«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



24.01.2014 Үәт, ҡыҙыҡ!

Йыш ҡына төшөмдә иртән йүгерәм икән тип күрәм һәм быға бик шатмын. Ни өсөн тигәндә, йүгереү һаулыҡ өсөн бик файҙалы.

* * *
– Кем «Lоuis Vuittоn» сумаҙанын Ҡыҙыл майҙанда онотҡан икән? – ти бер ҡыҙ.
– Был бит сумаҙан түгел, – ти икенсеһе, – ә олигархтың аҡса янсығы.

* * *
Рәсәй туристары ҡунаҡханаға урынлаша. Администратор һәр бүлмә һайын инеп, инструктаж үткәрә: «Был бүлмәлә өс карауат, бер өҫтәл, ике ултырғыс, стеналар дүртәү. Һеҙ бынан киткән ваҡытта ла шулай булырға тейеш.
Һәм тағы ла – әлеге ваҡытта беҙҙең ҡунаҡханала Икенсе донъя һуғышына бер ниндәй ҙә ҡыҫылышы булмаған 230 немец йәшәй».

* * *
– Әсәй, ҡан тәмлеме ул?
– Бәй, бәй, улым, мин ҡайҙан беләйем?
– Атайым һин уның бөтә ҡанын эсеп бөттөң ти ҙә һуң?
– Һинең атайыңдың мейеһе юҡ!
– Әлбиттә, ни өсөн тигәндә, уның мейеһен һин үткән йәйҙә үк ашап бөткәнһең!..

* * *
Алдашаһың, ә үҙең ҡыҙармай­һың икән, был – сүп. Ә бына ашай­һың, ә үҙең һимермәйһең – был талант!

* * *
Егет ҡыҙын өйөнә алып ҡайтып барғанда ҡалаға килеп етер алдынан машинаһын туҡтата ла:
– Документтарымды өйҙә онотоп киткәнмен, ә алда ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре баҫып тора. Багаж­нигымда улар күрергә те­йеш түгел нәмәләр ҙә ята, – ти.
– Ҡайғырма, – ти ҡыҙ, – минең атайым уларҙың етәксеһе. Әйҙә, киттек.
Пост эргәһенә яҡынлаш­ҡас, инспектор машинаны туҡтата. Ҡыҙ телефонын ала һәм егеткә:
– Ул тиклем борсолма! Хәҙер атайыма шылтыратам! Күп тигәндә, бер-ике йыл ғына ултырыр­һың, – ти.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға