«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Башҡортса анекдоттар



13.06.2014 Башҡортса анекдоттар

Башҡортса анекдоттар– Һине артыҡ ауырлығың борсомаймы?
– Юҡ, миндә ул артыҡ түгел, ә запасҡа.

* * *
Бер табиптың өйөндәге һыу краны боҙола. Сантехник саҡырталар. Уныһы килеп, крандарҙы тегеләй, былай ҡараштыра, борғослай, ҡаҡҡылай ҙа:
– Бөтәһе лә яҡшы, эшләнем, һеҙҙән 1200 һум аҡса, – ти.
Табип иҫе китеп:
– Нисек инде, 5 минут та үтмәне бит. Бына мин нейрохирург, был һөнәргә 12 йыл уҡыным. Береһе лә миңә 5 минут эшем өсөн 1200 һум аҡса түләгәне юҡ, – ти.
– Тап шулай, – ти ир, – миңә лә нейрохирург булғанда береһе лә ундай хаҡ түләмәй ине.

* * *
Ирҙәрҙә лә тойғо бар! Мәҫәлән, беҙ асығыуҙы тоябыҙ…

* * *
– Ҡәҙерлем, – ти ҡатыны, – мин үлгәс, мотлаҡ өйлән. Сөнки һинең бәхетле булыуыңды теләйем.
– Һин нимә, һөйөклөм, – ти ир. – Мин былай ҙа бәхетле буласаҡмын.

* * *
Бәләкәй ейәне ҡунаҡҡа килгәс, өләсәһе һораша.
– Улым, әсәйеңдәр нисек ҡалды?
– Атай менән ҡыҙыу-ҡыҙыу һөйләшеп ҡалды, – тигән малай.

* * *
Өс йәшлек ҡыҙ тәүге тапҡыр балалар баҡсаһына килә. Ул нисек тә иламаҫҡа тырышып:
– Әсәй, анауы ҡыҙ иламаһын әле, юғиһә минең дә илағым килә, – тигән.

* * *
Улы әсәһенә:
– Әсәй, ниңә һин тиҙ үҫтең инде? Бына әле бергә уйнар инек.

* * *
Өс сәғәткә һуңлап хәрәкәт итеүсе поезда контролер пассажирҙан билетын күрһәтеүен һорай.
– Ни өсөн мин һеҙгә билет күрһәтергә тейеш? – тип яуап­лай уға пассажир. – Расписание буйынса мин инде күптән өйҙә ултырам.

* * *
Ҡыҙ – дуҫ егетенә:
– Иҫәр, һинең шаяртыуҙарың да иҫәр.
– Миңә кейәүгә сығаһыңмы?
– Ғәфү ит, зинһар! Һин ысынлап әйтәһеңме?
– Шаярттым ғына, асыуланма...
* * *
Бер малай дуҫының өйөнә килә. Ишекте дуҫының әсәһе аса һәм:
– Ул әлегә ашап ултыра. Һинең дә ашағың киләлер, моғайын? – ти.
– Эйе, – ти малай, өйгә саҡырыр, тип өмөтләнеп.
– Бар, улайһа, – ти ҡатын, – ҡайтып, ашап кил.
* * *
– Ауылда өләсәйемә рәхәт, рәхәтләнеп ҡаҙ ашай, – тип уфтанған бер малай.
* * *
– Әҡлимә, кейәүгә сыҡтыңмы әле?
– Сыҡтым.
– Ирең бәхетлеме һуң?
– Бәхетле булмай ғына ҡараһын!..
* * *
Уҡытыусы дәрес аңлатҡанда өҫтәлдәге китапты уҡый ҙа уҡыусыларға һөйләй. Тағы күҙ һала ла дауам итә. Һөйләмен –һөйләмгә, һүҙен – һүҙгә. Быны үҙ китабынан ҡарап барған уҡыусы:
– Иҙрис Ирекович, „һәм” тигәнде төшөрөп ҡалдырҙығыҙ бит, – тип әйтмәһенме.
* * *
– О, ҡалай матур көсөк. Ниндәй бәләкәй генә. Матурым, йомшағым! Күпме тора?
– 50 мең һум.
– Һеҙ нимә, әллә аҡылығыҙҙан яҙҙығыҙмы? Ошо дүрт тәпәйле, бысраҡ йөн киҫәге 50 мең һум торамы?!
* * *
– Инсаф, ҡатыныңдың тыуған көнөнә нимә бүләк итәһең?
– Бер ҡап ҡул менән йыуа торған кер порошогы.
– Ҡатыныңа? Бер ҡап порошок?
– Әллә аҙ булыр, тиһеңме?
* * *
– Ирек, барометрҙы ҡара әле, менгәнме, төшкәнме?
– Төшкән.
– Нисәгә?
– Шкафтан иҙәнгә төшкән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға