«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Бәхил бул, йырсы шағир!



11.07.2014 Бәхил бул, йырсы шағир!

Бәхил бул,  йырсы шағир!Башҡорт әҙәбиәте оло юғалтыу кисерҙе. 74-се йәшендә, ҡаты ауырыуҙан һуң, яҙыусы, шағир, журналист Сафуан Әлибаев мәрхүм булды.
Сафуан Әфтәх улы Әлибаев 1941 йылдың 21 февралендә Салауат районының Тирмән ауылында тыуған. Колхозда, тимер юлында ябай эшсе булып хеҙмәт юлын башлай. Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң «Башҡортостан пионеры» (хәҙерге «Йәншишмә») гәзитендә эш башлай: бүлек мөдире, яуаплы сәркәтип, мөхәррир була. Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире вазифаларында хеҙмәт юлын дауам итә.

Тәүге, «Беҙҙең юлдаш – яҡты ҡояш» исемле китабы 1968 йылда донъя күрә. 1973 йылда БР Яҙыусылар союзына ағза итеп алына. Балалар өсөн яҙылған «Тылсымлы шар» китабы өсөн Сафуан Әлибаев 1996 йылда Андерсен исемендәге Халыҡ-ара Маҡтаулы дипломға лайыҡ булды. Шулай уҡ уға 1986 йылда «Ҡойон» китабы өсөн республиканың Ғ. Сәләм исемендәге премияһы бирелә. Балалар һәм өлкәндәр өсөн тиҫтәнән ашыу китап авторы Сафуан Әлибаевтың исеме 2007 йылда «Лучшие люди России» энциклопедияһына индерелә. Әҙиптең шиғыр­ҙары рус, украин, ҡаҙаҡ, немец, монгол телдәренә тәржемә ителгән. Ул үҙе лә тәржемә менән шөғөлләнде. Шулай уҡ уның шиғырҙарына бик күп йыр ижад ителгән.
Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, балалар һәм үҫмер­ҙәр өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Сафуан Әлибаевтың арабыҙҙан китеүе беҙҙең өсөн ҙур юғалтыу. Ауыр тупрағың еңел булһын, йырсы шағир! Тыныс йоҡла!

Йылдарым

Көндәр кистәргә ауыша,
Айҙар миҙгелдә ҡауыша,
Сиртеп миҙгелдәр ҡылдарын,
Үтә ашығыс йылдарым.
Һаман саҡыра күп үрҙәр,
Алда – беҙ үтер ғүмерҙәр.
Килер ҡыуаныс – йылдарҙа,
Күрер йыуаныс – шуларҙа.
Эҙһеҙ ҡалмаһын юғалып
Йылдар, юлдарға уралып.
Йылдар – моң-һағыш, өмөттәр,
Мәңге өҙөлмәҫ кеүектәр.
Уйҙар – еләсәк юлдарҙа,
Йырҙар – киләсәк йылдарҙа;
Сиртеп ғүмерҙәр ҡылдарын,
Үтһен ашығыс йылдарым.
Миҙгелдәр

Яҙ ғүмере үтә ҡыҫҡа һымаҡ:
Бер шаулашып боҙҙар китеүе.
Йәй ғүмере үтә ҡыҫҡа һымаҡ:
Салғының бер сыңлап ҡалыуы,
Үҙәк өҙөп кәкүк саҡырғанда,
Йәшендәрҙең сыртлап алыуы…
Ҡыш ғүмере… үтә оҙон икән:
Ойоп ҡына ҡарҙар ҡағыныу,
Ҡыҫҡа көндәр – оҙон,
күңелдәрҙә
Йәшәгәнгә яҙҙы һағыныу…
Йәшәүҙәрем

Был донъяға рәнйеш-
ҡарғышым юҡ,
Тыуғас инде йәшәп күнектем.
Ялан аяҡ ерҙән атлап киләм,
Мәңгелеккә тыуған кеүекмен.
Бер ҡараһаң, миңә бик күп
кәрәк,
Бер ҡараһаң, етә аҙы ла.
Өмөтөмдө өҙмәҫ таңым ғәзиз,
Һағындырып килер яҙы ла.
Һағаланы юлда яланғаслыҡ,
Бил һынашҡа аслыҡ йыш сыҡты.
Берәмтекләп йыйҙым мин
рухыма
Ғүмерҙә лә бөтмәҫ ризыҡты.
Кем һуң белә, ҡайҙа, кемгә тағы
Һуштан яҙып ғашиҡ булырмын?
Ул сағында инде был донъяға
Өр-яңынан ҡабат тыуырмын.
Мөхәббәттән донъям
айырмаһын,
Ғашиҡ булдым гүйә мең ҡабат.
Күс ҡорттарын барып бер
күреп тә
Бер ишетеп алдым мең һабаҡ.
Әҙәм күрке – сепрәк,
тиһәләр ҙә,
Минең күркем булды йыр,
шиғыр.
Мин белмәйем ҡайһы
бәйгеләрҙә
Елә-елә тыным тонсоғор.
Был донъяға ҡарғыш-
рәнйешем юҡ:
Күк күкрәһен, йәшен йәшнәһен.
Йәшнәүҙәрем бары шуның
өсөн –
Минән һуң да донъя йәшәһен.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға