«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



28.03.2014 Үәт, ҡыҙыҡ!

Бер уҡыусы ауыҙынан: “Бөгөн мәктәптә хеҙмәт уҡытыусыһы менән физрук һуғышты. Хеҙмәт уҡытыусыһы еңде. Ни тиһәң дә, каратэ ул каратэ, ә сүкеш сүкеш инде ул”.
***
Әсә улын теш табибынан алып сығып килә:
– Улым, табипҡа нимә тип әйтергә кәрәк?
Малай, йәштәрен һөртә-һөртә:
– Утта ян, ҡәбәхәт!
***
Автомәктәптә имтихан бара:
– Двигатель нисек эшләй?
– Үҙ һүҙҙәрем менән мөмкинме?
– Әлбиттә!
– Вжжжж! Вжжжж! Вжжжж!
***
һары сәсле ике ҡыҙ көҙгө табып ала. Береһе көҙгөгә ҡарай ҙа:
– Был кешене мин ҡайҙалыр күргәнем бар, – ти.
– Бир әле, үҙем ҡарайым. Диуана, был бит мин!
***
Ике ир һөйләшә.
– Ҡәйнәң бер айҙа ике тапҡыр бәшмәк ашап ағыуланған тип ишеттем. Һеҙҙең унда ни булды?
– Барыһына ла склероз ғәйепле. Ул бит бәшмәкте миңә тип бешерә лә, онотоп, үҙе ашай.

***
– Ирҙәр аҡыллыраҡмы, әллә ҡатындармы?
– Әлбиттә, ҡатындар. Әйт әле, ниндәй ҡатын-ҡыҙҙың аяғының матурлығына ҡарап ир һайлағанын күргәнең бар?
***
Табипҡа ҡолаҡтары ҡара янған пациентты килтерәләр.
– Нимә булды?
– Салбар үтекләп тора инем, телефон шылтыраны. Телефон трубкаһы тип, үтекте яңылыш ҡолаҡҡа терәнем…
– Ә икенсеһенә ни булды?
– «Тиҙ ярҙам» саҡыртам тип, үтекте тағы телефон менән бутаным.
– Ҡәҙерлем, машина ватылды. Карбюраторға һыу ингән.
– Эх, һин, ҡатын-ҡыҙ, әйтерһең дә, машинаны аңлайһың! Карбюраторҙың нимә икәнен беләһеңме һуң? Ҡайҙа машина?
– Күлдә...
***
Ожмах ҡапҡаһы төбөндә 5 мең һумлыҡ аҡса тора.
– Ниңә мине индермәйһегеҙ, минең бәләкәй туғандарым – иллелектәр, йөҙәрлектәр, биш йөҙлөктәр ҙә эстә бит.
– Белмәйбеҙ, һине мәсеттә күргәнебеҙ булманы.

***
Бер ғаиләлә бала һис тә һөйләшмәй икән. Төрлө табиптарға, күрәҙәселәргә, имселәргә йөрөткәндәр, тик бушҡа ғына. Берҙән-бер көндө өҫ­тәл артында бала телгә килгән:
– Шәкәр һалығыҙ.
Ата-әсә ултыра төшә, тик ҡыуаныстан бер ни өндәшмәйҙәр. Сәй эсеп бөткәс, ипләп кенә һорайҙар:
– Улым, быға тиклем ни эшләп бер ҙә һөйләшмәнең?
– Һуң, быға тиклем сәйгә шәкәрҙе гел һала инегеҙ бит…







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға