«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Мәрәкәләр



19.04.2014 Мәрәкәләр

Атаһы – әсәһенә, әсәһе – улына, улы бесәйгә ҡысҡырҙы. Ә бесәй төндә бөтәһенең дә тапочкаларын бысратты.

* * *
Әгәр ҙә ир кеше ике ҡатынға бер юлы, һин минең яртым, тип әйтә икән, тимәк, ул үҙе – ноль.

* * *
Медицина вуздарында уҡыусы студенттар! Һеҙгә ҙур үтенес: тырышып уҡығыҙсы!

* * *
Мин уны ерләүҙә ҡатнашыуҙан баш тарттым. Әммә был сараны мотлаҡ хуплауым хаҡында бик матур хат яҙып һалдым.

* * *
Күршеләрҙең һөйләшеүенән:
– Мин, – ти береһе, – төндә электр энергияһының хаҡы түбән икәнен белгәнгә, һәр ваҡыт керемде төнгө сәғәт 3-тәрҙә йыуа башлайым.
– Шулаймы ни, – ти икенсеһе, – мин был хаҡта белмәй инем. Улай булғас, хәҙер мин дә дрель менән төндә генә эшләйәсәкмен.

* * *
– Ҡәҙерлем, сәләм, – ти ҡыҙ, – нимә менән шөғөлләнәһең?
– Түшәктәмен, йоҡлап китергә йыйынам. Ә һин? – ти егет.
– Мин кафела, һинең артыңда, һинең нисек итеп, тегеләй-былай борғоланып, йоҡлап китергә тырышыуыңды ҡарап ултырам.

* * *
Теш табибына сиратҡа баҫҡанмын. Минең алда биш йәштәр тирәһендәге һыҡтап илаған улы менән әсә кеше тора:
– Илама инде, һин бит егет кеше, – ти әсә.
– Мин – сепрәк, сепрәк, – ти малай, – тик бынан тиҙерәк китәйек!..

* * *
Һинең белемең юғарымы? Хатта ике юғары. 4-се синыф уҡыу­сыһы менән, заманса китаптарға таянып, өйгә бирелгән эште эшләп, үҙеңде иҫәр итеп той әле.

* * *
Иң яҡшы дуҫ – бесәй. Ул бер ваҡытта ла, һин төндә ашайһың, тип битәрләмәй. Сөнки һинең менән бергә тығына.

* * *
Бер ҡыҙ аҡ аттағы принцын көткән дә көткән. Ә бер көндө почтальон килгән һәм уға пенсияһын тапшырған.

* * *
Ир менән ҡатындың өйҙәре алдында аптырап баҫып тороуын күргән күршеләре:
– Һеҙгә нимә булды? – ти.
– Башыбыҙ ҡатты, – ти тегеләр. – Гараж асҡысын өйҙә онотҡанбыҙ, өй асҡысы – машинала, ә машина – гаражда







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға