«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Мәҙәктәр(анекдоттар)



25.07.2014 Мәҙәктәр(анекдоттар)

Сит ил туристары ултырған автобус бер ауылға яҡынлаша.
– Хөрмәтле ханым һәм әфәнделәр! – ти гид. – Ни бары 100 евро түләһәгеҙ, оса торған ба­лыҡтар йәшәй торған берҙән-бер һыу ятҡылығында була алаһығыҙ. Бындай күл донъяла башҡа юҡ. Теләйһегеҙ икән, балыҡ тотоуҙа ла ҡатнашырға мөмкин.
Туристар быуаға табан ағыла, ә уның өҫтөндә, ысынлап та, балыҡтар һикерешә. Балыҡ ҡармаҡлау бик күңелле үтә. Бәхетле туристар автобусҡа инеп ултыра. Улар артынан ингән гид автобус ишегенән башын сығара ла:
– Әнәс, беҙ киттек! Электр ҡайнатҡысын һүндерһәң дә була, – тип ҡысҡыра.

* * *
Рабиновичты иркенән мәхрүм итәләр. Төрмә башлығы унан:
– Нимә менән шөғөлләнергә теләйһең? Йыһаз етештерергәме, тапочкалар тегергәме, әллә пакеттар йәбештерергәме? – тип һорай.
Рабинович оҙаҡ ҡына уйлап тора ла:
– Мин быларҙың барыһын да һатыу менән шөғөлләнергә теләйем, – ти.

* * *
Ысын мөхәббәт – ир-аттың машинала алғы пассажир ултыр­ғысында ултырып барғанда: „Мейеһеҙ тауыҡ! Ҡайҙа бара­һың!” – тип ҡысҡыраһы урында, тыныс ҡына: „Һандуғасым минең! Руль артында ултыраһың икән, бер аҙ иғтибарлыраҡ бул!” – тип әйтеүе.

* * *
– Нимә эшләргә инде? – ти бер ҡатын әхирәтенә. – Ирем гел беренсе ҡатыны хаҡында һөйләй.
– Ә минең ирем буласаҡ ҡатыны тураһында, – ти әхирәте.

* * *
Мәҙәктәр(анекдоттар)Беҙҙең депутаттарға закондар ҡабул иткәнсе, дарыуҙар ҡабул итергә кәрәк.

* * *
– Бәғерем, ҡояшым булғың киләме?
– һис шикһеҙ, ҡәҙерлем!
– Улай булһа, янымдан 150 миллион саҡрымға кит.

* * *
Рәсәй Америка индергән санкцияларға үҙенсә яуап бирҙе: колорадо ҡуңыҙҙарын кире тыуған яғына ҡайтарҙы.

* * *
Директор кабинетына секре­тарь ҡыҙ йүгереп инә:
– Әле генә һеҙҙең машинағыҙ­ҙы урланылар!
– Ә ҡараҡтарҙың берәй билдәһен хәтерләп ҡалдыңмы?
– Юҡ, машинағыҙҙың номерын ғына яҙып өлгөрҙөм.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға