«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



14.03.2014 Үәт, ҡыҙыҡ!

Супермаркет һатыусылары эт һымаҡ, яңы аҙыҡ-түлекте алыҫҡа йәшерә.

* * *
Ҡатын:
– Ура, ирем ҡайтты!
Ир:
– Алйот! Һүҙҙәреңде уйлап һөйлә. Мин бит ғәҙәт буйынса саҡ тәҙрәнән һикермәнем!

* * *
Автомобиль – ул байлыҡ түгел, байлыҡ – ул бензин.

* * *
– Тимәк, кеше маймылдан барлыҡҡа килмәгән, ә уны Алла бар иткән, тиһең инде. Улай булғас, маймылдар ҡайҙан килеп сыҡҡан?
– Алла кешене тиҙ генә эшләмәгән, бик күп бракка ла юл ҡуйған.

* * *
– Һеҙ инде бишенсе йыл бөтөнләй тиерлек ашамайынса йәшәй­һегеҙ. Быны нисек булдыраһығыҙ? һеҙ Тибет монахтарынан дәрестәр алған­һығыҙҙыр, эйеме?
– Юҡ, ипотекаға фатир һатып алдым.

* * *
Һәр буйҙаҡтан тиерлек ике йылда иҫ киткес билмән тәнҡитсеһе килеп сыға.

* * *
Һәр ҡыҙ үҙенең принцын көткәндә шуны иҫендә тотһон: «Ул һеҙгә өйләнеү менән диванда һуҙылып тик ятасаҡ. Ни өсөнмө? Сөнки принцтар бер ваҡытта ла бер нәмә лә эшләмәй».

* * *
Үҙемдең фамилиямдың серен белергә теләгәйнем. Ә хәҙер телефонымдағы 1000 һумдың ҡайҙа булыу серен асыҡларға йыйынам.

* * *
Ир-ат үткәндәргә көнләшә, ҡатын-ҡыҙ – бөгөнгөгә. Ә Пенсия фонды – киләсәккә.

* * *
– Иҙел, йомаҡ сис әле: Англияла тыуған, Бразилияла үҫкән, Рәсәйҙә үлгән. Был нимә?
– ???
– Футбол…

* * *
– Әсәй, бөгөн мәктәптә беҙгә укол һалдылар.
– Нимәгә ҡаршы?
– Беҙҙең теләгебеҙгә ҡаршы!

* * *
Ҡатынығыҙҙың бер-ике сәғәткә шымып ҡалыуын теләйһегеҙме? Улайһа, унан иртәгә эшкә нимә кейеп барыуы хаҡында һорағыҙ.

* * *
– Әйтегеҙсе, һеҙ үҙегеҙҙең байлығығыҙҙы ҡайҙа һаҡлай­һығыҙ?
– Хыялда.

* * *
Ҡатын-ҡыҙ йәшенең өс осрағы:
Атаһын борсолдора.
Иренең зитына тейә.
Кейәүен сығырынан сығара.

* * *
Мин, аҡыллы ҡатын-ҡыҙ булараҡ, ҡайһы ваҡыт өндәшмәй ҡалыр­ға кәрәклеген бик яҡшы беләм. Ә бына бының өсөн көстө ҡайҙан алырға?







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға