«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Бабич рухы – беҙҙең йөрәктәрҙә



04.04.2014 Бабич рухы – беҙҙең йөрәктәрҙә

Бабич рухы –  беҙҙең йөрәктәрҙәБашҡорт шағиры, әҙәбиәтебеҙ классигы Шәйехзада Бабичҡа быйыл 95 йәш тулыр ине. Шағирҙың ҡыҫҡа ғына ғүмерендә ижад итеп ҡалдырған шиғырҙары, балладалары, эпиграммалары күптәребеҙ күңелендә урын алған. Күптәр тим, сөнки һәр заман кешеһе Бабичты үҙ тиңдәше, фекерҙәше итеп белә. Әҫәрҙәрендә халыҡтың уй-кисерештәре, өмөт-хыялдары ярылып ята. Шуға ла уның ижады ябай халыҡҡа яҡын, ауаздаш. Уның һүҙ көсө, рухы беҙҙе бейеклектәргә күтәрә, илһөйәрлек тойғоһон үҫтерә.

1919 йылдың 28 мартында Башҡорт ғәскәрҙәре ҡыҙылдар яғына күскән ваҡытта шағир староверҙар тарафынан йыртҡыстарса үлтерелгән көндө беҙ, бер төркөм Бабич рухлылар, “Алма” антикафеһында уның хәтер кисәһенә йыйылдыҡ. Был күркәм сараны М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты студенты Денис Ғилманов ойошторҙо. Кисә хаҡында социаль селтәрҙә иғландар бирелде. Шуға күрә, халыҡ ағылып килер, буш урындар ҡалмай ҡуйыр, тип ашығып барҙыҡ. Тик Бабич рухына тоғро ҡалыусыларҙың һаны бармаҡ менән генә һанарлыҡ булыуы йәнде әсетте. Осрашыуға Балаҡатай районының Билән ауылы биләмәһе ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Жәүриә Ҡәйүмова, әүҙем башҡорт йәмә­ғәт эшмәкәре Әсләм Арыҫланов, яҙыусы Шәүрә Шәкүрова, журналист Сәриә Ишемғолова, “Ватан­даш” журналының баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев, Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаттары, шағирәләр Лариса Абдуллина, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Зөлфиә Ханнанова, БДУ һәм БДПУ студенттары килде.

Үҙ заманында “Тулҡын” гәзитен ойошторған даһиҙың рух тулҡыны һаман да беҙҙең күңелдәрҙә тирбәлә, йөрәктәр­ҙә һаҡлана. БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетында бөгөн нәшер ителгән “Тулҡын” гәзитенең дә һәр бите милләтебеҙгә ҡарата һөйөү һәм хөрмәт уята. Гәзиттең мөхәррире Денис барыһын да ошо “Тулҡын”дың бер тамсыһы булырға, бер йүнәлештә ағырға саҡырҙы. Егет “Башҡортостан” шиғырын һөйләп, хәтер кисәһен асты:
– Бөгөнгө осрашыу тураһында күптән уйлап йөрөнөм. Кешеләр килерме, был хаҡта нимә әйтерҙәр? Кисәне Бабичтың тыуған көнөндә үткәрербеҙ тигәйнем дә, ул үлтерелгән көнгә тура килде. Ваҡыт табып килгәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәтемде белдерәм. Алла бирһә, киләсәктә лә Бабичтың юбилейҙарын үткәреп торорбоҙ, фекерҙәр уртаҡлашырбыҙ, тигән ышаныстамын.

Һәр сарала теләк-тәҡдимдәрен әйтә килгән Азамат Юлдашбаев та был сараға килмәй ҡалыуҙы яҙыҡ һанап, үҙ фекерен белдерҙе.

– Бабичтың исемен ҡайтарған Рауил Бикбаевҡа оло рәхмәтлебеҙ. Тағы Ғәзим Шафиҡов, Әхмәт Сөләймәнов, Лариса Абдуллина­ның һәм минең хеҙмәттәрем бар. Ә бына бөгөнгө күҙлектән, йәштәр ауыҙынан сығып яҙылғаны, ҡыҙғаныс, әммә юҡ.

Лариса Абдуллина Бабичтың исемен мәңгеләштереү эше алып барылырға тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Әҫәрләнеп, уға арнап яҙылған шиғыр­ҙарын уҡыны, һоҡланыуын йәшермәне:

– 24 йәштә генә йәмәғәт эшмәкәре булған, шағир, ойоштороусы, таҡмаҡсы, мандолинасы Бабичҡа һоҡланам. Хатта ул минең төштәремә инә торғайны. Беҙгә Бабичтың тыуған яҡтарына барырға кәрәк. Ул изге урын. Ундағы уйсан убаларҙы, саф, сылтырап аҡҡан йылғаларҙы күреп, Бабичтың үҙен күргәндәй булаһың. Уны ғына хәтерләтеп торған ауыл ул. Үҙең дә һиҙмәҫтән илһамланып китәһең. Ғөмүмән, шағир тураһында күп һөйләргә мөмкин, уның ижады донъяуи кимәлдә яҙылған.

Тәнзилә Дәүләтбирҙина шағирҙың үлеүенә 11 йыл тулыу уңайы менән 1930 йылда “Октябрь” журналында Бабич кисәһендә Сәйфи Ҡудаш тарафынан яһалған докладтан өҙөктө уҡып ишет­тер­ҙе. “Китап палатаһында эшләгән дәүеремдә үткән быуат башында сыҡҡан ваҡытлы матбуғат менән таныш­ҡайным. Ш. Бабичтың вафатына ике йыл үткәс, хәтер кисәһе үткәрелә, тип яҙыла. Унда Зәки Вәлиди ҙә сығыш яһай һәм Бабичты йылы һүҙҙәр менән телгә ала. Ниңә бөйөк шәхесебеҙ тураһында оло сәхнәләрҙән әйтә алмайбыҙ? Уның исемендә премия булдырылған, ә юғары кимәлдә хәтер кисәһе үткәреүҙән мәхрүмбеҙ! Бына был сараға ла күпме генә кеше килгән”, – тип әсенде ул.

Әсләм Арыҫланов Силәбеләге Бабич музейына барып, урындағы халыҡҡа уның тураһында һөйләп, күрше өлкәләге милләттәштәребеҙҙе рухландырып ҡайтырға саҡырҙы.

Был сарала шағирҙарыбыҙ менән күрешеү, уларҙың шиғырҙарын тыңлау, йәнле һөйләшеү, аралашыу мөмкинлеге булды. Бер тулҡында йөҙөп, Бабич рухы менән һуғарылып, уйларға аҙыҡ туплап, киләһе осрашыуҙарҙы юғары кимәлдә үткәрергә тигән маҡсат менән таралыштыҡ.

Фәниә ЮЛАНОВА,
БДУ студенты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға