«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



07.03.2014 Үәт, ҡыҙыҡ!

Студент боронғо тарихтан уҡытыусы профессорға:
– Хөрмәтле Аполлинарий Арис­тархович, ҡыҙығыҙҙың ҡулын һо­райым, – ти.
– Беләһеңме, йәш кеше, – ти профессор мыҫҡыллы тауыш менән, – мин был хаҡта, Көньяҡ халыҡтары һәр ваҡыт эшләгән кеүек, Бөйөк Дракондан белешергә тейешмен.
– Профессор әфәнде, – ти егет, – был хаҡта һис кенә лә борсолмағыҙ, мин һеҙҙең ҡатынығыҙҙың ризалығын алдым инде.

* * *
Әгәр ҙә ир кеше һеҙгә: «Тиҙ генә килеп ет, беҙгә һөйләшергә кәрәк», – тиһә, тимәк, араҡы, ә ҡатын-ҡыҙ әйтһә, аҡса алырға кәрәк.

* * *
Самолетта инструктор тәүге тапҡыр парашюттан һикерергә йыйыныусы һары сәсле ҡыҙҙы иҫкәртә:
– Тәүҙә ҙур балдаҡты, ул эшләмәй икән, бәләкәйен тартаһың. Түбәндә ҡыҙыл пикап машинаһы көтәсәк.
Ҡыҙ һикерә. Ҙур балдаҡты тарта, бер нәмә лә юҡ, шунан бә­ләкәйен, юҡ…
– Миңә булһа – шулай инде ул. Бы­ларға өҫтәп тағы аҫта машина ла көтөп тормаһа – бөттөм, – ти ҡыҙ.

* * *
Донъя үҙенең бөйөктәрен юғалта: Эйнштейн үлгән, Бетховен һаңғырауланған, бына хәҙер минең дә нишләптер башым ауыртып тора…

* * *
– Ирек, һин хырылдайһың!
– Юҡ, минең төшөмә мотоциклдар инә.

* * *
– Ҡарашығыҙ ниңәлер бик һалҡын…
– Ни хәл итәһең: уң күҙем – минус биш, ә һулы – минус алты.

* * *
Спорт менән шөғөлләнергә бул­дым… Йүгереүҙе һайланым. Компьютерға барып еткәнсе йүгер­ҙем. Ултырам… Монитор буйлап күҙҙәремде йүгертәм… Һәм спорттың тап минең өсөн булыуын һиҙәм!

* * *
Ике студент һөйләшә:
– Бына өсөнсө көн инде университетҡа барғы килмәй. Был нимәне аңлата икән?
– Моғайын, бөгөн шаршамбы көн тигәнделер...

* * *
– Әйтегеҙ әле, был бокссы ниңә шул тиклем ҙур линзалар кейгән?
– Эйе, хәҙер улар – линзалар, ә беренсе раундҡа тиклем күҙлек ине.

* * *
– Туҡта-туҡта, ә беҙ бер-беребеҙҙе нисек беләсәкбеҙ?
– Мин ҡулыма рауза сәскәләре тотҡан булырмын.
– Ә мин һимеҙмен…

* * *
Торлаҡ-коммуналь хужалығы түләргә квитанцияларҙы килтергәс, ниндәй ҡиммәтле фатир­ҙа йәшәүебеҙгә төшөнәбеҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға