«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Кәләш әйттергәндә



24.01.2014 Кәләш әйттергәндә

Кәләш әйттергәндәАуылда йәшәгән ҡустыма ҡунаҡҡа барып, өҫтөмдәге юл туҙанын ҡағып та өлгөрмәнем, өй тултырып шаулап-лауылдап күптәнге танышым Уйылдан Хәлилов килеп инде лә мине киң ҡосағына йомарланы: «Ҡайтҡаныңды ишеттем дә килә һалып еттем. Ни хәл, именлекме, ҡорҙаш?» Йәшлектә аралашҡан танышымды күреүгә ҡыуанып киттем. Шулай булмай тағы, ҡырҡ йылға яҡын осрашҡаныбыҙ, күрешкәнебеҙ юҡ ине бит. Беҙ башта университеттың тел факультетында бер төркөмдә уҡыныҡ, дөйөм ятаҡта күрше бүлмәләрҙә йәшәнек. Сығышыбыҙҙың ауылдан, тәбиғәттән булыуы, кимәлебеҙҙең, ҡыҙыҡһыныуҙарыбыҙҙың, ынтылыштарыбыҙҙың тап килеүе яҡынайтҡандыр арабыҙҙы. Тәү осрашыуҙан уҡ, күптәнге таныштарҙай, һин дә мин аралашып алдыҡ та киттек. Уйылдан тәү ҡарашҡа киләсәктә аласаҡ һөнәрен дөрөҫ һайлаған һымаҡ ине; телде таҙа, тамырынан белә, урынлы ҡулланып һөйләшә, яҙған-һыҙғандары ла уҡымлы, киле­шле, шуға ла уҡытыусыбыҙ уны һәр саҡ беҙгә өлгө итеп ҡуя. Яңылышҡанбыҙ икән, алдынғы студентыбыҙ ике йыл уҡығандан һуң, йәйге сессия имтихандарын уңышлы тапшырып, йылды тамамланы ла, шунса ваҡытты бушҡа сарыфлауы менән дә иҫәпләшмәйенсә, көтөлмәгән ҡарар ҡабул итеп, хәрби йүнәлештән китергә теләк белдер­ҙе, университетты ҡалдырып, медкомиссия үтеп, уҡыу йортонан ҡылыҡһырлама, военкоматтан тағы ла өҫтәмә документтар алып, Мәскәүҙең үҙенә юлланды. Беҙ, курсташтары, Уйылданды тимер юл вокзалына төшөп оҙатып ҡалдыҡ. Ары уның менән ни булғанлығын белмәйем, сөнки шул осорҙан алып юлдарыбыҙ аймылышты. Аҙаҡ ашығыс шарттарҙа осраштыҡ-осрашыуын, тик уныһы ла көтмәгәндә генә һәм орҙо-бәрҙерәк килеп сыҡты, хатта аулаҡта ҡалып хәлдәребеҙҙе белешерлек тә форсат тапманыҡ. Әле ҡаршыма солоҡ умартаһылай мөһабәт кәүҙәле, хәрби диңгеҙ флотының беренсе ранг капитаны баҫҡан. Теге, беҙгә ауылға килгән саҡта кәүҙәһенә һылашып, килешеп торған сөм-ҡара шинель, шул уҡ төҫтәге салбар, йәйенке түбәле, хәтәр кокардалы фуражка, күн штиблет кейгән, икешәр бәләкәй йондоҙ беркетелгән погондары ҡояш нурҙарында ялтырап күренгән, нәҙек-өҙөк һынлы, оҙон буйлы, бөҙрә сәсле капитан-лейтенант ине. Ана, тормош елдәре ҡаҡҡылап-һуҡҡылап нисегерәк үҙгәртә әҙәм балаһын! Ҡасан, ҡайһылайыраҡ итеп килеп етеүҙәрен белешкәндән һуң, шаяртып, хәрбиҙәрсә һынымды ҡатырып биргән тәүге һорауым шул булды:
– Мөрәжәғәт итергә рөхсәт итегеҙ, иптәш беренсе ранг капитаны, ҡайҙа йәшәп ятаһығыҙ?
– Вольно, вольно, йә, ярай, килештермә инде шул саҡлы, мин бит һинең өсөн теләһә ниндәй шарттарҙа ла тиңдәшең, һабаҡташың Уйылдан булып ҡалам. Барғандан алып Калининградта көн итәбеҙ, ә хеҙмәтем – Балтик диңгеҙе флотында. Иң матур, хәтерҙә ҡалырлыҡ емешле йылдарымды шунда үткәрҙем, инде килеп хаҡлы ял, отставка тураһында уйлай башлау ҙа яҙыҡ түгелдер. Бына бит, ғүмер тигәнең аҡҡан һыу менән бер, кисә генә хыялый, киләсәккә алһыу күҙлек аша ҡараған егеттәр инек, әле килеп төбө һайыҡҡан, ағымы һүлпәнәйгән йылға, ҡарыуы ҡайтҡан ҡарт алаша хәлендәбеҙ, – Уйылдан, бошонмай ғына ҡулын һелтәп, яҫы маңлайын ыуып, көлөм­һөрәп ҡуйҙы.
– Бер ҙә генә бәҫтән сыҡҡан алашаға тартмағанһың, ана, ниндәй эре йондоҙҙар яуған яурындарыңа, түшеңдәге награда планкаһындағы шаҡмаҡтар һаны ла өс тиҫтәнән ашыу.
– Орден-миҙалдарҙы ил алдындағы хеҙмәттәрем өсөн бирҙеләр, ә погондарҙағы һыҙыҡтар һәм йондоҙҙар дәрәжәмә тап килгәндәре, биләгән вазифам кимәлендәгеләре генә. Йә, белекһеҙ, мине ошолай һенағастай һерәйтеп, аҡыл һаттырып, күпме аяҡ өҫтө ҡалдырырға иҫәбең?
– Тәрбиәһеҙлегем шул саҡлылыр, рәхим итә күр! Ҡулымды һоноп, урын тәҡдим иттем. Ултырыштыҡ. Уйылдан ир уртаһын үтһә лә кәүҙәһе беше, ныҡ, хәрәкәттәре хәрбиҙәрсә етеҙ, ыҡсым. һынамсыл текәлеүемде күреп, ул да мине үҙ сиратында тынысландыра һалды:
– һин дә бирешмәгәнһең, типһә – тимер өҙөрлөкһөң!
– Ажар айғырҙай тәртәгә һыймай тулаған заманалар уҙҙы, бер-ике йылдан дәүләт ҡаҙнаһына һәм яҡлауына ҡала өмөт һәм ышаныс. һин әйтмешләй, үшәнгә ҡалғас, йә еккегә тип ҡамыт кейҙермәйҙәр, йә һуғымға алмайҙар.
– Ярай, ярай, һыҡтамайыҡ, мыжыҡ бабайға әүерелергә, мейес башына менергә беҙгә әле иртәрәк, шулай ҙа, пенсияға сыҡһам, ҡайтып ауылда төпләнергә иҫәп. Фәниә лә шул хаҡта тумбытып ҡолаҡ итен ашай. Ни тиһәң дә, үҙенә тарта, һағындыра тыуған төйәк, – сит мөхиттә ғүмере уҙһа ла, башҡортсаны еренә еткереп, ыҡ-мыҡһыҙ таҙа итеп һөйләй, ғаиләһендә лә үҙ телен­дә аралашҡанлығы һиҙелә. – Хеҙмәттәштәремдең, ялға тип ҡырға сыҡһа, шешлек, тип сейле-бешле өтөлгән иткә иҫе китә, ә мин еренә еткереп, бешереү нескәлектәрен теүәл үтәп, бишбармаҡ әҙерләйем, көлгә картуф күмеп ашайым, шулайтып баҫам һағыныуҙы, һағышты. Ә ул йәнде кимергән һағыш тигән нәмә йылдар үткән һайын көсәйә генә икән ул.
Ихласлап, бер тынанан уй-хистәрен һөйләп ташланы Уйылдан.
– Алыҫ ерҙе яҡынайтып ҡайның ҡарт нигеҙенә, ҡәйнешеңә ҡунаҡҡа килергә иттең инде, ниәтең изге.
– Уныһы ла бар, күптән күренгән юҡ был яҡтарҙа. Ә ялды, ғәҙәттә, тыуған районымда, йә республика шифаханаларының береһендә үткәрәм, әммә әлеге мәлдәге төп йомошобоҙ – кәләш әйттереү. Төпсөк малайыбыҙ быйыл Мәс­кәүҙә хәрби-диңгеҙ флоты училищеһын тамамланы. Шуны башлы-күҙле итергә теләгебеҙ. һыу аҫты кәмәһендә алыҫ йөҙөүгә сығалар, был осраҡта ярҙа икенсе яртыңдың көтөп ҡалыуы мотлаҡ. Ғаилә кәңәшмәһендә ошондай уй-фекергә килдек.
– Дилбегәне кемдәр яғына ҡайыраһығыҙ инде?
– Иғдәүләтовтарға.
– Рәсих менән Рәшиҙәгә түгелме тоҫмалығыҙ?
– Тап өҫтөнә баҫтың.
– Рәшиҙә, тигәндәй, теге саҡ кәләш әйттерергә килгәнеңдә, ҡыҙ йәшергәндә йәштәр араһында ул да бар ине бит.
Уйылдан, ишетмәгәндәй, әйткәндәремде яуапһыҙ ҡалдырҙы. Ә мин үҙемде үҙем йөпләп ҡуйҙым:
– Хәтерләмәйһеңдер ҙә инде, күршегә ҡуҙ алырға ингәндәй өтәләнеп килеп киткән арала барыһын иҫтә ҡалдырырға әллә… Ошоғаса кейәү, еҙнә инең, хәҙер төп ҡоҙа­лыҡты алырғамы яйың?
– Шулайыраҡ килеп сыға.
Уңарсы килен йүгергеләп йөрөп төпкө яҡта сәй урыны әҙерләне, аласыҡта өҫ кейемен алмаштырып өлгөргән ҡатыным инеп, ҡунаҡ менән күрешеп танышты ла әхирәтенең хәлен белеп килергә теләк белдерҙе, ҡустым да, йомош табып, ихатаға сыҡты. Аулаҡта ҡалдыҡ. Уйылдан тотоп ингән пакетынан һәйбәт коньяк сығарҙы:
– Буласаҡ ҡоҙаларға барырға иртәрәк әле, ғәҙәттә, ундай ерҙәр­ҙә йоманан һуң, ҡояшты байытыңҡырап күренәләр, шуға ни, көңгөр-ҡаңғыр иткән арала, дәрт өсөн ошо нәмәнең башына етәйек, булмаһа.
– һыйлағанда һыу булһа ла эс, тигән боронғолар. Ҡаршылығым юҡ.
Уйылдан, хужаларса ҡыланып, шешәһенә ҡушып килтергән ҡаплы кәнфитте асып, уртаға ҡуйҙы, эргәләге серванттан үрелеп алған рюмкаларға эсемлек тултырҙы. Таҙа итеп йотоп ебәрҙек, кәнфит ҡаптыҡ. Тағы ҡабатланыҡ. Ултыра биргәс, телдәр сиселеп китте, ҡунағым хәбәргә күсте:
– Теге саҡ мин кәләш әйттергәндә лә бергә булғайныҡ, әллә был юлы ла беҙҙең менән бараһыңмы ҡунаҡҡа? Ауылдағы ҡәйнеш, балдыҙ ҙа беҙ генә тигәндәй, исмаһам, үткәндәрҙе хәтергә төшөрөп, һөйләшеп-сөкөрләшергә бер кешем булыр.
– Туң аяҡ итергә йәүкәләйһең инде әләйгәс, рәхмәт саҡырыуыңа. Таң менән ҡайтыр яҡҡа ҡуҙғалам. Отпускыла ятһам да, бында ла хәбәр итеп өлгөрҙөләр, иртәнән һуң Өфөләге кәңәшмәлә ҡатнашырға тейешмен.
– Улайтып өҙә һуҡма әле, кисте бергә үткәрәйек, төнө лә оҙон.
– Саҡырылмаған көйгә һеҙ бараһы хужаларҙы маҙаһыҙлау уңайһыҙ нисектер.
– Әҙәпле ҡыланма инде, төп ҡунаҡ булараҡ, мин саҡырам да баһа. Ә бараһы ҡоҙалар дуға һанын сикләмәне. һөйләүҙәренә ҡарағанда, ауылдаштарың алдында абруйың юғары, урының гел түрҙә, тимәк, бәҫле ҡунаҡ эйәртеп килеүемә ҡыуанасаҡтар ғына. Кәңәшмәгә, тиһең, һүҙгә әүрәп һорашманым да, әле ҡайҙа эшләп йөрөйһөң?
– Редакцияла. Баш мөхәррир.
– Яҙыусы икәнлегеңде лә ишетеп-белеп ятам. Әйткәндәй, мин дә шиғырҙар, хикәйәләр яҙыштыра инем бит заманында, университетта әҙәби түңәрәккә йөрөгәнлегем­де беләһең. Әле лә үҙебеҙҙең мәҙәниәттән, әҙәбиәттән айырылған, ситләшкән юҡ, тегендә ятһам да, үҙебеҙҙең журналдарҙы яҙҙырып, китаптарҙы алдырып уҡыйым. Артҡы битенә биографияң яҙылған ҡалын ғына повестар, хикәйәләр йыйынтығың килеп эләккәйне ҡулыма, шунан уҡып белдем һинең хаҡта. Ҡыуанып киттем, китабыңды таныштарыма, дуҫтарыма күрһәтеп маҡтандым, бына мин әйтәм, ниндәйерәк яҙыусы минең һабаҡташ, һабаҡташ ҡына түгел, бүлмәләш булдым заманында! Үҙемә килгән­дә, көндәлек алып барам, хәтирәләр яҙам, үҫкәс, ейәндәр уҡыр, ҡартаталарының кемлеген белерҙәр шул саҡ, тип өмөтләнәм, тик үҙ телебеҙҙә уҡый алырҙармы икән улар, эш бына нимәлә… Ҡайтмаҫ элек күңелеңә ойотҡо һалырлыҡ баштан үткән бер тарихты һөйләйемме әллә үҙеңә, тегендә ҡунаҡ мәлендә уның ҡайғыһы булыр тиһеңме, йәнә урыны ла ул түгел.
Тыңларға теләгем барлығын белдереп, алдымдағы һыуына төшкән сәйҙе йотоп ҡуйҙым да ҡулдарымды ҡаушырҙым.
Уйылдан өҫтәл артынан эргәләге ҡәнәфигә күсте, әле ҡалынлығын юғалтмаған, тулҡынланып күренгән, һиҙелер-һиҙелмәҫ сал йүгергән сәстәрен һыпырҙы.
– һөйләйәсәк тарихым теге саҡ ошонда кәләш әйттерә килеүгә бәйле. Кәләш, тигәндәй, уны ҡа­пыл­ғара алырға уйҙа ла юҡ ине. Училищены бөтөрөп, алыҫ Балтик буйына тәғәйенләнгәс, әсәйем өҙә һуҡты:
– Өйләнмәй тороп, ул ер сигенә ике аяғыңдың береһен баҫмайһың!
– Әсәй, – тим, – мин улың ғына түгел, хәрби ант тапшырған офицер ҙа бит әле. Бында ҡала алмайым, приказ буйынса хеҙмәт итәһе ерем Калининградҡа тәғәйенләнгән, шәхси мәсьәләләремде хәл итеүгә лә ун көн ваҡыт бирелгән.
– Унда барыуыңа мин дә, атайың да шыпа ла ҡаршы түгелбеҙ, имен-аман ғына йөрө, йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәй хеҙмәт ит, тик беҙҙең бер генә талап – һин яңы әйткән шәхси мәсьәләңде хәл итеп, ошо ун көн эсендә өйләнергә бурыслыһың! Алдан киҫәтәм, теге тарафтан аңын-тоңон айырмай, ят милләт балаһын килен итеп эйәртеп ҡайтһаң, фатихабыҙҙы бирмәйәсәкбеҙ, шуны маңлайыңа киртеп ҡуй!
– Ошоғаса төп шөғөлөм уҡыу булды, шуға яҡындан дуҫлашҡан ҡыҙым да юҡ, ҡыҫҡа арала киленде ҡайҙан табайым һеҙгә? Бөгөн йүнләгеҙ, димләгеҙ, өйләнәм! – Ыңғайҙарына һыпырып, шаяртып ҡотолорға иҫәп.
Шул ғына кәрәк икән дә баһа, әсәйем теремекләнеп китеп, былай ти:
– Ундай уйҙа йөрөгәс бик мәслихәт, ауыҙыңа бал да май, ризалығыңды бирҙең, табам мин һиңә кәләштең бына тигәнен!
– Ҡайҙан? Кемде? – Уйындан – уймаҡ, тигәндәй, уйламаған хәбәр ысҡындырып, хафаға ҡалдым.
– Үткән йыл, хәтерләйһеңме, һин отпускыла саҡта, институт йылдарындағы әхирәтем ҡыҙы менән беҙгә ҡунаҡҡа килгәйне?
– Хәтерләйем һымаҡ…
– Башыңды йүләрлеккә һалма, хәтерләйем, тиген?
– Ну, хәтерләйем…
– Ана шул ҡыҙға өйлән!
– һуң, әсәй, мин уны белмәйем, ул – мине. Өйләнерҙән алда уға шул хаҡта тәҡдим яһарға тейешмендер бит?
Ысынын ғына әйткәндә, ул һөйкөмлө ҡыҙҙы яҡшы хәтерләй инем. Беҙгә килгәндәрендә ул көнө буйы, әсәйемә бешеренеү-төшөрөнөү йәһәтенән ярҙам итеп, аш бүлмәһенән сығышманы. Унан ҡалһа, ең һыҙғанып өй эсен йыйыштырырға керешеп китә, ә малайҙар тәрбиәләп ундай-бындай нескәлектәргә күнекмәгән әсәйем ҡәнәғәтләнеүенән йырыҡ ауыҙын йыйып ала алмай рәхәт сигә.
– Тәҡдим яһамаһаң, яһа хәҙер үк!
– Ҡыҙ йәшәгән ауылды эҙләп табыпмы?
– Ниңә эҙләп мәшәҡәтләнергә, ҡаршыңда телефон. Шылтырат.
– Исемем Уйылдан була, теге беҙгә килгәнеңдә осрашҡайныҡ бит әле, мине онотманыңмы, әйҙә, өйләнешәйек, тип әйтәйемме?
– Эйе, ундай һүҙҙәрҙе иң беренсе егет кеше әйтергә тейеш. Хәйер, – атайымдың яғына күҙ атты, – йыуаштарға, йомоҡтарға күп осраҡта өмөт самалы, яғымлы һүҙҙе ауыҙҙарынан ҡыпһыуыр менән дә тартып алырмын тимә! – бер ыңғайы атайымды күтәрмәләп ҡуйырға ла онотманы. – Татлы телләнеп ғишыҡ-мишыҡта аңлашмаһаҡ та, Аллаға шөкөр, башҡалар алдында кәм-хурға ҡалмай, арҡаға арҡа терәп утыҙ йыл бергә йәшәп ятабыҙ әле. Ә ҡыҙға килгәндә, ул әсәһе аша беҙҙең ғаиләбеҙ хаҡында бик яҡшы белә. Бында сағында ла һин һүҙ ҡушһаң, юғалып ҡала ине бит, үҙең генә күрмәмеш тә белмәмеш ҡыландың. Әсәй кешене алдап булмай, ҡыҙ һине ныҡ оҡшатты һәм яҡын күрҙе. – Әсәйем баштан-аяҡ һынап күҙҙән үткәрҙе. – Үҙең уға достоинһыңмы икән әле, иң әүәл шул хаҡта уйлап ҡара! Фәниә институт бөтөргән, ауылдарында эшләп йөрөй. Ә йәше үтеп барған ҡыҙға, ултыраҡҡа ҡалмаҫ өсөн кисекмәҫтән кейәүгә сығырға кәрәк, уныһы ла беҙҙең файҙаға. һиңә лә тинтәкләнеп, ел ҡыуып йөрөү етте, үҙ ояңды ҡороп тынысланырға, киләсәгеңде ҡайғыртырға кәрәк! – Икеһе бер уйҙа икәнлекте лә белдер­ҙе. – Атайыңдың да, минең дә әйтеребеҙ бына шул.

Хәйҙәр ТАПАҠОВ.
(Дауамы бар).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға