09.05.2014 Йәмле йәйҙә йәйләүҙә
Йылы йәмле йәйҙә Йомабай, Йәмил, Йәдкәр, Йәүҙәт, йылға йырып йөрөгәндә, йәлт, йәйен йылтырап йылтланы. Йәмил йылымды йәйеп, йәтешләне.
Йыландай йылғыр йәйен йор йырғанаҡҡа йәшенде. Йомабай, Йәүҙәт йәйенде йылымға йүнәлтте. Йәйен йылымды йыртып йылтланғайны, Йәдкәрҙең йәтмәһенә йәнселеп, йәрәхәтләнде.
Йәштәр йәйенде йәлпелдәтеп, йөрәкһеп, йәйләүгә йүгерҙе. Йүгәнһеҙ йөрөгән йәш йылҡылар йәйенде йәлпелдәтеп йүгергән йәштәргә йызрайҙы.
Йәйләүҙе йәмләп, Йәнғәленең йәштән йәрәшкән йәре Йәзилә, йырсы Йәнбәков йырлаған «Йәнбикә»не йырлай-йырлай, йәйенде йыйынға йәһәтләне. Йыраҡта йәшен йәшнәп йәнде йүнкетте, йәйғор йылы йылмайҙы.
Йәмил, Йомабай, йәйен йыртҡан йылымды йәһәтләп йүнәткәс, йәйен йәпләргә йәнә йылғаға йыйынды.
Йырында йәшәгән йолҡош йомран, йәштәрҙең йылғаға йәнә йүнәлеүҙәрен йөпләмәй, йыраҡтағы йүкәлектә йәшәгән йәнлектәргә йәүкәләргә йән-фарман йүгерҙе.
Йәнлектәр йәһәт кенә йыйылышып, йәйенгә йөрөгән йәштәрҙе йылғала йәшәгән йөҙйәшәр йыланға йәмғеһе йәнлектәр йөҙөнән йәүкәләүҙе йүгерек йомранға йөкмәтте.
Йонсоған йомран йылы йортонда йәйрәп йоҡларға йыйынғанда, йылғыр йәтсә йомранға йөҙйәшәр йыланға йомошто йәүкәләүҙе йәһәтләтеү йөҙөнән йәнлектәрҙән йомошсолоғон йөпләне.
Йүкәлектәге йәнлектәр йоҡларға йыйынғанда, йонсоу, йолҡош йомран йомошто йомошларға йылғалағы йөҙйәшәр йыланға йүнәлде.
Ш. ИҘРИСОВ.
Ейәнсура районы,
Иҫәнғол ауылы.