«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Мәҙәктәр



09.05.2014 Мәҙәктәр

Ҡытай ғалимдары, 2050 йылға беҙ 20 миллиард буласаҡбыҙ, ти. Минеңсә, был ниндәйҙер бер туҙға яҙмаған хәбәр. Ниңә беҙгә ул тиклем Ҡытай ғалимы кәрәк?

* * *
Аҡыллы ир үҙенең «ҡара көн»гә тип йыйған аҡсаһының ҡайҙа ятҡанын мотлаҡ ҡатынына әйтә. Был бер-береңә ышаныcты арттыра, ҡатындың үҙ-үҙен баһалай белеүен иҫбатлай, һәм ғаиләнең иң мөһим килеменә хәүеф янамай.

* * *
– Кисә, – ти бер ир танышына, – урманда ҡәйнәм өсөн өс кәрзин бәшмәк йыйҙым.
– Ә улар ағыулы була ҡалһа?
– Нисек инде – була ҡалһа?!.

* * *
Буй еткергән өс ҡыҙ йәшәгән фатирҙа телефон шылтырай. Трубканы ҡыҙҙарҙың атаһы ала.
– Сәләм! Минең балыҡҡайым, был һинме? – тигән тауыш ишетелә.
– Юҡ, – ти атай кеше, – был аквариум хужаһы.

* * *
Ҡыҙҙар ҡолаҡ менән ярата. Шуның арҡаһында илдә тыуым кәмей...

* * *
Кәнфитте ниңә шул тиклем ҡыштырлай торған ҡағыҙға төрәләр икән? Минең нисек ябығыуым бөтә фатирға ишетелеп тора.

* * *
Әгәр ҙә һеҙ күршегеҙ менән бер тапҡыр ҙа асыуланышмағанһығыҙ икән, тимәк, уның перфораторы ла, музыкаль үҙәге лә, ихатала машинаһы ла юҡ…

* * *
Иван Сусанин Моисей 40 йыл буйына эшләй алмағанды бер көндә эшләгән.

* * *
– Һин бик ныҡ ҡатыһың, ул тиклем үк булырға ярамай.
– Әгәр ҙә мин йомшаҡ булырға теләһәм, диван булып тыуыр инем.

* * *
Өйҙә бер бала – ул бандит!
Ике бала – ойошҡан бандиттар төркөмө.
Өләсәй һәм олатайҙар – ҡеүәтле ҡурсалаусы.
Эт-бесәйҙәр – партизан-диверсанттар.
Атай – сәйәси лидер.
Тик әсәй генә бер нисек тә үҙ урынын билдәләй алмай йонсой – әллә ул карателдәр ағзаһы, әллә был буталыштан ҡаза күреүсе.

* * *
Иң кәйефһеҙ клоундар – Украинала, сөнки сәйәсмәндәр уларҙың бөтә икмәген тартып алды.

* * *
– Табип әфәнде, – ти ауырыу, – мин һеҙ әйткәнсә көнөнә уныштар тәмәке тарттым. Ләкин, дөрөҫөн әйткәндә, тәүге көндәрҙә бик ауыр булды.
– Быға тиклем нисәне тарта инегеҙ һуң? – ти табип.
– Ғүмеремдә лә тартҡаным булманы...







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға