02.05.2014 Халыҡтың рухын үҫтереүсе сара
Баш ҡалабыҙ Өфөлә һуңғы йылдарҙа «Музей төнө», «Театр төнө», «Китапхана төнө» кеүек сағыу мәҙәни саралар ойошторола
Ошондай юғары кимәлдә уҙғарылған рухиәт байрамдарына халыҡ бик теләп, ағылып килә. Шулай булмай ни, сағыу тамашалар, уйындар, концерттар, шиғри бәйгеләр, йыр-бейеү конкурстары кемгә оҡшамаһын?! Күптән түгел китап уҡыусылар аудиторияһын тулыландырыу өсөн Бөтә Рәсәй акцияһы иғлан ителде. Уға Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы ла ҡушылды – “Китапхана төнө” уҙғарылды. Акцияға ярашлы, был төндә бөтә китапханалар, музей, галереялар, китап магазиндарының ишектәре эш ваҡытынан тыш асыҡ булды.
“Донъяла аҡыллы һәм ырыулы булғың килһә, китап уҡы, китаптан айырылма, шунда бәхет табырһың”, – тигән Нурмөхәмәт Йомрани. Ысынлап та, унда һине борсоған һәр бер һорауға яуап табырға була. Бының өсөн кәрәкле әҙәбиәтте ҡулға алырға ғына кәрәк. Сәғәт киске ете тулыу менән китапхана алдына ашыҡтым. Ә унда оло йәштәге инәй-олатайҙар, йәштәр, йәнһүрәт персонаждарының ҡыҙыҡлы хәрәкәттәренә көлә-көлә сәпәкәйләгән сабыйҙарға тиклем йыйылған. Быйылғы “Китапхана төнө”нөң темаһын “Дәүерҙәр алмашыныуы” тип билдәләгәндәр. Мәскәүҙән билдәле детектив авторҙары Анна һәм Сергей Литвиндар, Анна Князева килгәйне. Тамаша башында аҡ һаҡаллы ҡарт ҡулын болғап, барыһын да матур сараның шаһиты булырға саҡырҙы. Дәртле йырҙан тирә-яҡҡа яҙ һулышы таралды, күңелдәрҙә шатлыҡ хистәре тоҡанды. Бына батша Петр I һүҙ алып, бинаның эсенә инергә “тәҙрә уйҙы”. Бар халыҡ ишеккә табан ағылды. Ә унда тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ тамаша көткән икән, Лев Толстойҙың “Һуғыш һәм солох” романынан Наташа Ростованың тәүге балын сәхнәләштергәндәр. Ҡупшы күлдәктәге Наташа, кавалерҙар Пьер Безухов, Андрей Болконский күҙҙең яуын ала. Артабан – ҡапыл ғына килгән совет власы. Егеттәр әҫәрләнеп, ярһып шиғырҙар һөйләне. Сәхнә уртаһына Лениндың һәйкәле күтәрелде. Күп тә үтмәй, йыртыҡ джинсыларҙа сыҡҡан үҫмерҙәр һөйкәлде алып ташлап, үҙгәртеп ҡороуға ваҡыт еткәнен иғлан итте. Шулай батша заманынан бөгөнгө көнгәсә ваҡыт аралығын һананыҡ.
Артабан тамашасылар китапхана буйлап таралды. Кемдер икенсе ҡатта Бөйөк Ватан һуғышына арналған бүлеккә йүнәлһә, икенселәр, юғарыраҡ күтәрелеп, “Китапхана салоны”на ашыҡты. Тәүге ҡатта китапхана театры эшләне. Унда уҡыусылар тарафынан француз телендә матур тамаша ҡуйылды, йырҙар йырланды. Башҡорт халҡының мәшһүр эпосы “Урал батыр”ҙан өҙөк сәхнәләштерелде. Аҙаҡтан асыҡ микрофон иғлан ителеп, һәр теләгән кеше үҙенең шиғырын уҡый алды. Икенсе ҡатта Бөйөк Ватан һуғышы йылдарын кәүҙәләндергәндәр: яулыҡ остарына күҙ йәштәрен һөрткән инәйҙәр яуҙан ҡайта алмаған ирҙәрен, улдарын алыҫ офоҡҡа ҡарап һаман көтә. Халҡыбыҙҙың бөйөк шағиры Мостай Кәримдең шиғырҙары уҡылды, Вәхит Хызыров башҡарыуында моңло йырҙар яңғыраны. “Китапхана салоны”нда матурлыҡ серҙәренә төшөндөрҙөләр. Тағы ла халыҡҡа китапхана-кинотеатрҙа ял итеү мөмкинлеге лә тыуҙырылды.
Урания ВАХИТОВА, БДУ студенты:
– Мин “Китапхана төнө”ндә беренсе йыл ҡатнашам. Бик оҡшай, сценарий бай йөкмәткеле, юғары кимәлдә әҙерләнгән. Рухи яҡтан үҫеп, байып ҡайтырыма иманым камил.
Фирҙәүес ТАҢҒАТАРОВА, уҡыу залы етәксеһе:
– Һәр кем камиллыҡҡа ынтылырға тейеш. Китап уҡыған кешенең күңеле саф була. Әйтергә кәрәк, ошондай саралар йәштәрҙе берләштерә, китапҡа тағы ла һөйөү уята.
Вилдан ҠУНАҠҠОЛОВ, мәктәп уҡыусыһы:
– Былтыр ҙа килгәйнем. Быйыл бөтә ғаиләмде алып килдем. Ана, бәләкәй ҡустым бер ҙә ҡайтырға уйламай.
Фәниә ЮЛАНОВА,
БДУ студенты.