«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Кәләш әйттергәндә



31.01.2014 Кәләш әйттергәндә

– Әгәр димләгән ҡыҙың ошо арала кейәүгә сыҡҡан булһа?
– Мине ул ҡәҙәре томанаға хисап­лама, йәме, әхирәтем менән аҙнаһына бер тапҡыр телефондан аралашып, яңылыҡтар менән уртаҡлашып торабыҙ. Элекке көн генә хәлдәрен белдем. Бында ятһам да, Башҡортостандың көньяғындағы хәлдәр тураһында энәһенән ебенә ҡәҙәр хәбәрҙармын.
– Әсәй, һөйләштек-аңлаштыҡ, ҡабалан бараһы ерем бар, – шулай тинем дә сығып киттем. Кис ҡайтыуыма атай-әсәйем был хәлде, моғайын да, онотор, үҙҙәрен ҡайһылыр кимәлдә тынысландырыуҙыр маҡсаттары, киләсәккә минең күңелгә ғәм һалыуҙыр уйҙары. һәр хәлдә, шуға иҫәп тоттом. Ҡайтып инеүемә әсәйем һалҡын һыуға ҡойондорғандай хәбәрен һалды:
– Яйын яйланым, килештерҙем, ошо йомала кәләш әйттерергә барабыҙ!
– Ҡайҙа? Кемде?
– Теге ҡыҙҙы! һин сығып киткәс тә телефон аша ата-әсәһе менән һөйләштем. Яусы ебәрергә ара алыҫ, ваҡыт тар, тип өтөп алып барғас, уйлар­ға бирегеҙ, тиҙәр ине, әле генә ҡайтанан һөйләшеп алдым, бер һүҙ менән әйткәндә, ҡаршы түгелдәр.
Әсәйемдең һүҙенән сыҡмаған, йыуаш, күндәм холоҡло атайым да әйткәндәрҙе раҫлап баш ҡағып ултыра.
– Теге ҡыҙ… Ә-ә-ә, бая һин әйткән Фәниәме?
– Хәйләкәр, ана бит, исемен дә онотмағанһың. Уның менән дә һөйләшкәндәр, ауылда мәктәптә уҡыта, тигәйнем бит әле, бәхеткә күрә, дуҫлашып йөрөгән егете лә булмай сыҡты, ризамын, тип әйтә, ти.
– Көсләп кейәүгә бирергә, күрмәйенсә кәләш алырға урта быуатта йәшәмәйбеҙ, минең ризалығымды алманығыҙ ҙа.
– Бәрәмәс, иҫке ауыҙҙан яңы хәбәр, – әсәйем бот сапты, – кем баяраҡ кәләш табығыҙ, бөгөн үк өйләнәм, тип вәғәҙәһен бирҙе? Ул һүҙҙәрҙе бит һинән мәжбүр итеп, көсләп әйттермәнем.
– Шаяртҡайным, бары шул ғына.
– Өйләнеү менән шаярмайҙар улым, уға еңел-елпе ҡарамайҙар, никах ҡороу үтә лә етди һәм яуаплы эш.
– Етди булғас, был эште кисектереп торайыҡ, ул ҡыҙ әсәһе менән тағы ла бер тапҡыр беҙгә килһен. Яңынан өйҙө йыйыштырһын, аш бешереп күрһәтһен, шундайыраҡ һынауҙарҙы үтһә, оҡшап та ҡуйыр, бәлки … – һуңғы өмөт һаламына йәбештем.
– Бәлкиҙән һалдырма, йәме, тимерҙе ҡыҙыуында һуғалар. Әйткән һүҙ – атҡан уҡ, һөйләштек-килештек, ризалыҡтарын алдыҡ, инде малайыбыҙ ҡаршы, тип ҡойроҡто һыртҡа һалайыҡмы? Был ҡылыҡ ҡыҙҙың ҡапҡаһын дегеткә буяуға бәрәбәр! Хәл ителгән, кесе йома көнө ҡуҙғалабыҙ, юл ыңғайы Белореттағы апайыңдарға һуғылаһыбыҙ ҙа бар. Ары уларҙың машинаһына тейәлеп, бергә-бергә китәбеҙ. һәр нәмәнең үҙ яйы, тәртибе, кәләш әйттерергә осраҡлы ылауға һағып барып булмай бит.
Бер һүҙ менән әйткәндә, атай-әсәй һылтауын табып, сәбәбен эҙләп, сигенер урын ҡалдырмай алдан хәстәрләп бөткәйне. һуңғы сиктә мин дә икеләнеп ҡалдым. Ниңә, бында саҡта өйләнеп китеү насар түгел дә, һөйкөмлө ҡыҙ ҙа оҡшағайны, күңелемә ятҡайны теге саҡ, ана, ул да мине үҙһенгән, күҙ һалмаһа, моғайын да, ризалығын бирмәҫ ине. Ышанаһыңмы-юҡмы, ҡорҙаш, шулай итеп, бер тапҡыр ғына күргән ҡыҙға өйләнергә ҡарар иттем. Офицер, бигерәк тә диңгеҙ офицеры үҙ яҙмышын үҙе хәл итергә, ҡыйыу, үҙһүҙле, үҙ аллы булырға тейештер ҙә бит, әммә эсте күмһеткәне – Балтик буйына, ят ергә барып эләгәм, сит мөхит, ят кешеләр. Өйләнһәм, исмаһам, эргәмдә үҙ телемдә һөйләшкән, аңлаған, ярҙам иткән, күтәрмәләгән, йәнем тартҡан һәм теләгән аш-һыуҙы әҙерләгән яҡыным булыр. Шул хаҡта ла уйланым.
Йома көн ҡараңғы төшөүгә генә килеп еттек һеҙгә. Октябрь байрамына өс көн ял тура килә ине, шуны файҙаланырға булдыҡ. Беҙҙән, Башҡортостандың төньяғынан, бын­да килгәнсе эт ыҙаһы сиктек, йә юлы юҡ, йә автобусы даими йөрөмәй ине бит ул осор. Күмәкләп еҙнәйҙең иҫке «Москвич»ына ты­ғыл­дыҡ шунда, ә уныһы саҡрым һайын туҡтап, сөскөрә лә бышҡыра. Йүнәтештереп алабыҙ ҙа ары китәбеҙ. Йәнә, асыҡлыҡтағы соҡор-саҡырҙан нисек тә үтергә була, урман эсенә индеңме – һары мә­теһе әйләнеп ятҡан, күләүектәр сыбарлаған, көҙ айы булыуға ҡарамаҫтан, туңып өлгөрмәгән юл, би­ленә һуғылған йыландай, унда-бында борғоланырға тотона. Бер нисә тапҡыр батҡаҡҡа сумған ма­шинаны сығарабыҙ тип бышлығып бөттөк, өҫтөбөҙ бысранды. Ауылы­ғыҙҙа табын хәстәрләп, ҡунаҡтар саҡырып көтөп торғандар. Йоланы атҡарыу өсөн йәштәр ҙә йыйылған. Башта буласаҡ ҡайнымдар йортонда яҡындары шаһитлығында бата уҡынылар. Мулла тигәндәре, ир-уртаһы кеше, бәке менән ҡырылған йомро башына түбәтәй, өҫтөнә ебәк сапан кейеп алған, барлыҡ никах шарттарын еренә еткерергә тырыша. Тик Сәлимйән мулла (уны шулай тип таныштырғайнылар) миңә бөтөнләй оҡшаманы: өлкәндәр менән аралашҡанда бик йыш руссаны ҡушып ебәрә, йәнә сүместәй йоҙроғо һыртында «Сергей» тип яҙылған татуировка айырым-асыҡ күренә. Фәниә эргәмдә башын баҫҡан, минең яҡҡа ҡарарға ла, һүҙ ҡушырға ла ҡыймай. Бата уҡылғандан һуң атайым, саҙаҡа таратып сыҡҡас, килтерелгән көмөш бат­мус­ҡа мәһәр* аҡсаһын һалды, әсәйем килен бүләген тапшырғандан һуң йыйылыусыларға алып килгән таҫтамалдарын өләшергә, күлдәк кейҙерергә, яулыҡ ябындырырға тотондо. һәммәһе лә дәррәү итеп хуш ҡылғас, өҫтәлгә йәйелгән аҡ ашъяулыҡты төрөп алдылар, икенсе, ҡунаҡ ашъяулығы йәйелгәс, оло ҡоштабаҡты күлбетеп бишбармаҡ, айырым табаҡты өймәләтеп ит алып килделәр. Инде бында беҙҙең кәрәгебеҙ бөттө. Хәҙер өлкәндәр үҙҙәренсә байрам итә башлаясаҡ. Тәбәнәк буйлы йәш еңгә килеп инеп, шәриғәт нигеҙендә тулы хоҡуғына ингән ҡәйнәм менән түрбашта шыш та быш һөйләшкәндән һуң беҙҙе, икенсе – йәштәр өсөн әҙерләнгән табынға алып китте. Унда ҡыпыштан ҡоро ҡалмаған* ҡыҙ-ҡырҡын йы­йыл­ған, бер нисә егет тә күренә, шул иҫәптән һин дә унда инең бит. Минең менән, үңгәр менән ҡыҫҡаса танышып алған ауыл йәштәре табынды түңәрәкләп бер аҙ күңелләнде лә, гармун тартып йырлашып, уйын ҡороп ебәрҙе. Шуныһы хәтер­ҙә ҡалған, өҫтәлдә еңел шараптар­ҙан башҡа иҫерткес эсемлектәр күренмәне тиерлек, иллә йәштәр ихлас ултыра, ә хәҙерге халыҡ эс­­мә­йенсә ҡыуана, байрам итә белмәй, шуныһы йәл. Ҡорҙаш, ошо йәшемә етеп ҡатын-ҡыҙҙың тәбиғәтен һаман да булһа төшөнөп етмәйем: ул изге лә, шул уҡ ваҡытта гонаһлы ла, бер яҡтан ҡараһаң, эскерһеҙ, самими* ҙа, икенсе яҡтан, йылан аяғын киҫер хәйләкәр ҙә, яйы тура килгәндә баш эймәҫ һәм баш бирмәҫ ғорур ҙа, кәрәккәндә өнһөҙ-һүҙһеҙ ҡол да. Уларҙың серле, ҡатмарлы, бихисап ҡырлы булмышында ошо сифаттар һыйышып йәшәй, йәшәй генә түгел, килешә, мәленә ҡарап, хәл-торошҡа яраҡлашып хисаплағандарымдың берәүһе өҫкә ҡалҡып сығып, уларҙың холҡо менән тулайым хакимлыҡ итә. Мине яҡындан белмәгән, ата-әсәһенең, ҡайны-ҡәйнәһенең алдында һүҙһеҙ күндәмлеген күрһәткән, инсафлының инсафлыһы Фәниә бында, йәштәр араһына килгәс, күҙ менән ҡаш араһында ҡапма-ҡаршы яҡҡа үҙгәрҙе лә китте: үҙен иркен тота, мине күптән көтөп алған хәләлендәй күреп, ҡултыҡлап, һыйына биреп ултыра, наҙлы ҡарашы менән иркәләп алырға ла онотмай. Ни тиһәң дә, ул йәш офицер ҡатыны әлеге мәлдә, тимәк, башҡа ауыл ҡыҙҙарынан бер башҡа юғары. Юғары ғына түгел, үҙен тәхеткә ҡунаҡлаған батшабикәләй итеп тә тоя шикелле. Башҡа ҡыҙҙар ҙа беҙгә көнләшеү аша һоҡланып ҡарай, тик вайымһыҙ егет­тәр­ҙең генә үҙ ғәмдәре, үҙ ҡыҙыҡ­һы­ныуҙары. Улар өсөн иң әүәл алдағы табын, унда ҡуйылған һый-ниғмәттәр мөһимерәк. Бына төн уртаһы ауғас, Фәниә бер нисә әхирәтен эйәртеп сығып юғалды. Беҙ уларҙы эҙләп табырға тейешбеҙ. Шау-гөр килеп, бейешеп, гармун һыҙҙырып өй беренсә киттек. Фәниәнең буй-һыны ул саҡта талсыбыҡтай бөгөлмәле-һығылмалы ине, әлеге ише түгел, шуҡ ауыл егеттәренең кәләш тарафына төрттөрөп таҡмаҡлауы иҫтә ҡалған:
Теге яҡтан был осҡа
Тәгәрәтәләр мискә.
Әбей, ҡыҙың бигерәк нескә,
Сыҙар микән бер кискә?
Ауыл урамы берәү генә булһа ла, тау битләүенән һуҙылған, бер остан икенсеһенә еткәнсе апаруҡ өҙәрем ара. Бер кем дә ишеген асмай ҡалмай. Көлә-шаяра һорауҙарға яуап бирәләр, саяраҡтар, ҡауҙырыраҡтар йәштәргә эйәреп бейергә лә төшөп китә, бәғзеләре ҡыҙ йәшерелгән йортто яҡынса тоҫмаллатҡан була. Уттары һүндерелгән, бәләкәй ҡапҡаһы тимер сыбыҡ менән ныҡ итеп сырмалған өй ҡаршыһында туҡталдыҡ. һиҙемләүебеҙсә, беҙ эҙләгән кәләш ошонда булырға тейеш. Солан ишегенең артында теге еңгәнең сағыу тауышы сыға. «Ары йөрөгөҙ, беҙҙә бер кем дә юҡ, йоҡларға ирек бирегеҙ, ял итергә ҡамасаулайһығыҙ!» Кейәү үңгәре иҙән менән ишек ярығынан эс яҡҡа ваҡ аҡса тығырға тотондо. «Алыҫтан әфисәр кейәү килгән тип ишеткәйнем, нимә, ул ошо тиндәргә көнө ҡалып, шул саҡлы ярлы, фәҡирме ни?» Ҡыйпысыҡ ҡыҙҙар ширҡаңлап көлөп ебәрҙе. Үңгәр бер һумлыҡтарға күсте. «һай-һай, хисапсыл икән дә баһа кейәү булам тигән егет, кеҫәһендәген һанап, һығып ҡына сығара, улайтып ҡыҫмырланһа, алыр алмай ҙа кәләште!» Өс һумлыҡтар алған еңгә бер аҙ йомшара төштө: «Йәшергән ҡыҙ беҙҙә юҡ, әгәр бишлектәр бирһәң, тучныһын әйтеп, өйрәтеп ебәреү ихтималлығым да бар…» Еңгә тора-бара хаҡты бөтөнләй юғарынан ҡуйҙы: «Кәнкритне әйтәм, ҡыҙ беҙ­ҙә, иллә-мәгәр тотҡа бауы – теп-теүәл егерме биш һум!» һорағанын алып ҡәнәғәтләнгән еңгә ишекте асып, беҙҙе эскә үткәрҙе. Өй эсендә утты тоҡандыра алманыҡ, лампочкалар урындарынан бороп алынып, ҡайҙалыр йәшерелгәйне. Ҡараңғы юҡҡа төпкө яҡҡа инеү өсөн көрәш-айпалаш китте, беҙ кейәү үңгәре менән шырпы һыҙып төртәләнеп бирге яҡты тентейбеҙ. Ка­рауаттан, йыйыштырылған түшәк-юрғандар араһынан килеп сыҡты эҙләгәнебеҙ, Фәниәне күлдәгенән таныным. «Кәләште таптыҡ, егеттәр!» Аулаҡтағы айпалашты файҙаланып ҡыҙ-ҡырҡынды ҡосоп саяланып өлгөргән егеттәр кәләшемде, кейенергә лә бирмәй, ҙур юрғанға төрөп, аяғын ергә тигеҙмәй күтәреп алып та китте. Еңгә, кейәү үңгәре менән мин саҡ өлгөрөп арттан эйәрәбеҙ. Бына кейәү менән кәләште ҡушыу өсөн тәғәйенләнгән йортҡа килеп еттек.
Егеттәр ҡыҙҙы төп йортҡа яптылар ҙа шау-гөр килеп ишекте тыш яҡтан терәп торалар. Арттан юрғалап килеп еткән еңгә мине тупһанан ҡыуалап төшөрөп, йәйелеп баҫты ла, ҡултығынан эре биҙәкле тауар килтереп сығарып, уны ишеккә арҡыры тартты. Еҙнәм тумбыта биреп ҡуйғайны, йыртыш, тигәндәре ошолор инде. Буҫтау киҫәген аяғым менән йырта баҫып инергә тейеш булам. Шул ғәмәлде атҡарҙым да түш кеҫәмдән алып еңгәнең яурынына ҡиммәтле яулыҡ яптым. Ишекте этеп торған егеттәргә ҡулымдағы тоҡсайҙы тоттороуым булды – тегеләр күҙҙән дә юғалды. Ә ирәм* еңгәнең үҙ ҡайғыһы, үҙ хәстәре: «Кейәү бала, йоҡонан тороуығыҙға мунсамды өлгөртөп, томалармын, миндектең дә иң сихәтлеһен ебетермен, тик тырышлығым өсөн йыуынған тасығыҙҙың аҫтына хеҙмәтемдең хаҡын һалыр­ға онотмағыҙ. Бикәм алдында һеҙҙең өсөн тулы яуаплымын, шуға тыштан бикләп ҡайтам, асҡыс миндә булыр. Борсолмағыҙ, килеп тыш яҡтан булһа ла хәлегеҙҙе белеп китермен. – Аңшайып, ары ҡайҙа һуғылырға, барырға белмәй, аптыранып ҡалған кейәү үңгәрен дөрөп ҡабаландырҙы.– һин дә торма инәһенән айырылып ҡалған етемәк бәрәстәй, әйҙә, беҙҙә ҡыҙҙар күп ул, берәүһе менән таныштырам!».
Эскә үттем. Утты ҡабыҙҙым. Әҙерләп йәйелгән түшәк ҡырында ҡурҡыулы ҡарап, сибек кенә ят ҡыҙ ултыра. Көтөлмәгән хәлдән апты­рау­ға ҡалдым, нисек инде, минең буласаҡ кәләшемде ен алмаштыр­ғанмы әллә?
– Кем һин, һылыу?
– Рәшиҙә… Ә һеҙ кем? – Албырғап ҡалған ҡыҙ урынһыҙ һорауын бирҙе.
Шарҡылдап көлөп ебәрҙем:
– Кем тип, еҙнәйең дә баһа мин! Мине лә танымағас, балдыҙ аҡса­һы­нан ҡолаҡ ҡаҡтың былай булғас! – Шаяртып ебәрҙем дә етдиләнеп өҫтәнем. – Мулла ҡолағыма исемде Уйылдан, тип ҡысҡырған, ә һин бында ни эшләйһең, балдыҙым?
– Алып килдегеҙ ҙә инде… – ти был.
– Тимәк, һине ысын кәләш менән бутағандар. һуң, килә ятҡаныңда, мин Фәниә түгелмен, тип аңлатһаңсы егеттәргә.
– Әйтеп ҡараным да ул… Инәл­дем дә, илап та бөттөм, теге алабармандар тыңларға ла теләмәне.
– Фәниә ҡайҙа?
– Ҡайҙа булһын, шул уҡ карауатта ине, тик төпкәрәк йәшеренгәйне.
– Ә нишләп уның күлдәген кейгән­һең?
– Ҡыҙыҡ итәйек, күлдәктәрҙе алмашайыҡ, тине лә ҡалды бит. Мин биғәләш, бер ни уйлап тормай ризалашҡайным.

*мәһәр – никах аҡсаһы, бүләге.
*ҡыпыштан ҡоро ҡалыу – һәр ергә ҡыҫылыу.
*самими – саф, асыҡ күңелле.
*ирәм – мәрәкәсел.

Хәйҙәр ТАПАҠОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға