04.04.2014 Ҡанатлы Тамъян егете
Мин уны байтаҡтан күҙәтәм. үҙенсәлекле шиғырҙары, донъяуи мәсьәләләргә үҙ ҡарашы, һәр нәмәгә үҙ фекере булыуы ныҡ оҡшай. Күп уҡыған, әҙәбиәткә һиҙгер, һәр саҡ уйҙар йомғағында йөрөй. Бик тәрән хисле, романтик, тик эсендәгеһен тышҡа сығарып бармай, тойғоларын йүгәндә тота. Йөрәгенә һыймай, шиғыр булып тышҡа урғылғансы, әлбиттә. Күҙәтеүсән. Интуицияһы көслө, кеше психологияһын яҡшы белә, кем менән нисек аралашырға кәрәклеген алдан тоя. Изге, киң күңелле, кешелекле булыуы уны миңә айырыуса яҡын итә – бәндәләр бер-береһен тапап-иҙеп китергә, һис бер икеләнеүһеҙ арҡаға бысаҡ ҡаҙарға әҙер заманда мәрхәмәтлелекте таланттан, аҡылдан, эшһөйәрлектән юғарыраҡ баһалайым. Кешенең асыҡлығы мине ылыҡтыра, тине ул бер көн:
– Мин үҙем асыҡ-ярыҡ булғанға шундай кешеләргә ынтылам.
Асыҡ-ярыҡмын, тиһә лә, тәү ҡарамаҡҡа ғына ябай күренә үҙе. Оҙаҡ йылдар аралашҡандар ҙа уның бар булмышын һаманғаса белеп етеңкерәмәй. Хәйер, шағирҙар шулай үҙҙәре бер айырым төр кешеләр, таланттары беҙҙең кеүек ябай кешеләрҙән уларҙы бер башҡа өҫтөн итә. Быға көнләшергә кәрәкмәй – улар тиреһеҙ йәшәгән кеүек, донъяны күпкә нескәрәк тоя, нығыраҡ ауыртына, һыҙлана, яуаплылыҡ та уларҙың иңендә беҙҙекенә ҡарағанда икеләтә-өсләтә артығыраҡ, ауырыраҡ, тосораҡ (ә һыҙланыуһыҙ рәхәт йәшәйҙәр икән, тимәк, “шағирлыҡ”тары ла шул бер сама).
“Ул” тигәнем йәш шағир Венер Сәлихов булыр. Белорет районының Хөсәйен ауылында йәшәгән Тамъян ырыуы егете. Тыныслыҡ урынлаштырыусы көстәр составында Абхазия-Грузия сигендә хеҙмәт иткән, Кодор тарлауығын тотошлай урап сыҡҡан. Йәғни быуынһыҙ түгел, ер-һыу күргән, тыныслыҡтың хаҡын, ғүмерҙең ҡәҙерен белгән кеше. Бәлки, шуға ла ул сабырҙыр. Бер һөйләшкәндән кешене үтәләй күрә, тик үҙенең ихласлығы, эскерһеҙлеге менән генә ҡараны ла аҡ тип ҡабул итергә тырыша. Һис бер ҡасан бәхәсләшмәй, үҙ фекерен белдерә лә, һуңынан оппоненты менән ризалаша ла ҡуя.
– Ҡайһы бер кеше, хаҡлы булмаһа ла, үҙ позицияһын шул тиклем ярһыу итеп яҡлай, – тип аңлата был ҡылығын. – Ундайҙар менән бәхәсләшеү файҙаһыҙ. Ниңә бәхәсләшергә, әгәр мин үҙемдең хаҡлы икәнемде беләм икән?! Әңгәмәсем дә үҙен хаҡлы һанай. Таяҡтың осо икәү булған һымаҡ, дөрөҫлөк тә икәү булыуы ихтимал. Тик таяҡ уртаһындағы хәҡиҡәт кенә берәү, һәм ул урталыҡтағы ғәҙеллеккә таянған.
Венерҙы әҙәбиәтебеҙ өсөн ҙур табыш, ҡиммәтле табылдыҡ итеп ҡабул итәм. Шуға ла уны яҡлағы, һаҡлағы, уға артабан үҫергә ярҙам итке килә. Сөнки шағир, тәржемәсе Лев Озеровтың, таланттарға ярҙам итеү кәрәк, талантһыҙҙар үҙҙәре йырып сығыр, тигән һүҙҙәре хаҡ ул...
Баныу ҠАҺАРМАНОВА.