«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



21.03.2014 Үәт, ҡыҙыҡ!

Бер малай бәләкәй һеңлеһенә:
– Мин ат дағаһы таптым. Уның нимә аңлатҡанын беләһеңме? – ти.
– Беләм, – ти ҡыҙыҡай, иларға етешеп. – Хәҙер ҡайҙалыр бер меҫкен ат ялан аяҡ йүгереп йөрөй...

* * *
Һунарсы ир автобусҡа инә, урындыҡҡа ултыра һәм, көбәген күршеһенә ҡаратып, мылтығын теҙе өҫтөнә ҡуя.
– Һағыраҡ ҡыланығыҙсы, – ти тегеһе, – атып ебәрмәгәйе!
– Борсолмағыҙ, – ти мылтыҡ хужаһы, – тағы ҡорормон.

* * *
„Ҡотлайбыҙ! Һеҙ ЮХХДИ тапшырыуына эләктегеҙ! Беҙ уйынды 500 һумлыҡ һорауҙан башлап ебәрәбеҙ! Әйтегеҙ әле, ни өсөн хәүеф­һеҙлек ҡайышығыҙ эләктерелмәгән?”

* * *
Табип иң тәүҙә: „Ҡайһы ерегеҙ ауырта?” – тип һорай, аҙаҡ тап шул урынға ҡаты итеп баҫырға тотона.

* * *
Рәсәй заводында бөтә ерҙә лә йөрөй ала торған машина уйлап сығаралар һәм уны ҡарарға япондарҙы саҡыралар. Япониянан килгән иң аҡыллы белгестәр:
– Юлдарҙы ремонтламаҫ өсөн был рустар нимәләр генә уйлап сығармай, – ти.

* * *
Спорт яңылыҡтары:
– Сумо буйынса донъя чемпионатына 80 тонна спортсы йыйылды.

* * *
Ир, иҫереп, таң алдынан ғына өйөнә ҡайтып инә.
– Был ваҡытҡа тиклем ҡайҙа өҫтөрәлеп йөрөнөң? – тип асыуланып ҡаршы ала уны ҡатыны. – Төнө буйы керпек тә ҡаҡманым бит.
– Мин дә йоҡлап ятманым инде, – ти арыған ире, аҡланып.

* * *
Әсәһе ҡыҙына:
– Иреңдең сәйерлеген ЗАГС-та уҡ күргәйнем: бармағыңа ике балдаҡты кейҙергәс тә… – ти.

* * *
Ҙур кәүҙәле ханым бик оҙаҡ һайлағандан һуң:
– Быларҙан да ҙурыраҡ туфли­ҙар юҡмы? – ти.
– Юҡ шул, ханым, – ти һатыусы, – 49-сы үлсәмдән һуң сумаҙандар китә инде…

* * *
Руль артында телефондан һөйләшкән өсөн штрафты арттырғандан һуң хәҙер машина йөрөтөүселәр телефондан һөйләшмәй. Улар СМС яҙыша!

* * *
Психиатр менән пациент һөйләшә:
– Һеҙҙә клептомания.
– Уныһы нимә тағы?
– Һеҙҙең гел генә урлашҡығыҙ килә, ҡыҫҡаһы, ҡулығыҙ тик тормай.
– Миңә хәҙер нимә эшләргә инде? – ти ир.
– Иң тәүҙә, – ти табип, – минең аҡса янсығын кире ҡайтарып бирегеҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға