09.05.2014 Фекерҙәр һәм афоризмдар
Дәрәжәһе ҙур булған һайын, бәндәләрҙең ҡаны ҡаты була.
(“Ай тотолған төндә”).
* * *
Ҙур кешеләрҙә әллә нисек хәсрәт күберәк була шул...
(“Йырланмаған йыр”).
* * *
Ҙур турбиналарҙы тик көслө шарлауыҡтар ғына әйләндерә ала.
(“Халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти”).
* * *
Ҙур урманда ҡарға булғансы,
Бер ҡыуаҡта былбыл булһаңсы.
(“Нанай яҙыусыһы Ходжерға”).
* * *
Ҙур ялған кескәй хәҡиҡәткә ҡарағанда дөрөҫлөккә нығыраҡ оҡшаш булып күренә.
(“Башҡортостан – минең рухым”).
* * *
Ҙур ялған хатта өлгөргән, аҡылға ултырған кешеләрҙе лә шаңҡыта.
(“Башҡортостан – минең рухым”).
* * *
Егет китһә яуҙарға хаҡ эш менән,
Сылатмайҙар уның юлын йәш менән.
(“Өс йөҙ егет”).
* * *
Егеттәр әйткән һүҙ –
Ҡырҡылып ауған имән.
(“Үлмәҫбай”).
* * *
Ел өргән яҡҡа күсеп йөрөргә мин болот түгел.
(“Айгөл иле”).
* * *
Ел – уҙғынсы. Нимә уға һөйөү,
Нимә уға һағыш?
(“Осраштыҡ беҙ ниңә һинең менән...”).
* * *
Елгә еленләгән һәр уйыңды
Илгә таратырға ашыҡма.
(“Үҙемә әйткән һүҙ”).
* * *
Елгә ҡаршы барыу түгел, ел ыңғайына йөрөү яҙмыштарҙы яҙҙыра.
(“Һеҙ кәрәк”).
* * *
Ел-дауыллы ниндәй быуат һуң
был?
Боларып уҡ тыуҙы тыуғанда.
Дөрөҫ икән, етә, тиеүҙәре,
Туғыҙҙағы ҡылыҡ туҡһанға.
(“Быуат”).
* * *
Елдәр иҫкән һайын ҡайындарҙа
Япраҡ кәмей шөйлә.
Йылдар үткән һайын табындарҙа
Дуҫтар кәмей килә.
(“Елдәр иҫкән һайын ҡайындарҙа...”).
* * *
Еңелсә ел диңгеҙҙе лә тулҡынландыра алмай, урманды ла шаулата алмай. Еңелсә елгә ни бары нескә ҡамыштар ғына бәүелә һәм уҫаҡ япраҡтары ғына ҡыштырлай.
(“Ҡәләмдәш иптәштәргә хаттар”).
* * *
Еңеп булмай тик анауы хәмерҙе,
Һис тыңламаҫ булды минең
әмерҙе.
“Ҡотортма!” – тим. Ә ул һаман
көсләшә.
Көсләшеүе бер хәл. Яман үсләшә.
(“Көндәлектәр”. 24. IV. 1994).
Рубриканы Факил Мырҙаҡаев алып бара.