«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Мөхәммәт ЗАКИРОВ: Ниндәй таланттарын ҡорбан итә, Бандит уйнап, заман ҡолдары?!.



18.07.2014 Мөхәммәт ЗАКИРОВ: Ниндәй таланттарын ҡорбан итә, Бандит уйнап, заман ҡолдары?!.

Һөйөү тураһында баллада

Егеткә ҡыҙ үлеп ғашиҡ ине
Шашып һөйөр йәшкә еткәндә.
«Яратмайым! Мине көтмә», – тине
Армияға егет киткәндә.

Ҡыҙ нишләһен? Көтмә тип торғанда
Уны көтһөнмө ни ут йотоп?
Ҡайтып төштө һалдат армиянан,
Ауыл урамдарын балҡытып.

Егет ҡайтҡан өйҙөң тупһаһында
Ултырған ҡыҙ һуған әрсей ине.
«Мине яратмаған булғайның һин,
Барыбер ағайыңа сыҡтым», – тине.

* * *
Хәҙер һыуҙа туп уйнайҙар,
Һыуҙа яратышалар.
Береһен-береһе, рәхәтләнеп,
Һыу эсендә ҡосалар.

Гонаһмы ни, егет ҡыҙын
Һыуҙа шулай яратһа? –
Балыҡ яралһа?!.

Заман ҡолдары

Кино – бөттө, сериалдар китте...
Ҡарамайса сыҙарлыҡ түгел.
Керпек ҡаҡмай көн-төн ҡараһаң да,
Остарына сығырлыҡ түгел.

Маҡсат – байыу, байыу юлы – атыш,
Шартлай, машиналар әйләнә...
Ул үҙе – мент, үҙе – бөткән бандит:
Бармай ниндәй мәкер, хәйләгә!

Уңай геройҙы ла, бандитын да
Артист халҡы уйнай бит инде.
Һәм бандиттың яуыз икәненә
Ышандыра нисек! Кит инде!

Пәйҙә була шундай йөҙ-ҡиәфәт:
Ғүмереңдә тик бер күрерлек,
Ғүмереңдә тик бер күрерлек тә,
Ғүмер буйы төшкә инерлек.

Пультты алып, нисә һүндергән бар:
Был ҡәҙәре уның нимәгә?
Бандит ҡарамаһаң, башҡа ҡарар
Әллә ни юҡ. Бына мәсьәлә.

Артист халҡы, тимен, насар булмаҫ,
Йәлләп ҡуйҙым хатта уларҙы.
Барлыҡ таныш, туған-тыумасаһы,
Ата-әсә, һөйгән йәрҙәре –

Бары ла ҡарай. Артист өйөнә ҡайта,
Булыр арынып ҡанлы гримдан.
Ярай әле, бала – атаһынан,
Һөйгән ҡатын – һөйгән иренән

Ҡурҡмаһа. Һәр артистың, бәлки,
Батыр ролен килә уйнайһы,
Йәки хаҡлыҡ, яҡты тормош өсөн
Көрәшкеһе йәки туҡмағыһы.

Минең атай ниндәй батыр, тиеп,
Маҡтанырлыҡ ҡыҙ йә улдары...
Ниндәй таланттарын ҡорбан итә,
Бандит уйнап, заман ҡолдары?!.


Маймыл туйы


Африкала... ҡарҙар яуа –
Яуыр-яумаҫ, туҡтап ҡалып.
Йомшаҡ мамыҡ ботаҡтарҙа
Маймыл атлы шаян халыҡ.

Һикерәнләй, ана, береһе
Бер ағастан бер ағасҡа.
Ҡар яуғанға ҡарап, тамам
Ултыралыр аптырашта.

Донъя ҡуйған ҡар күрмәйсә
Миллион быуын бабалары.
Һуң бит улар – мәңге ҡарһыҙ
Ҡайнар илдең балалары!
Икенсеһе ара-тирә
Ҡаранғылап алан-йолан, –
Һелкеп ҡарын ҡаға-ҡаға,
Кимерәлер, тәмләп, банан.

Ҡар йомарлап атҡан инем
Шунда маймыл малайына,
«Һә» тигәнсе теге банан
Килеп тейҙе маңлайыма.

Урынында һикергеләй:
«Быйыл – бананға бай йыл!..»
Шатлыҡтанмы, тәкмәс атып,
Әйләнә күпме маймыл.

Ҡар яуа, ҡарҙар ҡойола
Ботағынан ағастың.
Маймыл үҙе маймыл булып,
Нисек маймылланмаһын?..

Маймылланыуға килгәндә,
Уҙҙыҡ мәллә уларҙан?
Маймыл беҙҙән яралғанмы,
Беҙме унан яралған?

Әйтеү ҡыйын: дөрөҫмө был,
Әллә инде хаталыр?
Дәрәжәләр үҫеү менән
Маймыллыҡ та арталыр.

Өнөмдәме булды был хәл,
Күрҙем әллә төшөмдә?
Ҡоторона маймыл туйы
Беҙҙең баштар өҫтөндә.

Асанбайҙың эш көйлө
(Шаярыу )

Килеп инде: «Бар, йүгер», – ти,
Аҡса бирә Асанбай.
Шатланып саптым коньякка,
Мин – алтмыш йәшлек малай.

Асанбайҙың эштәр хутта –
Һикһән туғыҙ ни бары...
Коньяк эҙләп саптырырлыҡ
Ҡына ғүмер йылдары.

Ни ҡатнашы бында йәштең:
Ҡартаймағас – ҡартаймай.
Яйланып бөтмәгән яҡты
Коньяк менәндер яйлай.

... Коньякты кеҫәгә тығып,
Килде көҙгө янына.
Тараҡ эҙләй. Был йүнәлә
Ҡатын-ҡыҙҙар затына.

Үҙе көләс, үҙе данлы,
Үҙе һау һәм сәләмәт....
Ә мин, бахыр, уға коньяк
Килтергәнгә ҡәнәғәт.

Күршеләр

Ике ара бағанаға –
Кемлекте, типме, белһен, –
Сыйырсыҡ ояһы яһап,
Элде бер ваҡыт күршем.

Ҡасан ҡайтҡан, нисек тапҡан
Ояны сыйырсыҡтар?
Тулылыр, моғайын, оя –
Сыр-сыу килә ҡошсоҡтар.

Бер сыйырсыҡ ҡайта осоп,
Оянан береһе сыға.
Селәүсенме, бөжәкме
Ҡайтҡаны томшоғонда.

Ҡанаттарын тик бер елпеп
Ояға китә инеп.
Эстә – тауыш, сыр-сыу тағы –
Нәҡ ахырызаман кеүек.

Бер ҡараһам, әллә, тимен,
Күҙемәме күренә? –
Сыйырсыҡ! Минең түтәлдә
Хужа кеүек йөрөнә.

Күр, селәүсен эләктереп
Осто һәм, күп тә үтмәй,
Яңынан килде – был емде
Минең баҡсанан сүпләй.

... Хәйер, минең ҡыйыҡ аҫта
Бала сығарған турғай –
Ул да ризыҡты балаға
Күршенән сиртә, буғай.

Закуска ҡиммәт, брат

Күрше малайы:
– А-ка-ш! – тип
Ҡысҡыра. Сеү, килешмәй.
Бит берәү ҙә араҡыны,
Алкаш булам, тип эсмәй.

Сама кәрәк. Кәрәк сама!
Самаһын белеп ҡара?!
Тотҡан бер рюмка һайын
Күңелле була бара.

Башта бит ул аяҡтарҙы
Ерҙәргә лә тейҙермәй.
Их, аҙаҡтан һуҙып һала,
Араҡы ул – тигеҙләй.

Тигеҙләй әҙәми затты,
Берҙәй итә барсаһын.
Министрҙар дауалана –
Ҡайҙа ҡуйһын аҡсаһын?

Ә баштараҡ, торһаң ҡарап:
Донъяға батшамы ни?
Араҡынан да йәлләгән
Аҡса ул аҡсамы ни?

Араҡынан ҡырылабыҙ –
Өрлөктәй таҙа ир-ат.
Араҡы бит ул – чепуха,
Закуска ҡиммәт, брат.

Шатлыҡ йәштәре

Еңеүҙән һуң етмеш йылдар уҙғас,
Тәбрикләргә уны килделәр.
Үҙенән дә нығыраҡ шатланышып,
Ветеранға фатир бирҙеләр.

Күкрәктәре тулы орден, миҙал,
Нур һипкәндәй көмөш сәстәре.
Туҡһан йәше тулған ветерандың
Күҙҙәрендә, шатлыҡ йәштәре.



Төнгө эфир

Көйләгесте бора ҡулым:
Ҡайҙа миңә кәрәк тулҡын?
Ишетәйем йүнле хәбәр,
Моңло йырҙан күңел тулһын.

Көйләгесте бора ҡулым:
Был ғаләмдең сиге юҡтыр.
Сит, ят телдәр уны баҫҡан,
Йә, булмаһа, шытыр-бытыр.

Бар акцентлы урыҫ теле –
Һөйләп тора Ҡытай иле;
Йә мосолман донъяһының
Бәрелгәндәй ҡайнар еле.

Былар, ахыры, туҡтарға ла,
Йоҡларға ла йыйынмайҙыр.
Ҡойроғон ҡыҫҡан сысҡандай
Кинәт эфир сыйылдайҙыр.

Төнгө эфир – төнгө ауыл:
Береһен-береһе бүлә-бүлә,
Ҡайһы ярһып, ҡайһы ҡурҡып,
Әйтерһең дә, эттәр өрә.

* * *


Хәҙер Пегас – колхоз алашаһы...
Таҡыр юлда ватыҡ арбалы.
Шағирҙарға власть кәрәк икән,
Талант яғы, тимәк, самалы.

Халыҡ шағиры

Арығандыр инде көтөп
Аҡылдар ултырғанын.
Берүк Хоҙай күрһәтмәһен
Ҡатындар ҡоторғанын.

Әйттермәй һүҙ, астырмай күҙ:
Әйтерһең дә, өйөрмә…
Бейергә төшәме ни,
Ике ҡулы – бөйөрҙә!.

Айырыуы ҡыйын бында:
Кем яҡшы ла, кем яман?
Иң ауыртҡан ергә бәрә
Туп-тура наводканан.

«…Кемгә кәрәк һинең шиғыр?!»
«Халыҡ уҡый бит, бисә».
«Былай булғас, аңлашылды, –
Типкәс ишек шар асылды, –
Бар, халҡың менән йәшә!»

* * *

Шәп ине, их, яһау өсөн этлектәрен,
Һалдырҙым, әй, күп «дуҫ»тарҙың битлектәрен.
Ҡараһындар, әйҙә, йәшәп битлектәрһеҙ,
Шартлаһын, үлеп бөтһөндәр –
Этлектәрһеҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға