«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Кәләш әйттергәндә



07.02.2014 Кәләш әйттергәндә

Ары ни әйтергә белмәй ултыр­ҙыҡ. Ҡыҙ – түшәктә, мин өҫтәл артында. Шул мәлдә Рәшиҙәгә иғтибарлаңҡырап ҡараным. Ул төҫ-башҡа Фәниәнән ары китмәгән, хатта ҡайһылыр кимәлдә ҡайтышыраҡ та күренә: сибек буй-һын, беленер-беленмәҫ ҡалҡып күренгән түштәр, нәҙегерәк сираҡлы аяҡтар. Торғаны үҫмер ҡыҙ инде. Йөҙө үтә лә ылыҡтырғыс, һөйкөмлө, ә күҙҙәре һуң – уларға бар донъяның матурлығы, ғаләмдең бөтмәҫ-төкәнмәҫ йәме һыйған төҫлө, күҙҙәр түгел, төпһөҙ, серле күлдәр. Эске тойомлау менән шуны һиҙҙем – ҡыҙҙа мине арбатырлыҡ, албырғатырлыҡ, ҡаратырлыҡ ниндәйҙер күҙгә бәрелмәгән илаһи көс, ҡөҙрәт бар ине. «Тәү күреүҙән ғашиҡ булыу ошолор инде, – тип уйланым эсемдән, – әгәр ошо мәлдә был ҡыҙҙы Фәниә менән йәнәш баҫтырһалар, ихтыярыма ҡуйһалар, рөхсәт итһәләр, мин мотлаҡ уны ғына һайлар инем… Уны ғына кәләш итер инем, билләһи…»
Уйылдан хисләнеп һөйләгән хикәйәһен бүлеп туҡтап ҡалды, өндәшмәй ултырҙы, күңеленән шул саҡтағы кисерештәрҙе яңынан үткәрә ине булһа кәрәк.
– Әйткәндәй, Уйылдан, һинең бит булмышыңа оҫта хикәйәсе йәшеренгән. Теге саҡта филологияны ташлап хата ебәрмәнеңме икән?
– Юҡтыр. һәр кем күңеленә ятҡан һөнәрҙе һайларға һәм башҡарырға тейеш, тейеш кенә лә түгел, бурыслы. Шул башҡарыр шөғөлөн дөрөҫ һайлаған һөнәрселәр матур итә бит донъяны, йәмле, ҡотло итә. Теләкһеҙ башҡарылған эш тоҙһоҙ, йәнең теләмәгән ашты ашау менән бер. Кешеләр һөнәрселәр менән өйрәнсектәргә, мөхәббәтле менән мөхәббәтһеҙҙәргә бүленә.
– Аңлауымса, һин беренсе төркөмгә инәһең була. Тороп тор әле, Уйылдан, етәккә эйәргән быҙау ише кәләш алырға килгән кеше мөхәббәтле була аламы? Мөхәббәтте яулау өсөн алышалар, йәндәрен фиҙа ҡылалар…
– һин һаман да күҙгә бәреп әйткән тура һүҙле икәнһең, ҡорҙаш, шулай ҙа алдан ғәйепләргә, хөкөм сығарырға ашыҡма, мин бит әле хикәйәмде тамамламаным.
– Биғәйбә, бер үк ғәфү итә күр, бүлдерҙем.
– Зарар юҡ. – Тын ултырған Уйылдан, артистарса ҡыланып, лаулый* башын артҡа ташлап ебәрҙе лә өҙөлгән хикәйәһен дауам итте:
– һин ҡайҙан ул, Рәшиҙә? – тип һораным ҡыҙҙан.
– Ошо ауылдан, Фәниәнең әхирәте. – Ҡыҙ тәүәккәл ҡыланып урынынан ҡалҡты. – Йә, ярай, көлдөк-шаяр­ҙыҡ, йәшенмәк уйнаныҡ, инде миңә ҡайтырға ваҡыт!
– Балдыҙ, ишек бит тыш яҡтан бикле, асҡыс – еңгәлә, ә ул мунсаһын әҙерләп томаламайынса асмаясаҡ. Шулай булғас, теләйбеҙме-юҡмы, беҙгә таңды бергә аттырырға, ҡаршыларға тура килә.
– Эйе, шулай итте ти, шулай итмәй ҙә. – Рәшиҙә кире урынына ултырҙы ла матур итеп ирендәрен турһайтты. Үпкәләгән сағында ла йөҙө боҙолмай икән, тимәк, ул, ысынлап та, һөйкөмлө һөйәк.
Урынымдан ҡуҙғалмаҡсы иткәйнем, ҡыҙ өрккән кейектәй киҫәтә һалды:
– Нимә ҡылмаҡсыһың, урыныңдан ҡуҙғалма!
– Ҡыҙыҡ бит, тағы ла рәхәтләнеп көлөп ебәрҙем:
– һуң, кәләш, кейәүеңде сәй менән һыйла, исмаһам, – өҫтәл яғы­на ымланым. – Ана бит, самауырҙы, тәм-томдо әҙерләп ҡуйғандар.
Ябай ғына итеп, мәрәкәләп өндәшеүем Рәшиҙәгә лә йән кертте, тороп, өҫтәл тирәһен ҡараштырырға керешеп китте. Күҙ ҡырыйым менән генә һаман да ҡыҙҙы күҙәтәм. Уның һайын күңелем урынынан ҡубып иләҫләнгәндән-иләҫләнә бара. Рәшиҙәне ҡайҙалыр иҫемдә ҡалырҙай итеп күргәндәймен, аралашмаған хәлдә лә, йылы һүҙ ҡушҡандаймын, юғиһә ҡайҙан хәтеремдә ҡалһын? Нисек кенә булһа ла, уның һәр хәрәкәте, атлап йөрөүе, ым-ишараһы таныш, башын ҡырын һала биреп, бит соҡорҙарын уймаҡландырып, ирендәрен ҡымтып эш менән булышыуы танһыҡ, ҡәҙерле. Әйтерһең дә, мин уны бына ошо фиғел-ҡиәфәтендә күреп өйрәнгәнмен, ғүмерем буйы беләм, һәм ары ла ошо аралашыу оҙаҡ йылдар дауам итер төҫлө.
– Ул тиклем итеп ҡарамағыҙ… оялам. – Ҡыҙ, ҡылтайғандай, һыртын ҡуйҙы.
– Мин бит һеҙҙе ҡайҙалыр күргән һымаҡмын.
– Күрҙегеҙ шул. һеҙ бит Айҙар ағай менән бер курста уҡынығыҙ, бер ятаҡта инегеҙ. Ә мин икенсе факультетта уҡыным, күрше ятаҡта йәшәнем. һеҙҙе алыҫтан ғына күҙләһәм дә, юлдарыбыҙ киҫешмәне. Мин бер трамвайға инһәм, һеҙ икенсеһенә тығылдығыҙ, театрҙа партерҙан урын алһағыҙ, мин – балкондан… Гел шулай…
– Бәхет тигәнең йәнәшә йөрөй шул, беҙ уны һиҙмәйбеҙ һәм күрмәйбеҙ генә. Шунда эргәмә килһәң, йә яңылыш ҡына юлымды ҡыйып һүҙ ҡушһаңсы, алдарыңа теҙләнеп ҡолоңа әүерелер инем!
– Нисек улай итергә, мин бит ҡатын-ҡыҙ затынан, беҙҙең булмышыбыҙ – өмөтләнеү һәм кө­төү. Әгәр башлап яныңа һыйын­һам, һүҙ ҡушһам, ҡәҙерем булыр инеме икән? Тағы үҙең минән аша, алыҫыраҡҡа һәм бейегерәккә ҡарарға теләгәнһеңдер, бәлки. Шулай бит ул, ҡыҙ-ҡырҡын аҡ атҡа атланған принцтың килерен көтә, ә егет-елән, принцессаны тап итмәҫменме, тип ымһына. Ике йыл уҡығандан һуң һеҙ ҡайҙалыр юғалдығыҙ, осраҡлы ғына булһа ла осрамай башланығыҙ. Нисектер яманһыулап, күңелһеҙләнеп тә йөрөнөм. Ҡояш та үҙ мәлендә ҡалҡырға, офоҡ та кис еткәс ялҡындай төҫтә балҡыр­ға тейеш. Ҡапыл ғына, көтмәгәндә иҫеп һиңә ҡағылып үткән ел дә ниндәйҙер тылсымға, мәғәнәгә эйә. Ана шул айырым күренеш­тәр­ҙең береһе етмәгән хәлдә лә көнөбөҙ, йәшәүебеҙ йәмһеҙләнә һәм бөләңгертләнә. Төнгө Йыһанды йондоҙҙарһыҙ, Ҡош юлыһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай, шуның ише…
Ҡабаланмай ғына тәғәмләнеп алдыҡ. Рәшиҙә табынды йыйыштырып, өҫтәл артынан урын алды, ҡулындағы сәғәтенә күҙ атты:
– Бер килеп урарға тейештәр­ҙер бит, Сәмиғә еңгәләр оҙаҡланы нишләптер. – Был юлы хафаланмай, үрһәләнмәй генә әйтте.
– Еңгәң, кәләш ҡуштым, тип тынысланып, етенсе төшөн күрәлер әле.
– Фәниә барыбер оҙаҡ көттөрмәҫ, ошоға саҡлы, моғайын да, йы­йылған урындың араһында йәшеренеп ятмайҙыр, өйҙәренә лә ҡайтмағандыр. Ғорур ҡыҙ ул, шаяртам тип ымһынды, алданды, әммә түбән­­һенеп беҙҙең арттан йүгерә һалып килеп етмәне.
– Нимә эшләйбеҙ инде?
– һөйләшеп ултырып торайыҡ, булмаһа.
Шул ҡыҫҡа ғына арала мин уның университетты тамамлап, күрше ауылда уҡытып йөрөүен белдем. Йәшереп тормай, ҡыҙыҡһыныуҙары, уҡыған китаптары, киләсәккә уй-хыялдары хаҡында һөйләне. Уның менән бергә булыуы иҫ киткес рәхәт ине миңә. Тәнемдә һәм йәнемдә күтәренкелек һәм еңеллек тойҙом, эстән генә: «Алйот, ни эшләп Өфөлә саҡта тик бер төрлө һандағы трамвайҙа йөрөгәнмендер, икенсеһенә инһәм, моғайын да, Рәшиҙәне осратыр инем бит…» – тип үҙемде әрләйем.
Уйымдағын һүҙ араһында уйынлы-ысынлы ярҙым да һалдым:
– Рәшиҙә, әлегә һуң түгел, әллә тим, миңә кейәүгә сыға ла ҡуяһыңмы?
Күҙҙәрем көлһә лә, етдиләнеп әйттем. Быны Рәшиҙә лә һиҙҙе, шуға ла күңелендәге уй осмотон аңғартты бер аҙ:
– Теге саҡ юлдарыбыҙ киҫеш­һә, икенсерәк тә булыр ине, бәлки… – Хистәрен йәшерер өсөндөр ҡапыл тоҡанып, асыуланып китте. – Бата уҡылғас, һеҙ хәҙер ир менән ҡатын инде. Икенсенән, Фәниә минең яҡын әхирәтем, уны, яҡындарын тотош ауыл алдында оятҡа ҡалдырайыммы? Бындай хәл ауыл халҡы өсөн оят ҡына түгел, мәсхәрә!
Шул мәл ҡаты ғына итеп ишек шаҡынылар. Тыш яҡтан бикле икәнлекте белә тороп, кемеһе шулай ҡыланалыр? Ишек йоҙағы шауҙырлап асылды. Тупһа ауыҙында өтә баҫып килеп ингән Фәниә пәйҙә булды, арт яҡтан эскә аптыраулы ҡарашлы еңгә баш тыҡты. Фәниәнең йөҙө боҙолоп үҙгәреп киткән, ҡулындағы яратҡан уйынсығы тартып алын­ған бала тиерһең, бына-бына түгелеп илап ебәрер хәлдә. Ул ҡоро ғына итеп Рәшиҙәгә бойор­ҙо:
– Әйҙә, күрше бүлмәгә, кейемдәребеҙҙе алмашабыҙ!
Иртәгәһен күрше-тирә, ҡунаҡтар, йәштәр беҙҙе оҙатырға йыйылды. Фәниәгә машинаға ултырырға булышҡан ыңғайы йәшерен генә һирпелеп йыйыл­ғандар араһынан Рәшиҙәне эҙләп таптым. Бер яҡ ситкә баҫҡан, йөҙө бойоҡ, моңһоу, болоҡһоу. Ул юлға сығып баҫып, машина күҙҙән юғалғансы ҡулын болғап оҙатып ҡалды. Рәшиҙә шул мәлдә әсе елдәр йолҡҡолаған яңғыҙ ҡайынға оҡшап ҡалғайны. Бына ул бәләкәйләнгәндән-бәләкәйә барып, көҙгө бушлыҡта ирене, юҡҡа сыҡты… Шаярыуға тартым был ваҡиға хәтеремдә оҙаҡ ваҡытҡа уйылып ҡалды. Уйылыу ғына түгел, бик йыш татлы мөғжизә, ҡабатланмаҫ матурлыҡ сүрәтендә төштәремә инде. Был донъяға һәр әҙәм балаһы үҙ яртыһы өсөн тыуыуына, һәм шул ике яртының ҡасан да булһа осрашыуҙарына, хатта осраҡлы ғына булһа ла тормош һуҡмағында тап килешеүенә, шул саҡта береһе икенсеһен таныуына тағы ла бер тапҡыр инандым. Ә ҡауышыу, йәиһә аймылышып, аҙашып йөрөү – яҙмыш хөкөмөндә. Әгәр һәр ярты үҙ өлөшөн табып, бер бөтөнгә әүерелә барһа, был донъяла һағыныу менән һағыш та булмаҫ, мөхәббәт йырҙары, шиғырҙары ла яҙылмаҫ, үлемһеҙ көйҙәр, илаһи картиналар ҙа ижад ителмәҫ ине, моғайын. Ә Фәниәне мин эҙләп тапманым, ул тормошома үҙе килеп инде. Хәйер, көнитмешемә тамсы ла зарланмайым, шәп ҡатын ул: хәстәрлекле, эшһөйәр, ыҫпай. Донъябыҙҙы ялт иттереп тота. Йәшәүебеҙҙең йәме һәм ҡото ул!
– Ә улыңды әйтәм, Уйылдан, бәхетен яҙа ебәрмәгән, тапҡан бит, һинең хатаңды ҡабатлап, ҡауыштырмай торған һуҡмаҡтан да йөрөмәгән, ят һанлы трамвай­ға ла ултырмаған.
– Малай ҙа, буласаҡ килен дә Мәскәүҙә уҡыны. Шул мегапо­лис­та бер-береһен эҙләп тапһындарсы әле. Яҙмыш ҡушыуы, Ер шарын әйләндергән, күсәрендә тотоп торған мөхәббәт ҡөҙрәтелер был! Йә, ярай, оҙаҡ ирәүәнләп ташланды, кискеһен кәләш әйттереү табынына ҡатынығыҙ менән рәхим итегеҙ. Көтәбеҙ! Ҡунағым урынынан торҙо.
Барҙыҡ саҡырылған ергә. Ҡоҙа булаһы кешеләр ҡыуанып, әйҙүкләп ҡаршы алды, Уйылдан ололап эргәһенә ултыртты. Ауылға ҡайтып йөрөгәс, Иғдәүләтовтарҙың ғаиләһен йыш күреп йөрөйөм, хәл-тороштарын, көнитмештәрен беләм. һиҙҙермәй генә ҡаш аҫтынан Уйылдан менән Рәшиҙәгә ҡарап алдым. Уйылданда эске балҡыш, күңел йәме, йән ҡәнәғәтлеге төҫмөрләнә, Рәшиҙә лә әллә күпмегә йәшәреп киткәндәй, йәш ҡыҙҙар ише тилбер, өҙә баҫып йүгергеләп йөрөй. һәм улар йыш, бик йыш итеп өҫтәл артында ултыр­ған мыҡты кәүҙәле егет менән һомғол буйлы ҡыҙға һөйөү тулы, наҙлы ҡараштары менән ҡарап-ҡарап ала…

* Лаулый – туҙғаҡ, ялбыр сәсле.

Хәйҙәр ТАПАҠОВ

(Аҙағы. Башы 3, 4-се һандарҙа).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға