«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Мостай Кәрим: Фекерҙәр һәм афоризмдар



19.04.2014 Мостай Кәрим: Фекерҙәр һәм афоризмдар

Мостай Кәрим: Фекерҙәр һәм афоризмдарҒашиҡ булдымы, ирҙең аҫылы шаша ла китә, күҙенә аҡ-ҡара күренмәй уның, ҡурҡыу-өркөүҙе онота.
(“Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”).

* * *
Ғашиҡтар тауға менә, аҙғындар соҡорға төшә.
(“Ярлыҡау”).

* * *
Ғашиҡтар, һеҙгә өндәшәм –
Юҡ-барға йән ҡыйнашмағыҙ.
Боҙолошоу – сирек әжәл.
Әжәл менән һынашмағыҙ.
(“Ғашиҡтар, һеҙгә өндәшәм...”).

* * *
Ғишыҡ тотоп йәшәр өсөн бихисап түҙемлек, сабырлыҡ кәрәк.
(“Ярлыҡау”).

* * *
Ғорурлығын юйһа кеше –
Кеше түгел, бер хәшәрәт, имгәк.
(“Ташлама утты, Прометей!”).

* * *
Ғүмер баҡый ҡол булғансы, бер көн батша булыу үҙе ни тора!
(“Айгөл иле”).

* * *
Ғүмер буйы ҡотола алманым мин
Икеләнеүҙәрҙән, шиктәрҙән.
Ҡаты баҫып атлап уҙа алманым
“Изге” тип һаналған сиктәрҙән.
(“Экспромттар”).

* * *
Ғүмерлеккә ғашиҡ булдым һиңә,
Һәр бер һулышыңды тоямын.
Һөйҙөң дә һин, һөйҙөрә лә белдең,
Тик һаман һин минең хыялым.
(“Хыял”).

* * *
Ғәҙәт – ҡылыҡтың энеһе.
(“Үлмәҫбай”).

* * *
Ғәҙәттә, беҙ сит ауылда, ҡалала йәки сит илдә булып ҡайтҡан кешенән: “Һине нисек ҡаршы алдылар?” – тип һорайбыҙ. Урынлы һорау был, ләкин быға яуап ишетеүҙән генә эштең бөтә айышына төшөнөү мөмкинме һуң? Ана шунда инде, нисек оҙаттылар, нисек хушлаштығыҙ, тип төпсөнә башлайһың. Минеңсә, айырылышҡанда күҙҙәр ҙә, һүҙҙәр ҙә алдатҡыс, ике йөҙлө була алмай. Шуның өсөн, осрашыуҙарҙың нисек үтеүе хаҡында мин иң тәүҙә хушлашыуҙарҙан сығып фекер йөрөтәм.
(“Үткәндәрҙән үтеп барышлай”).

* * *
– Ғәриптәргә байрам ниңә кәрәк инде?
– Байрам көндө бөтә әҙәм тиң...
(“Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”).

* * *
Даже петух слушает другого петуха с ревнивым чувством.
(“Беседа с Татьяной Архангельской”).

* * *
Даже самые гордые, самые могучие птицы – владычицы высот – выводят своих птенцов не в небе.
(“Возводящий мост”).

* * *
Дан йырланһын яҡшы атҡа,
Затлы иргә, ҙур шәмгә,
Тик күп йырланһын донъяны
Алып барған әҙәмгә.
(“Алыҫ юлға эйәрләйҙәр...”).

* * *
Дан кәпәс түгел.
(“Өс таған”).

Рубриканы Факил Мырҙаҡаев
алып бара.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға