14.03.2014 Шағир һүҙе мәртәбәле
Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында шағир Рауил Бикбаевтың 75 йәшлек юбилейы айҡанлы матур сара ойошторолдо. Унда юбилярҙы ҡотлау һәм уҡытыусылар менән осрашыу өсөн Рауил Бикбаевтың ҡәләмдәштәре – шағирҙар Хәсән Назар, Лариса Абдуллина, Салауат Әбүзәр, шулай уҡ уның ижадташ дуҫтары – “Ватандаш” журналының баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев, “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин һәм башҡа бик күп билдәле кешеләр килгәйне.
Уларҙың үҙенсәлекле сығыштары шиғырҙары менән дә, тапҡыр әйтелгән һүҙҙәре менән дә әһәмиәтле булды. Шулай уҡ кисәгә бик күп уҡытыусы ла йыйылды. Сөнки осрашыуҙа Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты башҡорт, рус, татар, сыуаш, мари теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында ойошторған “Шағир һүҙе – шағир намыҫы” исемле республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Уҡытыусылар үҙҙәре билдәләүенсә, конкурс барышында республика мәктәптәрендә Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рауил Бикбаевтың шиғриәтен тағы ла ентеклерәк өйрәнеү дәрестәрҙе ҡыҙыҡлыраҡ, йөкмәткелерәк иткән. Шуныһын да билдәләп үтке килә: конкурсҡа ебәрелгән эштәр баһаланып, еңеүселәр билдәләнеп кенә ҡалмай, ҡыҙыҡлылары методик эштәр тупланмаһы, айырым китап итеп, Мәғарифты үҫтереү институтының редакция-нәшер үҙәгендә донъя күрә. Юбилей кисәһендә институт хеҙмәткәрҙәре Рауил Бикбаевҡа һәм башҡа ҡунаҡтарға конкурс эштәрен туплаған һәм “Шағир һүҙе – шағир намыҫы” тип аталған китапты бүләк итте.
Иң тәүҙә юбилярҙы Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Рәмил Мәжитов тәбрикләне. Ул институт менән халыҡ шағиры Рауил Бикбаев араһында тығыҙ хеҙмәттәшлек урынлаштырылыуын билдәләне. Институттың башҡорт һәм башҡа туған телдәр кафедраһы доценты Фәнзил Санъяров һәм мәғариф алдынғылары, артистарҙың сығыштары кисәгә йәм өҫтәне. Ысынлап та, уҡытыусылар араһында һүҙ оҫталарының ижадын өйрәнеү буйынса ярыштар ойоштороу беҙгә бик кәрәк. Сөнки улар киләсәкте әҙерләүсе иң төп көс һәм телдәренән сыҡҡан һәр бер һүҙ, һәр йүнәлеш киләсәк яҙмышына ҙур йоғонто яһай. Уҡытыусыларҙың үҙҙәренә лә көн-төн үҫешергә, заман менән бергә атларға өйрәнергә генә ҡала. Шуға ла “Шағир һүҙе – шағир намыҫы” республика конкурсында еңеүселәрҙең ҡайһы берҙәрен билдәләп үтке килә.
“Иң яҡшы дәрес” буйынса беренсе урынды Шишмә районы Шишмә ҡасабаһының 4-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Л. Сәлихова, ә “Дәрестән тыш эшмәкәрлекте ойоштороуҙың иң яҡшы өлгөһө” конкурсында Благовещен ҡалаһындағы М. Киняшев исемендәге 6-сы урта мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Г. Дәүләтбаева яуланы. Икенсе урынды А. Аслыбаева, Л. Баймырҙина һәм А. Шәрипова бүлеште. Өсөнсө урын Л. Ишемғужина, Р. Ҡәйепова, М. Ғәзизуллинаға бирелде. “Иң һәйбәт кластан тыш сара” номинацияһында беренсе урында – Әлшәй районы Раевка ауылының 2-се мәктәбе уҡытыусыһы Ф. Хәмиҙуллина. Еңеүселәр Башҡортостан Мәғариф министрлығы тарафынан бүләкләнәсәк.
– Юбилейым уңайынан республикала күп сара үтте, Мәғарифты үҫтереү институты айырыуса ҡыуандырҙы. Ни тиһәң дә, әҫәрҙәрем буйынса йыл буйы уҡытыусыларҙың ижади конкурсы барған, йөҙҙәрсә асыҡ дәрес, кластан тыш сара уҙғарылған. Уҡытыусылар һәм уҡыусылар минең менән йыл барышында осрашып торған тип аңларға була, – тине Рауил Бикбаев.
Л. СОЛТАНОВА.