«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Мәҙәктәр



23.05.2014 Мәҙәктәр

«Балконда тәмәке тартһам, бер ваҡытта ла төпсөгөн аҫҡа ырғытмайым. Ни өсөн тигәндә, ул осоп берәйһенең тәҙрәһенә инер ҙә, янғын сығыр, газ шартлар, кешеләр үлер, тикшереү эштәре башланыр һәм мин ғәйепле икәнде аңларҙар, төрмәгә ултыртырҙар, телевизорҙан күрһәтерҙәр ҙә, атай-әсәйем күреп, тартҡанымды белер, тип ҡурҡам».

* * *
– Эйе, бесәйем булыуын теләйем.
– Һиңә нимәгә ул, уны бит тәрбиәләргә, ашатырға, артынан таҙартырға, һыуын алмаштырыр­ға, уйнарға кәрәк һ. б.
– Бесәй булғым килә…

* * *
– Табип әфәнде, ике ерҙән аяғымды һындырҙым.
– Ниндәй ер икәнен хәтерегеҙҙә ҡалдырҙығыҙмы?
– Эйе.
– Башҡаса ул ерҙәрҙә йөрөмәгеҙ.

* * *
– Һеҙ Рәсәйҙең патриотымы?
– Әлбиттә.
– Улайһа, ни өсөн үҙебеҙҙең машинала түгел, ә сит илдекендә елдерәһең?
– Үтенеп һорайым: патриотизм менән идиотизмды бутамағыҙсы.

* * *
– Һылыуҡай, һеҙ бейейһегеҙме?
– Эйе.
– Аллаға шөкөр, юғиһә һеҙҙе ток һуҡҡан тип уйланым...

* * *
Улы – әсәһенә:
– Мин сүпләйем, һин йыйыштыраһың, бысратһам, таҙартаһың, асыҡһам, ашарға бешерәһең. Их, әсәкәйем, мин булмаһам, һин бөтөнләй ялҡауға һалышып бөтөр инең.

* * *
– Иҙел, йондоҙҙарҙы күрәһеңме?
– Күрәм.
– Улайһа, тиҙ генә тор, беҙҙең палаткаға айыу майы һөрткәндәр.

* * *
– Был ниндәй ресторан булды? Быҙау ите юҡ, трюфелдәр күренмәй, кәтлит бөткән… Пальтомды килтерегеҙ.
– Үкенескә күрә, инде пальтоғыҙ ҙа юҡ.

* * *
Табип тәүҙә: «Ҡайһы ерең ауырта?» – тип һорай ҙа, аҙаҡ шул урын­ға ҡаты итеп баҫырға тотона.

* * *
Пассажир егет поезға ҡабалана.
– Ваҡыт күпме? – тип һорай ул үтеп барыусынан.
Тегеһе ашыҡмай ғына кеҫәһенә тығылып, ҡайышһыҙ сәғәтен ала. Күҙлеген төҙәткеләп, оҙаҡ ҡына ҡарай, шунан яйлап:
– Был сәғәтемде күптән түгел генә ремонтлатып алдым. Аҡсаны ҡайырҙылар, ә сәғәтте йүнләп ҡарамағандар. Ҡайһы көндө бер сәғәт алға китә, ә ҡайһы саҡ бер сәғәт артта ҡала. Әле, минең сәғәтемә ҡарағанда, теп-теүәл һигеҙ. Тимәк, хәҙер ваҡыт йә ете, йә туғыҙ булырға тейеш. Һин теүәл ваҡытты берәй икенсе кешенән һорап ҡара әле, – тигән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға