хәшәрәтлек ҡолона, Гөлнарҙың ирекһеҙ тоғро этенә әйләнде. Ә Алмаһы, уны ҡотҡарыу урынына, ситтән генә ерәнеп күҙәтеүен белде.
Хоҙайҙың барлығына ла бит Алмабикә ҡыҙын осратҡас ҡына ышанды. Күрәһең, һуңлаған. Мәңгелек мөхәббәтен үҙенә кире ҡайтара алмағас, уның ғүмерен һаҡлап ҡала алмағас, хатта ки уны һуңғы юлына ла тейешенсә оҙата алмағас, ысынлап та һуңлаған… Туҡта! Ул тиклем үк бөтәһе лә насар түгел бит әле. Хоҙайҙың бүләге – Бүләкбикәһе бар! Исемен дә Мәһәҙиә әбей бушҡа ғына ошолай яңғырашлы итеп ҡушмаған, алдан күргән, белгән ул. Ана, атаһына ла ғәйеп тотмай, уға арнап аят уҡытырға йыйынып йөрөй! Рәхмәт яуғыры, сәләмәтлеген, ғүмерен бирһен балаҡайға! Әсә бәхетенән мәхрүм ҡалмаһын, Хоҙайым!..
Аят уҡытып, Ҡәйепҡол менән Мәһәҙиә әбейҙең ҡәберҙәрен тәрбиәләп, кире ҡайтыр юлға сыҡҡас, ауыл осонда, Һаҡмар буйында Алмабикә машинаны туҡтатыуҙы үтенде. Ҡараштарын алыҫҡа төбәп, ҡыйыуһыҙ ғына аҙымдар менән йылға буйына төштө. Унда иҫкән талғын ел, Алмабикәнең сәстәренән һыйпап, әллә ҡайҙа, йылдар аша ҡалған бала сағына алып ҡайтырға теләгәндәй, алға саҡырҙы. Ана-а-уында, оҙон итәктәренә йығыла яҙып, бер йәштәге ҡыҙҙар, ҡулдарына байраҡ кеүек яулыҡ тотоп, йылға яры буйлап саба… “Э-һ-е-һ-ей! Был ярға тик мин батша! Юҡ, мин, һин түгел, мин батша-а-а!” Шул саҡ, араларында күҙгә күренеп бармаған берәү, уның исемен дә белеүсе юҡ ине, яҙа баҫып, яр ситендәге тупраҡҡа ишелеп, аҫҡа тәгәрәне. Тауышы ла ишетелмәне, ҡулындағы яулыҡ елпелдәүен генә күреп ҡалып, ауылдан кешеләр саҡырып килтерҙеләр… Бик оҙаҡ ятты теге ҡыҙ дауаханала. Ҡурҡышынанмылыр, һөйләшмәҫ булған бисараҡай. Һуңынан, бүтән бәлә сыҡмаһын тип, ишелеп төшөп торған был ярҙы колхоз тигеҙләтте. Ләкин әсәйҙәр, балаларына һабаҡ булһын тип, гел теге ҡыҙ хаҡында иҫкәртеп, иҫләтеп кенә торҙо…
Яр буйында түңгәк күреп, Алмабикә шунда яҡынлашты. Килеп еткәс, түңгәктең кеше кәүҙәһе икәнлеген һиҙеп, аптырап китте. Яҡынлабыраҡ, тегегә төрттө. Ләкин кәүҙә ҡыбырламаны. Тағы төрттө. Был юлы йомарланған баш бер аҙ күтәрелеп, асылып, йөҙө күренде. Алмабикә тәүҙә, ҡыйынһыныбыраҡ, сирылып ҡуйҙы, сөнки теге баштың шешенеп бөткән күҙҙәре тирә-яғынан һырланып төпкә батҡан, сикәләр елгә ярылып, ҡыҙарып, ҡутырлап тора. Был Гөлнар ине.
– Гөлнар! Гөлнар, тим! Тор, һалҡын алдыраһың бит!
Гөлнар, нимәлер әйтергә теләп, ауыҙын асты, тик тауышы сыҡманы. Кире йомарланды.
Алмабикә машина торған яҡҡа йүгерҙе. Ҡыҙы, Йәғәфәр менән кире килеп, Гөлнарҙы тейәп алдылар ҙа, ҡалаға елдерҙеләр...
Бер аҙна үтеүгә, Гөлнарҙың йөҙө асылды. Элеккеләй көләс йылмаймаһа ла, тауышын сығарып, көйләй башланы. Алмабикә үҙе эшләгән дауаханаға килтергәйне уны. Башта диагноз ҡуя алманылар. Эскелектән ҡаҡшаған ҡатындың нервылары урынында түгеллеге асыҡланды. Тыныслана алмай, һаташа, хатта һүгенеп, тибешкән Гөлнарҙы түҙемлек менән ҡараны табиптар. Бер аҙ күҙе асылғас, аралашып та ҡаранылар, ләкин ҡатын сер бирмәне. Үҙе хаҡында бер нәмә лә һөйләмәне. Әле бына, Алмабикәне күргәс, күҙҙәре йәшләнде уның.
– Өс йыл элек мин “теге донъя”ла булдым, – тип һүҙ башланы Гөлнар, палатала үҙҙәре генә ҡалғас. – Мине унда ҡабул итмәнеләр. Тәүбәгә кил, тинеләр…
Алмабикә бүлдермәй генә Гөлнарҙы тыңланы.
– Миңә биш йәш самаһы булғандыр, һеҙҙең ауылға күсеп килдек. Дөрөҫөрәге, атайым икенсе берәүгә киткәс, әсәйем менән уның тыуған ауылына ҡайттыҡ. Ҡыҙҙар минең янға тәүҙән үк килмәҫ булды. Сөнки һөйкөмһөҙ булғанмын. Мине әсәйем яратманы… Атайымдың ташлап сығып китеүендә лә мине ғәйепләне ул. Бына шул яр ситендә ҡыҙҙар артынан йүгереп йөрөгәндә, ярҙан аҫҡа йығылғанмын. Ул ҡыҙҙар араһында һин дә булғанһыңдыр, бәлки… Минең ҡотом осҡан, өләсәйем хатта, ен алмаштырған, ти торғайны. Миңә ҡот ҡойҙорорға Бохараға алып барғандар. Әсәйем шунда сирләп үлеп киткән. Ә мин ҡот ҡойоусы ҡарсыҡ ҡулында ҡалғанмын. Инде буй еткәс, ул ҡарсыҡ миңә, тыуған яҡтарыңа ҡайт, юғалған ҡотоң шул йылға буйында, тине. Ҡайттым. Йылға буйынан ҡайтып ингәнем юҡ. Ҡот та юҡ. Әллә яңылышып, бүтән кешегә ингән, белмәҫһең…
Алмабикә, аптыраһа ла, йөҙөнә сығармай, ипләп кенә күҙ йәштәрен һөрттө.
– Мин тәүбәгә килергә тейеш. Ҡәйепҡол янына киткем килә. Алмабикә, мине кисер, зинһар. Ҡәйепҡол алдында ла гонаһтарым күп. “Тегендә” барғас, унан ғәфү үтенермен, ә был донъяла мине һин кисер! Тәүбәгә килеүҙең ни икәнен белмәйем, әммә һинең алдыңда миңә ныҡ оят. Мин ғәйепле. Тормошоңдо емерҙем. Иреңде тартып алып, уны ла, һине лә бәхетһеҙ иттем…
Гөлнар үкһеп иларға кереште. Үҙе илай, илағаны йыр кеүек, хатта доға кеүек ишеткеләп ҡуйғылай: “Аллаҡайым, кисер. Зинһар, бүтән ыҙалатма, үҙеңә ал, Хоҙайым!”
Алма уны тынысландырманы. Уға шулай еңеллек килер, тип ышанды. Күңеле менән ғәфү итте, йөрәгендәге төйөрө яҙылғандай булғас, Гөлнарҙы ҡосаҡлап, уға ҡушылып илай башланы. Ошо ҡиәфәттә күпме ултырғандарҙыр, ишек асылғанға туҡтап ҡалдылар. Унда Бүләкбикә тора ине. Ул йылмайып күреште лә, йәһәт кенә үтеп, өҫтәл тултырып күстәнәстәрен бушатты. Ҡыҙҙың һәр хәрәкәтен күҙәтеп ултырған Гөлнар күҙендәге йәштәрен һөрттө лә:
– Балаҡайым, Бүләкбикә! Мин бит Ҡәйепҡолдоң һинең атайың икәнлеген ул үлер саҡта ғына белдем. Нишләп алдан әйтмәнегеҙ?
– Гөлнар апай, бөтәһе лә үткәндә ҡалһын. Ни булған – бөткән. Кенә һаҡлап, тормошто ауырайтмайыҡ.
– Их, һеҙ шулай тип мине йыуатаһығыҙ ғына. Ә тегендә, өҫтә, мине ҡабул итмәйҙәр. Етмәһә, йәнемдең ҡото Һаҡмар ярында аҙашып ҡалды…
– Хоҙай бөтәһен дә күреп тора. Тәүбәгә килдегеҙ, бөтәһен дә аңлағанһығыҙ. Ул ғәфү итәсәк. Сөнки Ул гонаһ эшләгән ҡолоноң тәүбә итеүен бик теләр, тиелә изге китаптарҙа. Ҡоло тәүбә һәм доға ҡылһа, бик шатланыр, риза булыр. Алланың рәхмәте киң, элек ниндәй генә ҙур гонаһтарға батып йөрөгән бәндәһен дә ғәфү итә, иншааллаһ!
– Ҡайһылай яҡшы кешеләр ул һеҙ! Ә миндә шул яҡшылыҡтарҙың тамсыһы ла юҡ. Әллә нишләп кенә ғүмерем буйы яҙа баҫып, арҡыры йәшәнем. Эсем тулы этлек булды… Шундай кеше янында ла өлтөрәп тораларсы. Хоҙайым бәхетегеҙҙе бирһен!..
Был һүҙҙәрҙән һуң Гөлнар ҡапыл йөрәге тәңгәленә ҡулын ҡуйҙы ла, туҡтап ҡалды. Күҙҙәрен йомоп, йөҙөнә йылмайыу сығарҙы…
* * *
Ап-аҡ томан. Был тиклемде Гөлнарҙың күргәне юҡ ине әле. Хәйер, бынан өс йыл тирәһе элек ошондай хозурлыҡҡа килеп сыҡҡайны шикелле. Эйе, хас та Һаҡмарҙан иртәнге монар күтәрелгән төҫлө. Ер менән күк тоташҡан тиерһең. Ҡапыл, уларҙың тоташҡан тәңгәлен генә ярып сығып, йөрәк ҙурлығындағы Ҡот, нурҙарын бөркөп, баш осонда өйрөлөп-өйрөлдө лә, ҡатындың кәүҙәһенә инеп йәшеренде…
Бер нәмә күренмәй… Өҫтәүенә, Гөлнар тәнен тоймай. Өҫтөнә салт аҡ оҙон күлдәк кейгән дә, бәүелеп-бәүелеп ала. Рәхәтлек. Бындайын да тыныслыҡҡа, ләззәткә кинәнеп, Гөлнар, үҙе лә һиҙмәҫтән, әллә йырланы, әллә доға ҡылды:
Йә, Аллам, эй, Хоҙайым,
Мине ғәфү ит,
Рәхмәтеңде насип ит…
Собханаллаһ! Собханаллаһ!
Р. РЫҪҠУЖИНА.