08.08.2014 Мәҙәктәр
Беренсе класта уҡыған ҡыҙҙан уҡытыусы:
– Аделина, бер һәм тағы бер нисә була? – тип һорай.
– Бер, бер! – тип яуап бирә һала ҡыҙ.
Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ.
* * *
Терпе сүллектә китеп бара. Уға дөйә осрай. Терпе:
– Дөйә, һеҙҙә бында боҙлауыҡмы әллә?
– Юҡ, ә нишләп улай тип һорайһың?
– Ниңә улай бар ергә ҡом һипкәндәр һуң?
* * *
– Ҡуяным, тор инде, – тип уята әсәһе ҡыҙын.
– Әсәй, мин бөгөн алтын балыҡ. Минең аяҡтарым юҡ һәм балалар баҡсаһына бармайым.
* * *
– Егеттәр! Ә минең машинам хәҙер “туғыҙынсы” модель!
– Һинең “алтынсы” түгелме ни...
– Түңкәрелде!
* * *
Ҡатыны ирен әрләй:
– Ни өсөн һин һәр ваҡыт, минең машина, минең өй, минең бизнес, тип һөйләйһең?! Беҙ алты йыл инде бергә, шуға беҙҙең машина, беҙҙең өй, беҙҙең бизнес, тип әйтергә тейешһең. Шкаф эсендә бер сәғәт буйы нимә эҙләйһең ул?!
– Беҙҙең ойоҡтарҙы!
* * *
– Һин автомобилеңдең мотор майын йылына нисә тапҡыр алмаштыраһың?
– Мин “Волга” йөрөтәм. Май алмаштырмайым, өҫтәп ҡоям.
* * *
– Улым, магазинға икмәккә барып кил әле.
– Ә тылсымлы һүҙ?
– Интернетты һүндерәм.
– Хәҙер барам!
* * *
Малай балалар баҡсаһынан ҡулы-бите һыҙырылған килеш ҡайта. Атаһын унан һорай:
– Нимә булды?
– Шыршы тирәләй хоровод әйләндек.
– Шунан?
– Шыршы ҙур, ә балалар аҙ.