«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



28.02.2014 Үәт, ҡыҙыҡ!

– Ҡыҙым, – ти әсәһе, – бар әле, аш-һыу бүлмәһенән биш тәрилкә алып кил.
– Ниңә, әсәй?
– Атайың менән ҡайһы бер нәмәләр хаҡында һөйләшәһе бар.
* * *
– Әйтегеҙ әле, балалар, – ти уҡытыусы, – «Һыуһылыу» әкиәтен кем яҙған?
– Андерсен.
– Ә исеме?
– Памелла…
* * *
SМS: «15 минуттан булам, әгәр һуңлаһам, хәбәремде ҡабаттан уҡып сыҡ!»
* * *
Тайғаҡ баҫҡыстан төшкәндә әҙәпле кешеләр һаны ҡырҡа кәмей.
* * *
Балаларҙы – «Бөтәһе лә ҡайҙан алына?», ә өлкәндәрҙе «Бөтә нәмә ҡайҙа була?» тигән һорау борсой.

* * *
Ауыҙы ҡолағына тиклем булған ҡыҙҙың битенән үбеп булмауҙы иҫбатлағандар.

* * *
– Фрекен Бок бәлештәрен кем урлағанын белеп, унан бик ҡаты итеп үс алған.
– Ҡолағын борғанмы?
– Юҡ, карбюраторына шәкәр һалған.

* * *
Йәй буйына өләсәһендә булған малай ҡан баҫымын участка табибынан оҫтараҡ үлсәй.

* * *
– Әхирәткәйем, ирең менән сит илгә сығырға уйламайһығыҙмы?
– Юҡ, ул бит «сыға» торғандар­ҙан түгел.
– Физик-ядерщикмы ни?
– Иҫәр.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға