11.04.2014 Үәт, ҡыҙыҡ!
Юл хәүефһеҙлеге инспекторы машинаны туҡтатып, ҡыҙмаса шоферға:
– Һеҙ эскәнһегеҙ бит, өрөгөҙ әле, – тигән.
– Бик өрөр инем дә, мине эш урынымда эсеүҙә ғәйепләүҙәре ихтимал бит, – тип аҡланған шофер.
* * *
– “Ашығыс ярҙам” саҡыртайыммы?
– Юҡ-юҡ, кәрәкмәй, йөрәк кенә сәнсеп тора.
– Йә, Хоҙай, әллә бармағыңды ҡырҡтыңмы тип торам бит.
* * *
Магазинда бер ҡарт:
– Миңә 49 грамм ҡаҙы үлсәп бирмәҫһегеҙме икән? – тип һорай.
– 50 грамм алығыҙ ҙа ҡуйығыҙ инде, – ти һатыусы.
– Әйҙә үлсәгеҙ! Байрам булғас, байрамса булһын, – тигән ҡарт.
* * *
“Яңы урыҫ” теш табибына килеп ингән дә:
– Минең ауыҙға күҙ һал әле, – тигән.
Табип пациенттың ауыҙын астырған һәм иҫе китеп ауа яҙған. Сөнки тештәре гел алтындан ғына, ти.
– Бында миңә эш ҡалмаған бит, – тип аптыраған табип.
– Уныһын үҙем дә беләм, – тигән ир. – Ауыҙға... сигнализация ҡуйып бир.
* * *
– Был машина һеҙҙекеме?
– Минеке лә, түгел дә.
– Нисек инде?
– Магазиндарға йөрөргә кәрәкһә – ҡатындыҡы, әхирәтенә барырға булһа – ҡыҙымдыҡы, йылға буйына һыу инергә киткәндә – улымдыҡы....
– Ә ҡасан һеҙҙеке?
– Ремонтларға кәрәк булғанда.
* * *
Фрикаделька әҙерләргә өйрәнәбеҙ: иң тәүҙә билмәнде ҡамырынан айырабыҙ…
* * *
Әгәр диссертацияғыҙҙы яҡлар алдынан бер-ике сәғәт алда банкет үткәрһәгеҙ, уны бик яҡшы итеп яҡлаясағығыҙ көн кеүек асыҡ.
* * *
Кафела коктейль эсеп ултырғанда, эргәмә берәй ир-ат килеп, минең өсөн түләргә теләүен белдерһә, һәр ваҡыт сумкамдан газ һәм электр энергияһына түләү өсөн квитанцияларҙы сығарам.
* * *
Рәсәйҙәрҙең ике проблемаһы бар: эштә нисек тә тиҙерәк йоманы еткереү һәм дүшәмбегә тиклем үлеп китмәү.
* * *
Ярай, ярай, коммунизм төҙөүҙән баш тарттыҡ, ә бына әбейҙәр сыуағы нимәһе менән яраманы?!