«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



07.02.2014 Үәт, ҡыҙыҡ!

– Ҡатынығыҙҙың ауырыуы бер ҙә ҡурҡыныс түгел, – ти табип бер иргә. – Ул 100 йәшкә тиклем йәшәй аласаҡ.
– Ә мин? – тигән ир.

* * *
– Бөгөн эштән иртәрәк китергә ине. Һәм минең кисерерлек сәбәбем дә бар.
– Ниндәй?
– Ялҡытты.

* * *
– Ир-егеттәрҙең логикаһы ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡынан нимәһе менән айырыла?
– Ирҙәрҙеке – дөрөҫөрәк, ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы ҡыҙығыраҡ.

* * *
Бала саҡта миңә былай ғына бер нәмә лә һатып алманылар: велосипед теләйһең икән, уҡыу йылын «өслө»һөҙ тамамла, скейт һораһаң – бөтә баҡсаны ҡаҙып сыҡ, яңы телефон икән – өләсәйеңә фатирын ремонтлауҙа ярҙамлаш. Шуның өсөн минең бер нәмәм дә булманы.

* * *
– Атай, – ти бәләкәй улы, – бөгөн төшөңдә нимә күрҙең?
– Их, улым, – ти атаһы, – һиңә әле уларға тиклем йоҡларға ла йоҡларға...

* * *
Ҡунаҡханала бер ир администраторға зарлана:
– Шаҡ ҡатырлыҡ бит, ми­нең түшәктә – ҡандала.
– Көлдөрмәгеҙсе мине, – ти тегеһе, – һеҙ ошондай ғына хаҡҡа түшәгегеҙҙә Джулия Робертсты күрергә теләр инегеҙме әллә?..

* * *
Ҡатын-ҡыҙҙы тыңлаһаң, ирҙәр ике төркөмгә бүленә: аҡыллы, йомарт, эшһөйәр, бай һәм уның ире...

* * *
“Пусть говорят” телевизион тапшырыуының ҡыҫҡаса диалогы:
– Һин ҡәбәхәт!
– Ә һин – фәхишә!
Малахов:
– Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!..

* * *
– Ялҡытты был мәктәп! Көн һайын йөрөп, хәлем ҡалманы.
– Ниңә һуң үҙеңә ял ойоштормайһың? Берәй көн барма ла ҡуй.
– Булдыра алмайым, мин уҡытыусы бит.

* * *
– Мәктәптә математика фәненә бар көсөмдө һалам, – ти 6-сы синыф уҡыусыһы. – Мин үҫкәнсе пенсияны ниндәй формулаларға әйләндереүҙәрен кем белә?

* * *
Тәбиғәттә 30 градус һыуыҡлыҡта ла өшөмәгән өс йән эйәһе бар:
1) пингвин;
2) аҡ айыу;
3) ҡыҫҡа итәк кейгән һәм ялан баш ҡыҙ.

* * *
– Нисек һеҙ, ете бала атаһы, көн һайын кисен һыраханала ултыра алаһығыҙ?
– Һеҙ нимә, әллә ете бала иғтибарға лайыҡ түгел, тип уйлай­һығыҙмы?







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға