29.01.2014 Әҙәбиәт – мәҙәниәттең нигеҙе
Быйыл илебеҙҙә Мәҙәниәт йылы билдәләнә. Фильмдар төшөрөү өсөн миллиондарса һум аҡса бүленә. Драмтеатрҙар эшләй, шулай уҡ халыҡ театрҙары спектаклдәр күрһәтә. Был – бик маҡтаулы күренеш. Тик әҙәбиәт һәм мәҙәниәтебеҙ алға китһен өсөн, иң беренсе, яҙыусыларға йөҙ менән боролорға кәрәк. Уйлап ҡараһаң, кино өсөн сценарийҙарҙы, драмаларҙы яҙыусылар ижад итә. Уларҙың ижады емешле һәм уңышлы булһын өсөн тәү сиратта стимул булырға тейеш. Ә бит күп кенә ижад кешеһен, яҙыусыны, рәссамды ваҡытында баһаламайбыҙ, уларҙы юғалтҡас ҡына саң ҡаға башлайбыҙ, ләкин һуң була.
Композиторҙар береһенән-береһе матур көйҙәр яҙа. Ә һүҙҙәре килешһеҙ, мәғәнәһеҙ булғанда йырҙың ғүмере ҡыҫҡа, тиҙ онотола. Мәҙәниәтебеҙ алға китһен өсөн яҙыусыларыбыҙҙың әүҙем һәм уңышлы эшләүе мотлаҡ. Тик күп ҡалаларҙа ваҡытында күп көс һалып асылған яҙыусылар ойошмалары ябылыу өҫтөндә, өҫтөндә генә лә түгел, күптәре бөтөнләй ябылды. Яҙыусылар союзында эшләгәндәрҙең эш хаҡы түбән, шуға күрә унда, башлыса, пенсия йәшендәгеләр эшләй ҙә инде.
Ҡайһы яҡтан ғына ҡараһаҡ та, йәмғиәттә яҙыусыларҙың роле бик ҙур. Кино, театр, йыр сәнғәтен үҫтереү өсөн, башта әйтелгәнсә, яҡшы сюжетлы, тәрбиәүи әҫәрҙәр кәрәк. Гел генә классика йәки сит телдән тәржемә ителгән әҫәрҙәр менән тамашасыны ылыҡтырып булмай. Ситтән һатып алынған тауыҡ боттары ла туйҙырҙы бит, күпселек үҙебеҙҙекен хуп күрә. Классика ла бик һәйбәт. Тик гел генә май ашаһаң да ҡоҫтора тиҙәрме әле? Бөгөнгө ерлектә тыуған, өр-яңы әҫәрҙәргә лә иғтибар бүленһен ине. Үҙебеҙҙе, йәшәйешебеҙҙе, милләтебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе яҡтыртҡан әҫәрҙәр тыуҙырып, башҡа халыҡтарға күрһәтергә, уны донъя кимәленә күтәрергә ынтылырға кәрәк.
Яҙыусылар ғүмер-ғүмергә ҡыйырһытылыуҙарға дусар булған, ошо ҡараш һаман һаҡлана. Ябай халыҡтың йәшәйешен, эшсе-крәҫтиәндәрҙең ауыр тормошон ҡыйыу һүрәтләгән яҙыусылар элек-электән тегендә-бында ҡыуылып, хәйерселектә йәшәгән. Тотороҡло булмаған дәүләттең насар яғын да, яҡшы яғын да яҙыусыларҙың әҫәрҙәре аша күҙ алдына килтерәбеҙ. Ә бит мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереү өсөн иң беренсе әҙәбиәтебеҙҙе үҫтерергә кәрәк. Иҫкергән йәки сит ил әҙәбиәтенә ҡорған нигеҙ, нисек кенә тырышһаң да, оҙаҡҡа түгел, шуның өсөн үҙебеҙҙең нигеҙҙе төҙөргә, үҙебеҙҙең милләтебеҙҙе күтәрергә бурыслыбыҙ. Бурыслыбыҙ, тип әйтәм, сөнки милли театрҙар үҙенең халҡын күтәрер, уның йәшәйешен, мәҙәниәтен күрһәтер өсөн ойошторолған, улар тап ошо ерлектә тыуған халыҡҡа хеҙмәт итергә тейеш.
Тамашасы заманса әҫәрҙәргә һыуһаған, уның сәхнәлә үҙен, шуға оҡшаш проблемаларҙың сиселешен күргеһе килә, артабан ни булыр тип, тын да алмай ҡарай торған спектаклдәрҙе көтә. Эҙләнергә, яңылыҡҡа ынтылырға, авторҙарға иғтибарҙы көсәйтергә, уларҙың профессиональ кимәлен үҫтерергә кәрәк. Элегерәк драматургтарҙың кәңәшмәләре лә булған, хатта “Талҡаҫ” күле буйында ял йортонда фекер алышып ял да иткәндәр, уҡығандар, тип ишеткәнем бар ине. Тик һуңғы йылдарҙа был матур күренеш юҡҡа сыҡты.
Режиссерҙар үҙҙәре ҡуйған әҫәрҙәрҙе ҡабат-ҡабат сәхнәләштереүҙәрен аҡлар өсөндөр инде, зарланып: “Драматургтар юҡ, яңы драмалар юҡ”, – тип ҡабатларға ярата. “Тамаша” журналына биргән интервьюһында драматург, Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһының яуаплы секретары Хәмит Ирғәлин: “Драмалар ҙа, драматургтар ҙа етерлек, тик яҡшы режиссерҙар юҡ”, – тип әйткәйне. Ысынлап та, шулай. Күп тапҡыр ҡуйылған әҫәрҙәрҙән башҡа яңы әҫәрҙәрҙе сәхнәләштерергә ҡурҡмаған ҡыйыу режиссерҙар кәрәк. Дан өсөн түгел, халҡы өсөн янып эшләгән режиссерҙар, барыһы ла уларҙан тора.
Яҙыусыларҙың китаптарын сығарыу өсөн Башҡортостандың “Китап” нәшриәтен финанслау ҙа йылдан-йыл кәмей бара. Ошо Мәҙәниәт йылында яҙыусылар ҙа ситтә ҡалмаҫ, бәлки, ябылған ойошмалар тергеҙелер, уларға ҡарата кешесә мөнәсәбәт булдырылыр, тигән өмөттә ҡалам.
Рәйлә НАҘАРҒОЛОВА.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.