17.05.2014 Яҙғандары уның – йәшәйештең изге доғаһы
Шиғырҙы көсләп, тырышып яҙып булмай, күңелде биләгән хис-тойғолар ҡағыҙ битенә төшкәнсе һине ебәрмәй, ти шиғри күңелле кешеләр. Шағирҙарҙың ҡағыҙ битенә төшөрөлгән хис-тойғолары бик күптәрҙең күңеленә ауаздаш була, әйтерһең дә, тап уларҙың кисерештәре сағылдырылған, тик улар тураһында яҙылған... Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес ауылы мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, һүҙ ҡәҙерен, телебеҙ байлығын тәрән аңлаған, йөрәге, ижад, тип типкән Фирүзә Абдуллинаның шиғырҙары ла күңелгә үтеп инеп, уның барлыҡ нескә ҡылдарын сиртә. Ул Баймаҡ районының Шүлкә исемле бәләкәй генә ауылында ҙур ғаиләлә унынсы бала булып донъяға килә. Тәүге шиғырын өсөнсө синыфта уҡығанда, 8 Март байрамы алдынан әсәһенә бағышлап, яҙа. Артабан да ҡәләм тибрәтеүҙән туҡтамай, күңелендә шиғырҙар тыуып ҡына тора. Улар «Пионер» журналында, «Ленинсы» һәм район гәзиттәрендә баҫыла. Баймаҡ интернат-мәктәбен тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетына уҡырға инә. Шул белем йортонда буласаҡ хәләл ефете Фидаил Фәрәхетдин улы менән танышып, күп тә тормай, өйләнешәләр.
– Тормоштоң төрлө ваҡыттары булды, ҙур һынауҙар ҙа аша үтергә тура килде, ләкин мөнәсәбәттәребеҙ нығынды ғына, – ти хәҙер инде утыҙ йыл бергә тормош йөгөн тартҡан Абдуллиндар. Улар ике ҡыҙ балаға ғүмер биргән. Өлкән ҡыҙҙары Гөлшат, БДПУ-ның филология факультетын тамамлап, Октябрьский ҡалаһында йәшәй. Бәләкәстәре Гөлнар 11-се синыфта уҡып йөрөй. Һуңғы ваҡытта «Бәйләнештә» сайты аша тормошсан һәм фәлсәфәүи шиғырҙары менән бик күптәр араһында танылыу яулаған Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы, шиғыр яҙыуҙан туҡтағаным юҡ, тип, беҙгә күңел серҙәрен асты:
– Заманында гәзит-журналдарҙа, ике йыйынтыҡта ла баҫылғайны улар. Һуңғы осорҙа бигерәк әүҙем яҙа башланым, сөнки интернет селтәрендә йылдан ашыу инде үҙ төркөмөм, үҙ уҡыусыларым бар, улар минән илһам емештәрен көтөп тора, нисек өмөттәрен аҡламайһың?! Махсус рәүештә, туҡта әле, берәй шиғыр яҙып алайым, тип ҡәләм тотҡаным юҡ. «Шиғриәткә ғашиҡмын» тигән шиғырымда «Мин яҙманым, әгәр боғаҙымдан шиғыр үҙе килеп алмаһа» тигән юлдар бар. Был рифма өсөн яҙылған һүҙҙәр түгел, ә ысынлап та шулай. Нимә тураһында яҙһам да, бөтәһе лә йөрәгем, күңелем аша үткән. Ялған хистәр, алдаҡсы юғары пафос, яҡшыраҡ күренергә тырышыу миңә хас түгел. Нисек тоям – шулай яҙам. Иң беренсе тыңлаусыларым – тормош иптәшем менән ҡыҙым. Уларҙың фекерен тыңлайым, шунан һуң Зәһүрә исемле апайыма уҡып ишеттерәм. Ул – филолог, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, шиғри йәнле кеше. Әгәр ошо «комиссия» үткәрһә, тимәк, шиғыр әҙер. Уны «Бәйләнештә» сайтындағы «Ғәжәп донъя» тип аталған төркөмгә ҡуям.
Һуңғы осорҙа гел бала саҡ, әсәйем иҫкә төшә, кеше өлкәнәйә бара шулай үткәндәргә йышыраҡ әйләнеп ҡарай, ахыры. Ғәзиз кешем иҫтәлегенә арналған «Әсәйем һабаҡтары» тип аталған циклда әлегә 15 шиғыр, дауамы ла булыр, тип уйлайым. Әсәйебеҙ Йәмилә Ғәлим ҡыҙы Байтурина – ун бала үҫтергән Герой-әсә. Ул бик тыныс, аҡыллы, киң күңелле, бала йәнле кеше ине. Уның өйрәткәндәрен, кәңәштәрен тотоп, бәхетле йәшәйем. Ғөмүмән, әсәйемдең һабаҡтары һәр кемгә бәхет асҡысы булырлыҡ.
– Шиғырҙар китабы сығарырға тигән уйығыҙ юҡмы?
– Әҙәбиәттә дан ҡаҙанырға тырышҡаным юҡ, был минең өсөн мөһим түгел. Интернет селтәрендәге уҡыусыларым менән аралашыу ҙа етә миңә. Шөкөр, шиғырҙарым район гәзитендә лә баҫылып тора. Үҙем өсөн яҙам да, кешеләр менән бүлешәм, шиғырҙарым уларға оҡшаһа, мин бик бәхетле.
Миңә исемде атайым ҡушҡан. Фирүзә асыҡ зәңгәр төҫтәге аҫыл таш, йөҙөк ҡашы тигәнде аңлата. Йөҙөк ҡашы була алдыммы-юҡмы, әммә тормошомдан ҡәнәғәтмен, үкенерлегем юҡ! Ҡатын-ҡыҙ өсөн иң мөһим бурыстарҙы беренсе урынға ҡуйып, яҡшы әсәй һәм ҡатын булырға тырыштым.
Ашҡынып барырлыҡ эше, ашығып ҡайтырлыҡ өйө, яратҡан ғаиләһе, ихтирам иткән уҡыусылары булған Фирүзә апайға яҡшы өләсәй булырға ла яҙһын!
Гөлсәсәк АЛАСОВА.
Ҡырмыҫҡалы районы.