01.08.2014 «Йәшлек» килһә, шат йылмайып, Артҡа сигенә ҡартлыҡ!»
«Йәшлек» бит ул,
«Йәшлек» бит ул,
«Йәшлек» бит ул бер генә.
Алдырам да, уҡыйым да,
Шуға шатмын гел генә.
«Йәшлек»тәргә барғым килә,
Йыраҡ булһа ла Өфө.
Ал сәскәле ялан һымаҡ
Нур сәсә «Йәшлек» төҫө.
Ҡарты, йәше яраталар,
«Йәшлек»те хөрмәт итә.
Дөрөҫ юлдан тайпылмайса,
Ватанға хеҙмәт итә.
«Йәшлек» бит ул шундай гәзит,
Туп-тура юлдан атлай.
Бер кемдән дә ҡурҡып тормай,
Һәр саҡ дөрөҫтө яҡлай.
«Йәшлек» бит ул,
«Йәшлек» бит ул
Күңелдәрҙе йәшәртә.
Ҡартайҙым, тип ҡайғырмайым,
«Йәшлек» беҙҙе йәшәтә.
«Йәшлек» бит ул,
«Йәшлек» бит ул
Кәйефтәрҙе күтәрә.
Моңһоҙҙо ла моңло итә,
Күтәргәндәй күктәргә.
Аҙашҡанға юл күрһәтә
Изге күңелле «Йәшлек».
«Йәшлек» килһә, шат
йылмайып,
Артҡа сигенә ҡартлыҡ.
Ямал БАЙТУҒАЛОВА.
Күгәрсен районы,
Хоҙайбирҙин ауылы.