«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Мәңгелек юлы



01.08.2014 Мәңгелек юлы

Ап-аҡ томан. Был тиклемде Гөлнарҙың күргәне юҡ ине әле. Хас та Һаҡмарҙан иртәнге мо­нар күтәрелгән төҫлө. Бер нәмә күренмәй. Һәр хәлдә, ауылдың йылға буйында урынлашҡан йорттары һиҙелеп булһа ла ултырырға тейеш тә һуң… Мал-тыуарҙың баҡырышҡан-бышҡырышҡан тауышы ла ишетелә торғайны… Өҫтәүенә, ниңәлер, Гөлнар кәүҙәһен һиҙмәй. Быға томан сәбәпсе түгелдер, сөнки йәйҙең йәмле иртәләренең күбеһен ул ошо күренеш аҫтында ҡаршылағаны бар. Кисен йылға буйында артығырағын “төшөрһә”, аяҡтары атламаҫ була ла ҡуя. Ҡәйепҡоло уны күтәреп тә йөрөтмәй, ер йылы, туңып ҡалмаҫһың, ти ҙә, кәлтер-көлтөр атлап, ҡайтып китә. Ә иртән бына бөгөнгөләй… юҡ, башҡасараҡ, Гөлнар баш ауыртыуына түҙмәй, уянып китә лә үҙҙәре йәшәгән яҡҡа йүгерә. Кеше-фәлән күренһә лә, оялмай, йығыла-тора саба ғына. Сөнки белә, йәнкиҫәккәйе уны өй алдындағы эскәмйәлә “төҙәттерерлек” менән көтөп ултыра. Ә бөгөн ни булған һуң? Ниндәй еңеллек! Хатта баш та саңҡымай. Ә тирә-яҡ мамыҡтай ап-аҡ томанға төрөнгән… Һиллек, матурлыҡ. Гөлнар был хозурлыҡты әллә нисә ҡабат йырып үткәне булһа ла, һоҡланғаны, иҫе китеп хайран ҡалғаны юҡ ине әле. Ана-а-ау яҡта булырға тейеш улар­ҙың йәшәр урыны – ҡатын ҡулын алға һуҙып, атларға иткәйне, аяҡтарын һиҙмәй, осоп киткәндәй булды.
– Атаҡ, был ни ғәләмәт тағы?!
Уның тауышын ауаз тотоп алды ла, һүҙҙәренең һуңғы хәрефтәренә тиклем яңғыратып, ҡабат-ҡабат ҡабатланы:
– Ғ-ә-л-ә-м-ә-т
Т-а-ғ-ы
А-ғ-ы
Ғы-ғы
Ы-ы-ы…
Мәңгелек юлыГөлнар һиҫкәнде. Ҡулдары менән кәүҙәһен ҡапшаны. Ләкин ҡулы ла, тәне лә бер нәмә лә һиҙмәй. Хатта һәр саҡ саңҡыр, геүләр баш та урынынан еңел генә итеп ҡуҙғалып, кире ултырғандай булды. Ялбыр оҙон сәстәре лә аҙым һайын биткә һылана торғайны, әллә йыйылған инде, күңел өсөн улары бимазалап таралһасы.
– Гөлна-а-ар! Гөлна-а-ар, тим бит!.. – тоноҡ, әммә таныш тауыш уны һелкеткәндәй булды. Ҡатын тертләне. Тик бер ни эшләй алмай туҡталды. Сөнки тауыш бик алыҫҡа инеп юғалды.
Ҡәйепҡолоноң илаған, ялбарған тауышын таныны, тик яуап бирергә ауыҙы асылманы аптыранған ҡатындың. Хәйер, ихтыярында булһа, иренә яуап ҡайтарыр ине лә бит. Әллә ниндәй көс уның менән хакимлыҡ итә шикелле, үҙе теләгәнде эшләй алмай…
– Иманһыҙлыҡтан арып килдеңме, ҡолом? Нишләп юғалып ҡалдың?
Гөлнар тағы тертләне. Әллә ҡайҙан ишетелгән тауыш мейеһен телеп үткәндәй ҡаты ла, тура ла ине.
– Ммм… Һаумыһығыҙ әле…
Гөлнарҙың тауышы ҡалтыраны.
– Ҡолдарым – балаларымдың һаулығы, иманы булһа, тимәк, мин дә иҫәнлектә. Улар динһеҙләнә икән, минең дә һаулығым ҡаҡшай. Улар араһында бит минең барлығымды тоя белмәгәндәре лә бар, хәбәрҙарһыңмы шулар тураһында?
Гөлнар ни әйтергә белмәне. Әйләнеп-әйләнеп тирә-яғына ҡаранды ла, бер кемде лә шәйләмәгәндәй булғас, еңел тын алды.
– Күренмәйемме?
Баяғы көр тауыш тағы мейеһен телеп үтте.
– Юҡсы…
– Бахыр. Аҙаштың шул. Йөрәгең түренән мине алып ырғытып, шайтан ҡолона әүерелдең. Әммә мин үҙ балаларымды ташламайым. Әгәр гонаһтарың өсөн ғәфү үтенһәң, тәүбә ҡылһаң, шатланасаҡмын. Ғүмереңде лә оҙайтырға әҙермен. Йә, тартынма, бер генә ялбарып, доға ҡыл!
– Уй, бер нәмә лә аңламайыраҡ торам бит әле…
Шул саҡ Гөлнарҙың алдында ҙур экран пәйҙә булды. Унда, ергә теҙләнеп, бер ир ултыра. Үҙе бер туҡтау­һыҙ:
– Гөлна-а-ар! Гөлна-а-ар, тим бит!.. – тип ҡабатлай. Нимәнелер һелкетеп тә маташа. Шул саҡ теге “нәмә” асығыраҡ күренде – ҡатын кәүҙәһе. Хатта уның йөҙө күренә: шешенеп бөткән битенә ялбыр сәс һыланған ҡатын. Гөлнар экранға яҡынланы.
– Атаҡ, был мин түгелме һуң? Ҡасан төшөрөп алдығыҙ? Ыста, ҡалай ҡурҡыныс, ерәнес… Видеоға төшөрәбеҙ тиһәгеҙ, тороп ултырып, сәстәремде йыйған булыр инем…
Уға яуап биреүсе булманы.
– Ҡәйепҡол! Мин мында, эй! Иҫәүән, әллә күрмәй инде? Унда нимә эштәп ултыра ул?
Ләкин Ҡәйепҡол бер ни ишетмәй. Һаман:
– Гөлна-а-ар! Гөлна-а-ар, тим бит!.. – тип ҡысҡырыуын белә. Экран юҡҡа сыҡты.
Гөлнар тағы тирә-яҡҡа ҡаранды. Томанды ҡыуаларға теләгәндәй, ҡулдарын улай-былай ялпылдатып алды. Әммә тынлыҡ юғалырға уйламаны ла.
– Был ерҙәге хәҙерге мәлдәге күренеш ине. Һин бөгөн иртән уянманың. Дөрөҫөрәге, мин һинең йәнеңде ваҡытлыса ғына бында алып торҙом. Сөнки шайтандар һинең ғүмерең менән кинәнә. Ә һин быға ҡаршылыҡ күрһәтмәйһең.
– А-а-аһ! Мин үлдемме ни? Тағы алдан иҫкәртмәйенсә… Мин йәш бит әле. Ана, күрәһеңме, ирем ҡайғыра. Уй-й-й, ҡайта һалырға кәрәк. Ул минһеҙ кеше түгел бит! Бында киткәнемде белһә, күрше ауыл Рәмиә уны хәҙер индереп аласаҡ! Ҡайҙа бында туҡталыш? Беҙгә тиклем автобус нисәлә икән? Эй, етмәһә, кеҫәлә бер тин аҡса ла юҡ… Ғәфү итегеҙ, ней, кем әле унда, һеҙ миңә егерме һум ғына биреп тороғоҙ, ҡайтып еткәс тә кире ҡайтарырмын. Әллә попуткалар менән генә ҡайтайыммы икән, шәберәк тә булыр…
Шул саҡ баяғы яңғыраулы тауыш телгә килде:
– Фекер һәм зиһен үҫешен эшкә егә белә торғандарҙан булманың… Бер ваҡытта ла “Аллам, Хоҙайым” һүҙҙәрен ҡулланмайһың. Эйе, һин үлергә ятаһың. Тәүбәгә килергә, доға ҡылырға уйың юҡ. Кешенең минең ҡаршымдағы дәрәжәһе ғибәҙәте менән иҫбатлана. Ә һин – бушлыҡ. Мин ендәрҙе һәм кешеләр­ҙе фәҡәт миңә ғибәҙәт итһендәр тип яралттым. Ә һин хур булып йәшәйһең. Һине йәһәннәмгә лә индерә алмайым. Шулай ҙа үҙгәреп китеүеңә, изгелектәр ҡылыуыңа өмөтөм бар. Әгәр ошо өмөтөмдө аҡлаһаң, һине бер һүҙһеҙ ҡабул итермен. Бар, һиңә теүәл мең көн бүләк итәм. Ул бик аҙ ваҡыт. Үҙеңдең, яҡындарыңдың емерек тормошон, яҙмышын тергеҙ! Миңә йомошоң төшһә, ярҙамға килергә һәр саҡ әҙермен. Бары ғибәҙәт ҡылырға тартынма-а-а-а!!!

* * *
– Гөлна-а-ар! Гөлна-а-ар, тим бит!.. – ҡара тиргә батҡан Ҡәйепҡол ҡәҙерлеһенең кәүҙәһен һелкетә-һелкетә хәлдән тайҙы. – Ҡалдырма! Китмә!
Халыҡ был күренеште күрһә-ишет­һә лә, яҡыныраҡ килергә баҙнат итмәй, ситтән генә күҙәтеүен белде:
– Айныға алмай ятыуылыр. Ундайҙарҙы Хоҙай тиҙ генә алмай ул…
Ишетелергә тейеш булмаған, алыҫтан шыбырлап ҡына әйтелгән ошо һүҙҙәрҙән һиҫкәнеп, күҙҙәрен асты Гөлнар. Иренең ҡайнар йәштәре уның яңағына йылға кеүек сөбөрләп аҡҡанын шәйләп, тора һалып ултырҙы. Ҡәйепҡолон ҡосаҡланы, уны тынысландырырға тырышып, йылмайҙы, шарҡылдап көлөргә лә маташты. Әммә йөрәгенә: “Ундайҙарҙы Хоҙай тиҙ генә алмай ул…” – тигән һөйләм уйылды.
– Әйҙә инде, ҡайтайыҡ. Әҙәм аптыратып ултырмайыҡ. Былай ҙа күп аптыраттыҡ, тор, – ирен етәкләп, Гөлнар ҡайтыу яғына ыңғайланы. Юл буйына күҙҙәрен күтәрмәй, аҫҡа ҡарап килде. Ауылдың теге осонда йәшәүҙәренә ҡарамай, әллә нишләп Һаҡмарҙың был яҡ ярын үҙ иткәндәр. Кәртәләренең артына сығып ҡына ла йылға буйында ултырыу мөмкинлеге бар бит. Юҡ инде, иҫерек килеш һөйгән йәре менән бөтә ауыл урамын дер һелкетеп, йырлап үтеүҙе әллә ниндәй батырлыҡ күреүҙәрелер.
– Әйҙә, бынау нигеҙҙе яңыртып, йорт күтәрәбеҙ!
Ҡатынынан ошо һүҙҙәрҙе күптән көткәндәй, ире ғәжәпләнмәй генә:
– Әйҙә һуң, – тип яуапланы. – Баш йүнәлтәйек тә, ныҡлап уйларбыҙ был хаҡта.
– Юҡ, ҡәҙерлем. Минең баш ауыртмай. Кәрәкһә, үҙең генә, йәме!
Гөлнар, соланға инеп, ике биҙрәһен шатырлатып көйәнтәһенә элде лә, һыу колонкаһына йүнәлде. Унан йүгерә-атлай һыу алып ҡайтып, мунсаға индереп бушатты. Ире был мәлдә тупһаға ҡырын ятып, ҡатынының һәр аҙымын күҙәтә ине.
– Ай элек кенә йыуынғайныҡ түгелме, ул ни ҡыланыуың, бисәкәй?
– Иҫәүән, йүнле кешеләр айына бер түгел, йәйгеһен көн аша мунса инә. Ана, Мәрхәбә ҡарсыҡты ғына ал. Минең яндан үткән һайын йыуына, тиҙәр әле. Нисауа, беҙ ҙә әҙәм затынан, уларҙан бер ҙә кәм түгел, эйе бит!
– Йылға буйында бер кем дә, бер нәмә лә күренмәй ине шикелле, ҡәҙерлем, башыңа тай типкәндер тиһәм. Эсеүҙән дә баш тарттың, әллә кем булып һыу ташырға керештең… Насар төш күрҙеңме әллә?
– Эйе…
Яуабын уйламайынса ғына әйтһә лә, Гөлнар ҡапыл туҡтап ҡалды. “Ысынлап та, бәлки, төш кенә булғандыр…”
Ҡулындағы биҙрәләрен ергә дөбөр-шатыр ырғытып ебәрҙе лә, тупһалағы торған тулы стаканға үрелде:
Аҡ бәрәс ҡара булмай,
Ҡара бәрәс аҡ булмай…
Эсмәмен тип уйлаһам да,
Эсмәйенсә лә булмай…
Аңғармаҫтан, йәтеш кенә тубырсыҡҡа төйнәлгән майлы сәс таралды. Моңһоҙ көйөнсә ҡысҡырып йырлауына үҙе шатланып, Гөлнар һикереп-һикереп бейергә лә төшөп китте. Ҡәйепҡоло, уның һайын ҡул сабып, буш стаканды тултырып ҡына өлгөрҙө.
– Эх, үҙемдең ҡатын шул!
– Эйе шул, шулай булмай, ҡайҙа шул!
Бер-береһен ҡеүәтләп, ирле-ҡатынлы йығылғансы “баш төҙәтте” лә ҡуйҙы. Төш етеүгә, икәүләшеп ҡосаҡлашып, ихата уртаһында хырылдап йоҡлайҙар ине…
Был күренеште ауылдаштары көн һайын күрһә лә, һаман өйрәнә алмағандай, урам аша үткән һайын, сирылып, сирҡанып ҡарап уҙа. Олораҡтары Хоҙайҙан һаҡлау һорай, йәшерәктәре, ауыҙҙарын ҡыйшайтыбыраҡ, мыҫҡыллы ҡараш ташлай. Ҡаршы йорттағы Бүләкбикә, ун ете йәштәрҙәге ҡыҙ, ғәҙәтенсә, күршеләренең ҡыланыштарын тәҙрә ҡорғаны аша ғына йәшенеп ҡарап ултырҙы ла, улар йығылғас, башына яулығын тартып, урамға сыҡты. Яҡ-яғына ҡаранып, Гөлнарҙар яғына ыңғайланы. Аяҡ остары менән генә ихатаға үтеп, үләндә аунап ятҡан биҙрәләрҙе күтәреп ултыртты, көйәнтәне солан­ға индереп ҡуйҙы. Ир менән ҡатын янына килеп, ауыҙ эсенән генә нимәлер һөйләнде лә, ҡапҡаны ябып, ауылдың теге осона ҡарай атланы.
Көн төшкә ауыша килә ҡояш ҡыҙҙыра ла башланы. Ауылға йәм, ҡот биреп торған мәсет манараһы, ҡояштың наҙлы нурҙарына иркәләнгәндәй, ялтырап-ялтырап күҙҙе сағылдырып ала. Үрге осҡа боролоп, Мәсет урамына сыҡҡас, Бүләкбикә аҫҡа эйелгән башын юғары күтәреп ҡараны. “Ана бит ул, нур бөркөүсе иман йорто!”– ғүмерендә нисәнсе ҡабат ошо юл менән атлаһа ла, ҡыҙ, ошо ергә еткәс, өмөтлө күҙҙәрен мәсет яғына төбәй. Шунан, ауыҙы эсенән нимәлер һөйләнеп, күҙ йәштәренә ирек бирә, мәсет алдындағы эскәмйәгә барып ултыра. Үкенескә күрә, уның янына бер кем яҡын килмәй. Килгән хәлдә лә, Бүләкбикә быға тиклем ауылдаштарына йөҙөн асып күрһәткәне юҡ. Үҙен белә-белгәндән урам­ға сыҡҡанында ҡара яулыҡ менән йөҙөн, башын ҡаплай…
Шулай ултырып, бер аҙ тыныслан­ғас, аяҡ кейемен ишек алдында ҡалдырып, Бүләкбикә мәсеттең ишегенә үрелде.
Бар шатлығы, булмышы ошо йорт­ҡа бикләнгән уның. Йөрәгендә ни һаҡлауын, күңелендә ни йәшергәнен белеүсе юҡ. Әле өләсәһе тере саҡта уның менән ваҡыты-ваҡыты һөйләшеп, серләшеп алғылай ине. Әммә ҡарсыҡ балаҡайҙың зарҙарына уфтаныуҙан ары яуап таба алманы. Йә булмаһа, күҙ йәштәре менән ҡабат-ҡабат уның нисек тыуыуы хаҡында бәйән итер ине:
– Әсәң балаға уҙғас, йәшмен, үҙем өсөн йәшәп өлгөрмәгәнмен, тип алдырырға китергә йыйына башланы. Юҡ, мәйтәм, Хоҙайҙың биргән бүләгенән баш тартырға ярамай. Тынысландырам, башынан һыйпайым… Ире лә күҙҙәренә генә ҡарап тора, һүҙҙәренән аша атлар кеше түгел. Йәш булһағыҙ һуң, балағыҙ үҙегеҙ менән бергә үҫер!
Шулай туғыҙ ай һаҡлап йәшәнем үҙеңде. Әммә әсәңдең тулғағы башланған төндә күҙ асҡыһыҙ буран сыҡты ла китте. Ауыл осона түгел, күршеңә сығып инерлек түгел! Медик та килеп етә алманы, һин өйҙә тыуҙың. Туптай теремек, күҙҙәре уйнап торған тере ҡурсаҡтай булдың. Әсәңдең генә ниңәлер иртәнсәккә ҡарай хәле мөшкөлләнде. Бер туҡтауһыҙ һаташты, атаңдан бүтәнде танымаҫ булды.
– Ниндәй бала ти ул?! – тип, һине иҙәнгә төшөрөп ебәрә яҙҙы. Саҡ тотоп өлгөрҙөм. Атаң да һиңә әйләнеп ҡарай алмай:
– Әйттем бит, алдырайыҡ тип, уның беҙгә ни кәрәге? – тип баш тартты.
Иртәнсәк әсәңде районға, дауаханаға алып киттеләр. Атаң да ҡалманы. Өс айҙан ғына ҡайтып төштөләр. Ҡайттылар ҙа, үҙ тормоштары менән йәшәп алды ла киттеләр. Һине күреү түгел, һинең турала һорашмайҙар ҙа бит әле. Бер көн үҙеңде тоттом да, киттем быларға.
– Юҡ, беҙҙең бала юҡ, булмаясаҡ та. Бүтән күренеп йөрөмәгеҙ, – тип ҡыуып сығарҙылар.
Аҡылдан шашҡандыр былар, тиһәм, оҡшамағандар. Аҙаҡтан медик әйтте инде, әсәң бүтән әсәй була алмай, әле депрессияла, тип. Ә атаң шул бәләлә һине ғәйепле күрә булып сыҡты. Шунан былар икәүләшеп Бохара яғына сығып китте. Әсәң китер алдынан килеп, ғәфү үтенде. Һине оҙаҡ ҡына яратып, ҡулында алып ултырҙы. Үҙем менән алам тиеңкерәп тә ыңһырлағайны, бирмәнем. Мәйтәм, әллә ниндәй билдәһеҙлеккә баланы тоттороп ебәреп ултыра алмайым. Етмәһә, яңғыҙым ҡалам, иптәш кәрәк, тинем. Аҙаҡ, барып урын­лаш­ҡас, хат яҙҙылар. Һине үҙҙәренә алырға хыялландылар… Шунан кемдәрҙер уларҙы, үлеп тә ҡалғандар, тип ишеткән шикелле. Был яҡҡа ҡайтарып ҡуймағас, ышанмайым. Ҡолағым ишетһә лә, күңелем ышанмай. Ярай, барыһы ла Хоҙай ҡулында. Тере булһалар, ҡайтып төшөрҙәр әле берәй ҡасан…
Мәһәҙиә ҡарсыҡ Бүләкбикәһен үтә шаштырмай, иманлы итеп тәрбиәләне. Әҙәм күҙенән һаҡлайым тип, бәләкәй сағынан уның йөҙөн бер кемгә күрһәтмәне. Мәктәптә уҡығанында ла Бүләкбикә башынан яулыҡ төшөрмәне, йөҙөн дә ҡаплап йөрөнө. Мәктәптән бушаған мәлдәрендә мәсет юлын тапаны, доғалар ятланы, дини китаптар уҡыны.
Бынан бер йыл элек, Бүләкбикә, урта мәктәпте тамамлап, ҡалаға уҡырға йыйынған мәлдә, Мәһәҙиә ҡарсыҡ гүр эйәһе булды. Ҡыҙсыҡ, юғалып ҡалыуҙан ҡурҡып, ауылын, тыуған йортон ташлап, бер ҡайҙа ла китмәне лә ҡуйҙы. Ваҡытлыса тип, медпунктҡа иҙән йыуыусы булып эшкә урынлашты. Буш ваҡытында ауыл халҡына матур күлдәктәр тегеү менән дә мәшғүл булды. Мәһәҙиә ҡарсыҡ, тормошта кәрәк булыр тип, өйрәткәйне ҡыҙҙы үҙе белгән был шөғөлгә.
Тап шул мәлдә ауылға, Бүләк­бикәгә ҡаршы йортҡа, ирле-ҡатынлы Гөлнар менән Ҡәйепҡол исемле кешеләр күсеп килде.
Бүләкбикә был хәлде бик ҡыуанып ҡабул итте. Күңелендә йөрөткән атайлы-әсәйле булыу теләге ниндәй ҙә булһа яңы күлдәк кейеү ҡыуанысынан күпкә өҫтөнөрәк ине. Ни тиһәң дә, ул ғүмеренең һәр көнөндә лә улар менән осрашыу күренешен күҙ алдына килтереп йәшәне.

Р. РЫҪҠУЖИНА.
(Дауамы бар).

Шулай бер мәл, ауыл өҫтөн ҡап-ҡара төн ҡаплап алғас, башындағы яулығын иңенә һалып, Бүләкбикә ҡапҡа алдына сыҡты. Ауыл тыныс ҡына йоҡлай. Тирә-яҡта сиңерткәләр сиңе генә бер аҙ ишетелеп алғандай. Ҡыҙыҡайҙың ҡараштары ҡаршылағы йортта ине. Уның тәҙрәләренә әллә ай яҡтыһы төшә, баҙаған яҡтылыҡ күренеп ҡалғандай. Улай тиһәң, күк йөҙөндә ай ҙа юҡ… Бүләкбикәнең йөрәге жыу итеп ҡалды.Ул йыш-йыш аҙымдар менән күршеләренә ҡарай атланы. Шар асыҡ ҡапҡа аша ҡыйыу үтте лә, тәҙрә янында туҡтап ҡалды. Был яҡтағы тәҙрәнән дә яҡтылыҡ күренгеләй. Бүләкбикәнең тыны ҡыҫылды: өй эсендә әллә ут яна?! Йүгереп өйгә инде. Ысынлап та, бер бүлмәле өйҙөң ҡап уртаһында ултырған өҫтәл өҫтөндә ут дөрләй. Бер ни уйламай, ҡыҙ йәшен тиҙлегендә соланға сыҡты. Ҡараңғы юҡта һәрмәп-һәрмәп һыу йәки биҙрә эҙләп ҡараны. Яҡтылыҡ табыу теләге менән стенаны ла ҡапшаны, әммә ҡулға бер нәмә лә эләкмәне. Әйтерһең, күршеләре бушлыҡта көн күрә. Бүләкбикә кире үҙҙәренә йүгерҙе. Баҡсаһы рәшәткәләрендә элеүле ике биҙрәне сисеп, ишек алдындағы кәритәнән һоҫоп тултырып һыу алды ла, кире күршеләренә сапты. Саҡ йығылмай ҡараңғы юҡта уларҙың өйөнә инеп, ҡулындағы биҙрәләрҙе берәм-берәм өҫтәлдәге утҡа һипте. Бәхеткә күрә, ут өйҙәге бүтән бер нәмәгә лә күсеп өлгөрмәгән ине. Шул саҡ ихатала ҡатын-ҡыҙ тауышы ишетелде:
– Ах, уйнашсы! Минең иргә ынтылдыңмы, йәп-йәш көйө? Сыҡ бында, күрһәтәм мин һиңә кемдең кемлеген!
Бүләкбикә тышҡа сыҡты. Тупһа янында сәстәре ялбыр күрше ҡатын, йорт хужабикәһе тора ине. Ҡыҙыҡай, уның зыян күрмәгәненә ҡыуанып, осоп барып ҡосаҡларҙай булды, ләкин үҙен тиҙ генә ҡулға алды.Ҡараңғы булыуға ҡарамаҫтан, ҡатындың ҡулындағы ҙур һайғау күренә ине.
– Күрше, имеш. Көпә-көндөҙ инеп танышырға ҡыйыулығың етмәнеме? Ниңә иң ҡараңғы төн уртаһында йөрөйһөң? Ул – минең ир! Мин уны ҡан көсөм менән үҙемә ҡараттым. Хәҙер килеп, һиңә биреп тормаһам ярар ине, йәтимбикә! Тай бынан, бынау һайғау эләкмәҫ борон!
Йән көсөнә ҡысҡырынған Гөлнар тауышы ауылдаштарының кемеһендер саҡырып килтерҙе. Бүләкбикә үҙенең ҡулынан тотоусыны шәйләне. Был – өләсәһенең әхирәте Мәрхәбә ҡарсыҡ ине.
– Әйҙә, балаҡай, өйөңә ҡәҙәр оҙатып ҡуям…
Ҡалтыранған Бүләкбикәне тынысландырырға теләп, Мәрхәбә ҡарсыҡ бер туҡтауһыҙ уның арҡаһын, беләктәрен һыйпаны.
– Иҫәр ҡатын бит ул. Моғайын, ирен иҫертеп йоҡлатып, үҙе ут тоҡандырып сыҡҡандыр…Теләһәң, яныңда ҡалам. Әгәр ҡурҡһаң, әйҙә, миңә барайыҡ. Күптән әйтәйем тип йөрөй инем, балаҡайым, әллә бергә генә йәшәйек тә ҡуяйыҡмы? Мин дә яңғыҙ, һин дә бер үҙең. Тынысыраҡ та булыр ине…
Был хаҡта иртәгә, яҡтыла һөйләшербеҙ тип, Бүләкбикә Мәрхәбә әбейҙе өйөнә тиклем үҙе оҙатып ҡуйҙы. Шунан ҡайтып, кистән яғылған, әле һыуынып бөтмәгән мунсаға инеп, йыуынып сыҡты. Гөлнарҙың уға төбәп әйтелгән һүҙҙәренән әллә ниндәй сирҡаныс алғайны шул. Йәнен, тәнен бысраҡ ҡойоға төшөп сыҡҡандай хис итте. Әммә йыуынған мәлдә ауыҙы эсенән уҡынып, кире үҙ хәленә ҡайтты шикелле.
Өйгә ингәс, Бүләкбикә ишек төбөндә эленгән көҙгөгә иғтибар итте. Асыҡ йөҙөн күреп, оҙаҡ ҡына бит һыҙаттарына ҡараны. Өләсәһе һәр саҡ, һин әсәйеңә ныҡ оҡшағанһың. Уның кеүек сибәрһең, ти торғайны. Баяғы Гөлнарҙы яҡындан күргәне булмаһа ла, уны ла үҙе һымағыраҡ итеп күҙ алдына килтерергә тырышты. Тик матур ҡатындың әшәке һүҙҙәр һөйләүе гүзәллек эсенә нисек һыя алыуын аңлай алмай, оҙаҡ ҡына уйланды.

* * *
Был ваҡиғанан һуң бер ай ваҡыт үтте. Бер көн шулай, иртәнге намаҙ тамамланыуға, Мәрхәбә ҡарсыҡ йүгереп килеп инде. Бүләкбикәнең хәлдәрен дә һорашмай:
– Оло хәбәр менән индем, балаҡайым. Әйҙә, сәйеңде ҡуй, тамаҡ кипте, – тип үҙе шыжлап ултырған самауырҙы соланға алып сығып, борҡотоп, күмер өҫтәп, торбаһын кейҙереп керҙе.
– Баяғы Гөлнарҙы әйтәм, кисә төн уртаһында Фәрҡәт муллаға барған, тиҙәр.
– Тәүбәгә килдеме икән ни, йә, Хоҙай!
– Килеп ҡуймаһын! Теге донъяға барып ҡайттым, ни эшләргә икән, тип әйтә ти бит.
– Бахырҡайым, аҡылдан шашып йөрөүеме икән?
– Кит, һаман йәлләйсе шуны. Үҙеңә күпме этлек ҡылды, һаман яратып тик ултырасы…
Сәйләгән ваҡытта Мәрхәбә ҡарсыҡ, имеш тә был ғаиләнең Бохаранан ҡыуылып ҡайтыуы хаҡында һүҙ сығарҙы. “Бохара” тигәнде ишеткәс, Бүләкбикәнең йөҙөнә йылмайыу йүгерҙе. Тимәк, ул яңылышмаған! Ҡасандыр сығып киткән ата-әсәһе бит былар!
Ул, яһалған сәйен дә эсеп бөтмәй, башына яулығын бәйләне лә, күршеләренә ҡарай йүгерҙе. Мәрхәбә әбей, тағы әллә нәмәләр һөйләйем, тип алдаштырып ҡараны, ләкин ҡыҙҙы туҡтатыу мөмкин түгел ине.
– Һаумыһығыҙ!
Бүләкбикә бар ҡыйыулығын йыйып, өй алдындағы эскәмйәлә ултырған иргә өндәште. Ҡәйепҡол баш һелкте.
– Һеҙ минең кем икәнлекте беләһегеҙме ул? Ҡайҙа хужабикәгеҙ?
– Гөлнар ҡалаға, мәгәзингә китте. Шәкәр бөткән дә… сәй эсеп булмай…
Ирҙең ныҡ байрам итеүҙән башы сатнап ултырғанын һиҙһә лә, Бүләкбикә йәлләгәнен белдермәҫкә тырышты.
– Һеҙ – минең атайым, буғай…
– Булмаҫ. Минең балам юҡ инесе…
Бүләкбикә йөҙөн асты, башындағы яулығын систе. Быны күргән Ҡәйепҡол, йығылып китә яҙҙы:
– Алма?!
– Минең исемем Бүләкбикә. Өләсәйем – Мәһәҙиә, ә әсәйемдең исеме Алмабикә булған шул…
– Эх-х-х…
Ҡәйепҡол йоҙороҡлап тубығын туҡманы, күҙҙәрен йәштәр бәреп сыҡты.
– Юғалттым мин Алмамды. Әрәм генә иттем. Гөлнар булмаһа, уның артынан киткән булыр инем.
– Ә Гөлнар кем ул?
– Мине үлемдән һаҡлап алып ҡалған кеше. Мин уға ғүмерем менән бурыслымын. Тегендә, Бохарала, әсәйең менән матур ғына йәшәп ятҡанда, бәлә килде. Өйөбөҙ янып китте. Әсәйеңде ҡотҡара алманылар. Мине Гөлнар һөйрәп алып сығып өлгөрҙө…Әллә ҡайҙан хасил булған ул ут… Гөлнарҙы мин элек тә күргеләй торғайным, яҡташтар, тип әсәйең янына ингеләй торғайны. Ләкин ул ҡаланың икенсе башында йәшәгән кеше, шул төндә ҡайҙан килеп сығып мине ҡотҡарып өлгөргән, тиерһең. Улайтһаң, Алмам ситке йортта ҡуна ҡалғайны, мин – төпкө бүлмәлә. Иң тәүҙә уны ҡотҡарырға тейештәр ине һымаҡ. Бына шундай мөғжизәле рәүештә мин тере ҡалып, көн күрәм.
Бүләкбикә уйға батты. Атаһының һөйләгәндәрен күҙ алдына килтереп ҡараны, ваҡиғаларҙы икенсе төрлөрәк итеп һүрәтләргә тырышты, әммә иң ҡәҙерле кешеһенең үлгәненә ышана алманы.
– Балам, һин минең ҡыҙым икәнлегеңде Гөлнар белеп ҡалмаһын, йәме. Теге саҡ та мине янғындан алып ҡалғаныңда әллә нәмәләр уйлап сығарып, бөтә ауылға ғәйбәт таратҡайны бит. Ул һәйбәт кеше. Тик унан алыҫыраҡ йөрө…
Ауылда сер һаҡлап буламы ни? Ошо һөйләшеүҙең икенсе көнөнә Гөлнар үҙе Бүләкбикә янына килеп инде. Һаулыҡ та һорашмайынса, өйҙөң түренән буйға-буй йөрөп сыҡты ла:
– Минең иргә ҡарамаһаң, һиңә ауылда малайҙар бөткәнме? Әйҙә, берәйһе менән ҡауыштырам? – тине.
Бүләкбикә өндәшмәне.
– Мин ниндәй ауырлыҡ менән уны ҡаратып алып тороп, һинең ише маңҡа ҡыҙға биреп ҡуйыр тиһеңме? Көтөп тор! Мин – ут ҡатын! Әгәр теләһәм, бер секунд эсендә үҙеңде лә, йортоңдо да күккә осора алам! Эҙҙәрем ҡалмаясаҡ. Күр ҙә тор, ул өлкәлә минең тәжрибә ярайһы. Теләйһеңме?
Бүләкбикә башын күтәрмәй генә ризаһыҙлыҡ белдерҙе.
– Тимәк, или ауылдан китәһең, или мин күккә осорам… Аңланыңмы?
Гөлнар сығып киткәс, Бүләкбикә иҙәндә тәгәрәп ятып иланы. Ул бит ошо әшәке ҡатынды үҙенең әсәһелер, тип йөрөгәйне… Был тиклем дә ҡурҡыныс кешене Ер нисек күтәреп йөрөтә икән?! Атаһы ла йәлке бит әле…Әгәр ул ауылдан сығып китһә, был ҡатын атаһын һәләк кенә итеп ҡуясаҡ…
Бер аҙнанан, Бүләкбикә үҙ өйөнә оло йоҙаҡ элде лә, төндә, кеше күрмәгәндә Мәрхәбә ҡарсыҡ янына күсенде. Ни тиһәң дә, ул икенсе урамда йәшәй. Гөлнарҙың күҙенән һаҡланып та була, тип уйланы ҡыҙ.
Шул уҡ төндә, Гөлнар шыр иҫерек көйө Бүләкбикә менән араларҙы яңыртыу ниәтенәнмелер, ул йәшәгән йортҡа килде. Ишектәге йоҙаҡты ла күрмәйенсә, ишекте дөбөрҙәтә. Үҙе ажғыр тауыш менән:
– Ас, ас тием, уйнашсы! Өскә тиклем һанайым да, донъяңды күккә осорам!
Тап шул мәлдә ҡойоп ямғыр яуа башлай. Иҫерек ҡатын, өйгә ут төртәм тип, шырпы һыҙып-һыҙып ҡарай, тик ямғыр тамсылары шаярған төҫлө, утты һүндерә лә ҡуя. Был уйынға Гөлнарҙың түҙемлеге етмәне, үҙ аяғындағы кәлүшетәренә эләгә-йығыла, һүгенә-һүгенә ҡайтып китте.

* * *
Теүәл бер йылдан Мәрхәбә әбей йортона яусылар килде. Күрше ауылдан Йәғәфәр исемле егет Бүләкбикәне һоратты. Егет менән ҡыҙ, мәсеткә барғанда-ҡайтҡанда осрап, һаулыҡ һорашып йөрөгән булған. Йәғәфәр ҙә дингә мөкиббән киткән егет.
Ҡунаҡтар танышып, оло табынға ултырғас, ишек шаҡып, Ҡәйепҡол килеп инде. Барыһы менән күрешеп, Бүләкбикә янына ултырҙы.
– Һеҙ мине ғәфү итегеҙ, кәнишне. Мин – Бүләкбикәнең атаһы. Һоратырға килеүҙәрен ишетеп килдем. Әгәр мөмкин булһа, ашыҡмайыраҡ тороғоҙ. Мин ҡыҙыма алдан әйтеп өлгөрмәнем, ҡыҙым, һинең әсәйең тере…
Бүләкбикә, был һүҙҙәрҙән һуң, ни эшләргә белмәй улай-была ҡаранды ла соланға йүгереп сығып китте. Уның артынан Мәрхәбә ҡарсыҡ менән Ҡәйепҡол эйәрҙе. Ишеккә ҡапланып илаған Бүләкбикәне тынысландырам тип торғандарында, ихатала таныш тауыш ишетелде:
– Өсәүегеҙҙе бер юлы юҡ итәм бит хәҙер! Мин һиңә әйттем түгелме, йәтим бисура, иремә ынтылма, тип.
Ҡәйепҡол тертләп китте. Ҡулына һәнәк тотҡан Гөлнарҙың янына йүгереп сыҡты ла, теҙләнеп:
– Бүләкбикәнең бер ғәйебе лә юҡ. Мин үҙем килдем. Әйҙә, бисәкәй, ҡайтайыҡ, минең бер яртылыҡ аҡсам бар ине… – тигән булды.
– Төкөрҙөм мин һинең аҡсаңа! Минең өҫтән йөрөргә кем рөхсәт итте?
Ҡәйепҡол һиҙмәй ҙә ҡалды, Гөлнар ҡулындағы һәнәген Бүләкбикә яғына тоҫҡап ырғытты. Һәнәк ҡыҙҙың аяғына килеп сәнселде. Ҡәйепҡол, нимәгә тотнорға белмәй, ике арала йүгерерә тотондо. Шул арала өйҙән Йәғәфәр килеп сыҡты ла, Бүләкбикәнең аяғындағы һәнәкте алып ташлап, ҡыҙҙы күтәреп, машинаһына йүгерҙе. Мәрхәбә ҡарсыҡ ҡунаҡтары янына инде, ә ихатала Гөлнар менән Ҡәйепҡол икәүһе ҡалды.
– Мин ҡартмы? Ниңә шул йөҙөн дә күрмәгән бисураға иҫең китте?
Ҡәйепҡол тороп баҫты. Ҡатынын ҡосаҡлап алды ла:
– Юҡсы, бисәкәй. Мин бында бер яртылыҡ бирмәҫтәме икән, тип кенә килгәйнем. Әйҙә, ҡайтайыҡ инде, кеше көлдөрмәйек, – тип алдаштырып, ҡайтыу яғына ыңғайланылар.

* * *
Район больницаһында Бүләкбикәнең аяғын ҡарап, кәрәкле процедуралар башҡарып, бинт һалдылар. Йәғәфәрҙе, ике-өс көндән килеп алырһығыҙ, тип ҡайтарып ебәрҙеләр.
Бүләкбикә атаһы әйткән яңылыҡты һаман кисереп бөтмәй, тағы үҙ-үҙенә йәшеренде. Палатала һүҙ ҡушыусыларға яуап та бирмәне, бер кем менән дә һөйләшергә теләмәне. “Йә, Хоҙайым, был тиклем үк бәхетте нисегерәк күтәрәйем икән? Атайымды ул ҡатындан нисек ҡотҡарайым да, әсәйемде ҡайҙан, нисек эҙләп табайым?!” – ошо һорауҙарға яуап һорап, әллә нисә тапҡыр Хоҙайға ялбарҙы. Ләкин мөғжизә күктән төшмәне.
Икенсе көнөнә иртә менән уның янына Ҡәйепҡол килеп етте.
– Һаҡмар буйынан ҡайтып етмәне Гөлнар. Төндө шунда үткәрә бит ул…– тине, Бүләкбикәнен һораулы ҡарашын аңлап.
– Әсәйемдең иҫәнлеген кемдән ишеттең?
– Кисә ауылға автолавка килгәйне. Шуның һатыусыһы беҙҙең Бохаралағы элекке күршебеҙ булып сыҡты. Шул миңә тетрәнгес хәл һөйләп китте бит. Теге ваҡыт беҙҙең Бохаралағы янғын башланған мәлдә әсәйең уларға йомош менән ингән булған. Төтөн күреп, тышҡа сыҡһалар, Гөлнарҙың мине һөйрәкләп, бер машинаға тейәп алып киткәнен күреп ҡалғандар. Ә был мәлдә ялҡын бөтә өйҙә ялмап алған була. Шунан Алма, хәлдең айышына төшөнөп, күршенән аҡса алып, Башҡортостанға ҡайтып киткән, ти. Ул моғайын, ошо тирәнән алыҫ китмәгәндер. Ҡоштар ҙа бит тыуған яҡтарына ҡайта… Тик, һин, ҡыҙым, беҙҙе ғәфү итә алырһыңмы һуң? Һине өләсәйең ҡарсыҡҡа ҡалдырып китергә әсәйеңде мин күндергәйнем. Ғәйеп миндә генә. Ваҡыты-ваҡыты менән ҡайтып, үҙеңде алып китәйек, тип ынтылдыҡ, ләкин өләсәйең ризалашмаҫ тип ҡурҡтыҡ. Яҡын юл да түгел бит. Пенсияға сығып, шунан яныңа, йәшәргә ҡайтырбыҙ, тигән маҡсат менән тынысланып ҡуйғайныҡ. Күрәһең, яңылышлығыбыҙҙы Хоҙай ғәфү итмәгән…
Ҡәйепҡолдоң һөйләгәнен палаталағы бөтә ауырыуҙар ҙа тын ҡалып тыңланы. Шунан бер ҡарсыҡ тыныс ҡына тауыш менән:
– Алма, тинегеҙме ул?
– Эйе, минең әсәйемдең исеме. Алмабикә, – Бүләкбикә тороп ултырҙы.
– Хәҙер палатаны йыуырға бер бик сибәр ҡатын – санитарка инер. Уның да исеме Алмабикә… – тине баяғы ҡарсыҡ.
Ҡәйепҡол был һүҙҙәрҙе ишеткәс, ултырып түҙмәне, йүгереп коридорға сыҡты. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, палатаның ишеге асылып, биҙрә менән иҙән йыуғасы тотоп, санитарка ҡатын килеп инде. Теге ҡарсыҡ Бүләкбикәгә ҡарап күҙен ҡыҫты. Бүләкбикә, бахырҡайың, аяғының ауыртҡанын да онотоп, һикереп тороп, ҡатынды барып ҡосаҡланы ла, үкһеп-үкһеп илай башланы. Бер ни аңламаған санитарка, ҡулындағы сепрәген иҙәнгә төшөрөп, ҡыҙҙы йыуатып маташты:
– Һеҙгә ни булды? Врачты саҡырайыммы? Ярҙам кәрәкме?
Шул саҡ палатаға йүгереп, хәлдән тайған Ҡәйепҡол килеп инде. Әҙерәк тын алғас, ҡыҙы менән ҡатынын ҡосаҡларға көс тапты. Бер ни аңламаған Алмабикә, Ҡәйепҡолдо танып, аптырап китте. Бүләкбикәнең башындағы яулығын систе:
– Йә, Хоҙай! Күрәһеләрем бар икән! Балаҡайым!
– Алмам!
– Әсәкәйем минең… Хоҙайыма рәхмәт! Доғаларымды ҡабул иткән…
* * *
– Мин район үҙәгендә эшкә төштөм, бисәкәй, беҙгә айырылышырға кәрәк булыр…
Ҡыйыуһыҙ ғына әйтелгән һүҙҙәргә Гөлнар ышанманы.
– Ниндәй район үҙәге ти? Әйҙә, бергә китәйек. Нишләп мин һинең үҙеңде генә ебәреп ултырайым? Ирҙәр кәмегән заманда, үҙем тәрбиәләп кенә кеше итеп алған йәремде ситкә сығарып ебәрергә мин һиңә бында иҫәр түгел!

Р. РЫҪҠУЖИНА.



– Унда йәшәргә урын юҡ. Ирҙәр йәшәгән ятаҡҡа урынлашҡайным…
– Һин мине беләһең, малай. Минең алдымда кәртәләр юҡ. Нимә эшләһәм дә, һинән айырылыу юҡ!.
Гөлнар Ҡәйепҡолдо бер аҙна инде өйҙән сығармай бикләп тотто. Нимәлер һиҙенгән кеүек, ауыл урамын ҡыҙырыусан булып китте. Мәрхәбә әбей ихатаһына ла яҡынлашып ҡарай, тик эскә үтә алмай. Ул да ишегенә йоҙаҡ элеп, ҡайҙалыр сығып киткән.
Район үҙәгендә Бүләкбикә әсәһе менән йәшәй башланы. Ҡатлы йортта бер бүлмәле фатиры бар Алмабикәнең. Бүләкбикә дауаханан һауығып сыҡҡас, ауылдан ҡайтып документтарын йүнләп алып килде лә, тегенсегә уҡырға инде. Киләсәктә үҙ ательеһын булдырыу уның хыялы. Алмабикә ике урында иҙән йыуыусы булып эшләй. Ҡыҙы менән күрешеүенә ҡыуанып бөтә алмай, йөҙөнән йылмайыу китмәй ебәрмәй.
– Бохаранан ҡайтҡас, ауылда, Мәрхәбә әбейҙә булып киттем. Әсәйем ҡәберенә һуғылдым, мәсеткә инеп, аят та уҡыттым, мулла бабай менән оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырырға ла тура килде, – тип серен асты бер көн ҡыҙына. – Гөлнарҙарҙың унда йәшәй башлауын белеп, һиңә һуғылмай кире китергә тура килде.
– Дөрөҫ эшләгәнһең, әсәкәйем. Ул ҡатындан ҡотолоу юҡ бит. Әллә ниндәй аллаһыҙ бәндә булып сыҡты… Эт йәнле, тиҙәр уның хаҡта ауылдаштар. Йылға буйында ҡунып ҡала, сирләмәй ҙә хатта. Атайым нисек ҡотолор инде?..
– Силсәүиткә барып айырылам да, бында киләм, тигән булып ҡайтып киткәйне лә ул. Һаман юҡ бит әле. Имен генә йөрөһөн инде. Мәрхәбә әбей кисә эшкә килеп киткәйне, бөтәһе лә тынсығансы, ҡыҙымда , ҡалала йәшәп торам, ти. Мал-тыуарын күршеләренә тапшырып торған… Ә Гөлнар, осраған кеше һайын, мин теге донъяла булып ҡайттым әле, тип көлөп һөйләп йөрөй , ти. Аҡылдан шашыуымы икән… Шул ҡәҙәрем ҡара эсе менән, шашырһың да! Тегендә, Бохарала сағында әллә нисәмә ғаилә араһына инеп, икәүһен айырылышыуға тиклем еткереп тә йөрөгәйне, бахыр. Уны бөтә ҡала белде, бармаҡ төртөп күрһәтерҙәр ине. Кем уйлаған, беҙҙең дә башҡа етер тип…
* * *
Был хәлдәрҙән һуң өс йыл ваҡыт үтте. Ҡәйепҡол һыуға төшкәндәй юҡҡа сыҡты. Тауышы ғына түгел, тыны ла ишетелмәне. Мәрхәбә әбей ҙә, килгән-киткәнендә ирҙең күптән күренмәүенә зарланды. “Ҡапҡа алдына сығып ултырғанын күреүселәр бар”, – ти торғайны. Һуңғы мәлдә башын ғына түбән эйеп: “Әллә”, – ти ҙә ҡуя.
Бүләкбикә күптән инде бер ательела модельер булып эшләй. Алтын ҡулдары менән яңынан-яңы төр кейемдәр уйлап сығара. Район халҡы ғына түгел, бүтән ҡалаларҙан да уны эҙләп килеп, оло, мөһим тантаналарына кейер кейемдәренең моделен Бүләкбикәгә заказ итеп ҡалдыралар. Алмабикә ҡыҙының уңғанлығына һоҡланыуын һис йәшермәй. Уның ыңғайына мәсеткә лә йөрөй башланы. Тормошондағы яңылыш аҙымдары өсөн Хоҙайҙан ярлыҡау, ҡыҙы өсөн бәхет һорап, көндәлек биш намаҙын ҡалдырмай. Ҡолмөхәмәте менән барлыҡ ауырлыҡтарҙы еңеп, бергә йәшәй баш­лау­ҙарына өмөтөн өҙмәй әле.
Йәй етеүен ашҡынып көткән Бүләкбикә, күгүлән күренеү менән ауыл яғына йыйына башланы. Һәр йыл йәй көндәре шулай ҡайтып, тыуған йортон елләтеп, йыуып, йәм өрөп килмәһә, йәне тыныслыҡ тапмай уның.
– Башта мин үҙем генә ҡайтайым, ул-был хәбәрҙәргә ҡолаҡ һалайым. Әгәр тыныс булһа, шылтыратырмын. Бөтөнләй күсенеп ҡайтырға мөмкин булыр, – тип, әсәһен ҡалдырып, ауылдаш инәйҙәренә тип теккән күлдәктәрен, күстәнәстәрен алып, юлға сыҡты. Ауылға тиклем Йәғәфәре машинаһында елдереп кенә алып килеп еткерҙе. Ғәҙәте буйынса, Бүләкбикә Мәрхәбә әбейегә туҡталды. Ҡарсыҡ бер аҙ ҡартайһа ла, бирешмәй әле, самауырын күтәреп, килгән берәүгә һый тултырып өҫтәл әҙерләп йүгереп йөрөгән була. Йәғәфәрҙе күреп, бигерәк шатланды ул:
– Һеҙҙең туй түрендә ултырырмын тип, яңы камзул тектергәйнем. Тап-таман итеп килтереп киттеләр. Һимереп, камзулға һыймай ҡуймайым, тип фигура һаҡлап йөрөйөм. Оҙаҡ түҙергә тура килерме икән, балаҡайҙар?
Йәштәр бер-береһенә ҡарап йылмайышты. Шунан Йәғәфәр:
– Быйылғы көҙгө муллыҡҡа самалап йөрөйбөҙ, – тип серен асты.
– Улай булғас, туй үҙебеҙҙең йортта булыр, – тип шатланды Мәрхәбә әбей. – Һуғымлыҡҡа тигән үгеҙҙе үҙеңә тип һимертәм, Бүләкбикә, быйыл самай ваҡыты булыр…
Бүләкбикә йылмайып, әбейен ҡосаҡлап алды:
– Әлдә һин бар әле. Һаулығыңды, ғүмереңде бирһен Хоҙай!
– Амин.
Сәйләгәс, Йәғәфәр, кәртә-ҡура яғын ҡарап, кәрәк урындарын төҙәтеп инәйем, тип тышҡа сыҡты. Үҙҙәре ҡалғас, Мәрхәбә әбей тыныс ҡына тауыш менән:
– Ултыр, ҡыҙым. Күҙҙреңә ҡарап ҡына үҙеңә һөйләрем бар, – тип һүҙ башланы. – Ике ай тирәһе элек өләсәң ҡашында бер ҡәбер барлыҡҡа килде. Ауылда кемдер үлгәне-ниткәне ишетелмәне. Кисә Фәруҡ мулланан һорашһам, Ҡәйепҡолдо шунда ерләгәндәрен әйтте. Бер кемгә ишеттермәй, уны саҡырып ҡына ясин сығарып, үҙ әшнәләре менән алып барып ерләгән дә ҡуйған Гөлнар. Әллә, мәйтәм аятын уҡытып, риза итеп ҡуяйыҡмы, тим. Дөрөҫө шул булыр. Күрше-күләнде генә алайыҡ та. Хәйерлек-маҙар бар, күстәнәстәрең дә мул бит, балаҡайым.
– Йәғәфәрҙе әсәйемә ебәрергә кәрәк. Ул бит һаман атайым менән осрашыу көтөп йәшәй, бисара…
Алмабикә Ҡәйепҡолдоң үлеү хәбәрен тыныс ҡабул итте. Бер аҙ аҫҡа ҡарап, уның менән бергә булған йылдарын һынһыҙ мәл эсендә генә уйҙарынан үткәрҙе лә, уфтанып ҡына ҡуйҙы. Шунан хәйерлектәрен йыйнап, машинаға сығып ултырҙы.
…Аллаһы Тәғәлә тәртип ярата. Ул ғаләмдәге һәр нәмәне тәңкләп кенә, кәрәгенсә ебәрә. Уның ҡанундары бар. Был ҡанундарҙы нисек кенә теләһәң дә үҙгәртеп булмай. Шуға ла Хоҙайҙан донъялыҡ мәнфәғәте өсөн нимә теләйһең, барыһын да доға аша һорайһың. Әммә доға эйәһе теләгән нәмә сәбәпһеҙ генә бирелмәҫ. Аллаһ уны биреү өсөн, бер сәбәп яратыр һәм ул шул сәбәп юлы менән бирелер, тиелә изге китаптарҙа. Алмабикә ошолар хаҡында ла уйланды юлда. Нисек кенә дөрөҫ йәшәргә теләһәләр ҙә, хатта үҙҙәренсә, яңылышмаған кеүек булһалар ҙа, Ҡәйепҡоло менән күп кенә уйланылмаған аҙымдар менән көн иттеләр шул. Иң тәүҙә, Хоҙай тарафынан бүләк итеп ебәрелгән балаҡайҙарынан, бер гонаһһыҙ яңы тыуған сабыйҙарынан, йылылыҡ, күкрәк һөтө йәлләнеләр. Рәнйемәгән тиһеңме, сабый?! Әсә кеше тойорға тейеш ине лә бит быны! Юҡ, уның бурысын Ҡәйепҡоло үҙенә ҡайырҙы… Берҙән-бере, әсәкәйен япа-яңғыҙын йүргәктәргә батырып сығып китеү ҙә ғәйеп түгелме? Был сағында ла Ҡәйепҡоло шомлоҡҡа батып, гонаһтарға ҡойондо, әммә һөйгәненән ғәйеп эҙләмәне. Мәһәҙиә ҡарсыҡ һуңғы һулышына ҡәҙәр ҡыҙын саҡырҙы, уны көттө. Әммә ҡыҙы был сағында ғүмерҙән мәңге туймаҫтай, үҙенең булмышына ғына йәбешеп ятты. Был юлы ла бит әлеге лә баяғы ире уға терәк ине.
Сит ерҙәрҙә лә рәхәт булманы уларға. Эшһеҙлек менән яфа сиккәндәрендә лә, һәр саҡ Ҡәйепҡол үҙендә көс табып, Алмабикәне тынысландырҙы, бәләкәй генә шатлыҡты ла оло байрамдай ҡабул итергә өйрәтте. Ауырлыҡтарҙы йырып, бына-бына хәсрәттәрһеҙ йәшәй башланыҡ тигәндә, Гөлнар хасил булды. Юҡ, бушлыҡтан түгел уныһы ла, Алма уны бөгөн, бына ошо ҡайғылы мәлендә генә төшөндө: уны Хоҙай барлыҡ гонаһтары өсөн яза итеп ебәргән! Быныһын ғорур үттеләрме? Үкенескә күрә, үтә алманылар. Ҡәйепҡол эскелек, хәшерәтлек ҡолона, Гөлнарҙың ирекһеҙ тоғро этенә әйләнде. Ә Алмаһы, уны ҡотҡарыу урынына, ситтән генә ерәнеп күҙәтеүен белде.
Хоҙайҙың барлығына ла бит Алмабикә ҡыҙын осратҡас ҡына ышанды. Күрәһең, һуңлаған. Мәңгелек мөхәббәтен үҙенә кире ҡайтара алмағас, уның ғүмерен һаҡлап ҡала алмағас, хатта ки уны һуңғы юлына ла тейешенсә оҙата алмағас, ысынлап та һуңлаған… Туҡта! Ул тиклем үк бөтәһе лә насар түгел бит әле. Хоҙайҙың бүләге – Бүләкбикәһе бар! Исемен дә Мәһәҙиә әбей бушҡа ғына ошолай яңғырашлы итеп ҡушмаған, алдан күргән, белгән ул. Ана, атаһына ла ғәйеп тотмай, уға арнап аят уҡытырға йыйынып йөрөй! Рәхмәт яуғыры, сәләмәтлеген, ғүмерен бирһен балаҡайға! Әсә бәхетенән мәхрүм ҡалмаһын, Хоҙайым!..
Аят уҡытып, Ҡәйепҡол менән Мәһәҙиә әбейҙең ҡәберҙәрен тәрбиәләп, кире ҡайтыр юлға сыҡҡас, ауыл осонда Һаҡмар буйында Алмабикә машинаны туҡтатыуҙы үтенде. Ҡараштарын алыҫҡа төбәп, ҡыйыуһыҙ ғына аҙымдар менән йылға буйына төштө. Унда иҫкән талғын ел, Алмабикәнең сәстәренән һыйпап, әллә ҡайҙа, йылдар аша ҡалған бала сағына алып ҡайтырға теләгәндәй, алға саҡырҙы. Ана-а-уында, оҙон итәктәренә йығыла яҙып, бер йәштәге ҡыҙҙар ҡулдарына байраҡ кеүек яулыҡ тотоп, йылға яры буйлап саба…”Э-һ-е-һ-ей! Был ярға тик мин батша! Юҡ, мин, һин түгел, мин батша-а-а!” Шул саҡ, араларында күҙгә күренеп бармаған берәү, уның исемен дә белеүсе юҡ ине, яҙа баҫып, яр ситендәге тупраҡҡа ишелеп, аҫҡа тәгәрәне. Тауышы ла ишетелмәне, ҡулындағы яулыҡ елпелдәүен генә күреп ҡалып, ауылдан кешеләр саҡырып килтерҙеләр… Бик оҙаҡ ятты теге ҡыҙ дауаханала. Ҡурҡышынанмылыр, һөйләшмәҫ булған бисараҡай. Һуңынан, бүтән бәлә сыҡмаһын тип, ишелеп төшөп торған был ярҙы колхоз тигеҙләтте. Ләкин әсәйҙәр, балаларына һабаҡ булһын тип, гел теге ҡыҙ хаҡында иҫкәртеп, иҫләтеп кенә торҙолар…
Яр буйында түмгәк күреп, Алмабикә шунда яҡынлашты. Килеп еткәс, түмгәктең кеше кәүҙәһе икәнлеген һиҙеп, аптырап китте. Яҡынлабыраҡ, тегегә төрттө. Ләкин кәүҙә ҡыбырламаны. Тағы төрттө. Был юлы йомарланған баш бер аҙ күтәрелеп, асылып, йөҙө күренде. Алмабикә тәүҙә ҡыйынһыныбыраҡ, сирылып ҡуйҙы, сөнки теге баштың шешенеп бөткән күҙҙәре тирә-яғынан һырланып төпкә батҡан, сикәләр елгә ярылып, ҡыҙарып, ҡутырлап тора. Был Гөлнар ине.
– Гөлнар! Гөлнар тим! Тор, һалҡын алдыраһың бит!
Ләкин Гөлнар нимәлер әйтергә теләп ауыҙын асты, тик тауышы сыҡманы. Кире йомарланды.
Алмабикә машина торған яҡҡа йүгерҙе. Ҡыҙы, Йәғәфәр менән кире килеп, Гөлнарҙы тейәп алдылар ҙа, ҡалаға елдерҙеләр...
Бер аҙна үтеүгә, Гөлнарҙың йөҙө асылды. Элеккеләй көләс йылмаймаһа ла, тауышын сығарып, көйләй башланы. Алмабикә үҙе эшләгән дауаханаға килтергәйне уны. Башта диагноз ҡуя алманылар. Эскелектән ҡаҡшаған ҡатындың нервылары урынында түгеллеге асыҡланды. Тыныслана алмай, һаташа, хатта һүгенеп, тибешкән Гөлнарҙы түҙемлек менән ҡараны табиптар. Бер аҙ күҙе асылғас, а







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға