«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » «Мөхәббәтем етә яҡындарға, дуҫтарыма, барлыҡ туғанға»



19.04.2014 «Мөхәббәтем етә яҡындарға, дуҫтарыма, барлыҡ туғанға»

«Мөхәббәтем етә яҡындарға,  дуҫтарыма, барлыҡ туғанға»Наҙгөл Ғәлиева Ейәнсура районының Ибрай ауылында донъяға килгән. 2-се класта уҡығанда уҡ шиғырҙар яҙа башлай, артабан ҡәләмен туған мәктәбендәге “Ҡаурый ҡәләм” әҙәби-ижад түңәрәгендә шымарта, шиғырҙары түңәрәктең китапсыҡтарында баҫыла. 9-сыла уҡыуын Мәләүез ҡалаһындағы Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһында дауам итә, 11-селә уҡығанда уның “Ҡош юлы” исемле шиғырҙар һәм хикәйәләр йыйынтығы сыҡты.
Әле Наҙгөл М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла башҡорт филологияһы факультетының 2-се курсында белем ала. Шуныһы ҡыуаныслы: ҡайҙа ғына уҡыһа ла, ҡыҙ шиғриәткә тоғро ҡала. Һөйөнөслө һәм көйөнөслө мәлдәрендә хистәрен шиғыр юлдарына төшөрөүен дауам итһен, тип теләйем шәкертемә.
Земфира АҠБУТИНА, РФ, БР Журналистар союзы ағзаһы.

* * *
Ҡайтыр инемме ни
Киткән юлға?
Эйе, булды ундай хаталар.
Хәтирәләр үткәндәрҙә ҡалмай,
Һаман-һаман килеп яфалар.

Ҡосор инемме ни
Бер киткәнде
Яндарымдан яңғыҙ ҡалдырып?
Ризалашам, булды ундай мәлдәр,
Ике киттем, йөрәк яндырып.

Үкенәмме икән
Әле килеп
Шул кешене юлдаш иткәнгә,
Ике яҙмыш юлы тормош буйлап
Йәнәш кенә үргә илткәнгә?

Ҡыҙыҡ бит ул хистәр
Тигәндәре
Күпме йылдар йөрәк эҙләгән.
Әйтерһең дә, ошо йылдар буйы
Ҡараштарым уны күҙләгән.

Үкенмәйһеңме һин,
Дуҫым, тиеп
Йылдар аша минән һорарһың.
Бәхет тулы күҙҙәремә ҡарап
Яуабымды шунда аңларһың.

Йә янырмын хистәр
Ялҡынында,
Йә боҙҙарға һелтәр утынан.
Тик тормошоң йәмен-тәмен биреп,
Айырмаһын ине һутынан.

Ә әлегә һис юҡ
Үкенеүҙәр.
Бар теләгем – юлдар ябылһын
Үткәндәргә ҡабат илтә торған.
Бар үкенес шунда юғалһын.

* * *
Бәхетһеҙмен, тиеп
Һис өндәшмәм.
Улай әйтер һис тә хаҡым юҡ.
Ләкин гелән генә яныр йөрәк,
Был арала унда ялҡын юҡ.
Мөхәббәтем етә
Яҡындарға,
Дуҫтарыма, барлыҡ туғанға.
Бәхетлемен, һөйөү гөлө булып,
Атай-әсәйемдән тыуғанға.

Иғтибарҙы һәр саҡ
Кәрәгенән
Күберәген улар бирҙеләр.
Мин кескәйҙе, бигерәк
осондороп,
Кәрәгенән артыҡ һөйҙөләр.

Кәрәгенән артыҡ
Булды ирек,
Толпар менән гиҙҙек аҡландар.
Бәхет тәмен тәүләп татыным мин
Ат ялынан тотоп сапҡанда.

Артыҡ булды урман,
Булды ҡая,
Булды яҙын ташыр йылғалар.
Күпләп булды бөтмәҫ мөғжизәләр,
Артыҡ ине сикһеҙ хыялдар.

Йырҙар-моңдар һаман
Булды юлдаш,
Хәтәр сағыу итеп юлымды.
Һаман-һаман ҡулға күтәрҙеләр,
Уҡығандай минең уйымды.

Гелән дөрләр йөрәк
Никтер һүнде,
Әллә һағынамын ғаиләмде?!.
Сикһеҙ һөйгән, сикһеҙ иркәләгән,
Сикһеҙ ҡурсалаған ҡәлғәмде.

* * *
Хафаланыр кеүек
Ҡапыл ғына
Йөрәк үткәндәрҙе хәтерләп.
Ә яҙмышы, етмәне, тип уйлап,
Тағы берҙе үтер йәберләп..

Тағы берҙе йолҡоп
Йөрәктәрҙе
Упҡындарҙың ташлар төбөнә,
Өҙгөләп тә һуҡыр өмөттәрҙе
Йәштәр төйөр минең күҙемә.

Тәгәрәрҙәр йәштәр,
Эй, субырлап.
Һис берәйһе булмаҫ һөртөргә!
Күңел бушап, үҙе туҡтағансы
Киләсәктер миңә көтөргә.

Йәштәр аға, ә мин
Йылмаямын,
Бәлки, шуға йәштәр күренмәй?
Бар йәмәғәт, әйтерһең дә, бер иш,
Дуҫ-яҡынға хатта бүленмәй.

Барыһы ла үтә
Сәләм алып,
Йылмаяһың, күңел көр, тиҙәр.
Һаман көтәм: бәлки, берәй әҙәм
Күңел көрсөгөмдө һиҙемләр.

Буш көтөүҙәр, ахыры,
Ялҡындары
Көлгә ҡалдырҙылар күңелде.
Минең йөрәк ошо ялмауҙарҙа,
Уттың ҡоромона күмелде.

* * *
Ярыҡ бер ялғашта ҡалған яҙмыш.
Һис бер ҡасан булмаҫ кеүек унан
уҙмыш.
Әйткән һәр бер һүҙең, имеш,
яңылыш!
Ә бәхете килеп етмәй, яңғыҙ
аҙмыш.

Кемдер үтер һине йәлләп: "Эх, был
байғош!"
Кемдер асыуынан һаман түгер
ҡарғыш.
Көрһөнөп тә үтер кемдер:
"Был бит – яҙмыш,
Үтмәһенсе минең тормош шулай
яңылыш!"

Ә кемдеңдер һиндә бер эше юҡ,
Булһын уның көн дә бары
тамағы туҡ.
Бер ни күрмәҫ, ҡәлғәләрҙе
емерә һуҡ,
Атып ҡара йөрәгенә, һис етмәҫ уҡ.

Ярыҡ бер ялғашта ҡалған тормош.
Ә һин һаман зарланаһың: "Булмаҫ
уҙмыш!"
Вайымһыҙ ҙа үтмә, кеше,
был бит – яңылыш!
Берәй ҡасан һиңә килер шундай
яҙмыш.

* * *
Һис ебәрмә мине
Яндарыңдан,
Китәм тиһәм бер саҡ юлдарыңдан.
Ышанмайса минең уйҙарыма,
Нығыраҡ тот мине ҡулдарымдан.

Дауылланыр минең күңел
Ҡайһы берҙә,
Үҙгәрештәр теләр, бәлки, торған
ерҙә.
Ләкин минең ярһығанды, зинһар,
күрмә!
Ярһыр ҙа бер, тынысланыр, бары
теймә.

Бер үтенес: һис ебәрмә
Яндарыңдан!
Китәм, тиһәм, киләсәккә башҡа
юлдан.
Ысҡындырмай мине ҡулдарымдан,
Нығыраҡ ҡыҫ мине ҡосағыңда.
Зинһар…

* * *
Ҡайтыр инем
Тәпәй баҫҡан өйгә,
Ишетергә теләр инем һалып көйгә
Әсәйемдең миңә әйткән
теләктәрен
Бәүелткәндә, арыттырып
беләктәрен.

Ҡарар инем
Әсәйемдең йөҙкәйенә,
Шатлыҡ тулы арыған да күҙҙәренә.
Нисек мине көткәнһең бит оҙаҡ,
әсәй!
Ҡыҙың инде хәҙер ун һигеҙҙә
йәшәй...
Күрер инем
Атайымдың ҡараштарын
Тағы бер ҡат иҫләр өсөн
яратҡанын.
Үҙәктәрҙе өҙҙөрттөрөп
һағынғанын,
Һәр минутын минең өсөн
борсолғанын...

Ҡарар инем
Берҙән-берем, ағайыма,
Ул сағында кескәй генә булғанына.
Минең янда сәпәкәйләп
йүгергәнен,
Илағаным уға ирмәк күренгәнен.

Яндарына
Өләсәйҙең барыр инем.
Һүҙ әйтергә һис әйләнмәҫ ине
телем.
Һүҙһеҙ генә ҡосаҡлар ҙа инем үҙен,
Үтер ине һиҙелмәйсә тотош көнөм.

Ҡайтыр инем
Тәпәй баҫҡан тыуған өйгә,
Ҡарар инем шул ҡыҙсыҡтың
күҙҙәренә.
Әле һаман нурҙар сәскән
йөҙҙәренә,
Бер ни ҡайғы кисермәгән
күңеленә...



Наҙгөл ҒӘЛИЕВА,
М. Аҡмулла исемендәге
БДПУ студенты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға