20.11.2010 «Нисек оса әле был донъяла ҡоштар?..»
Ирәмәл
Яҡынайған һайын алыҫая –
Алыҫайған һайын үҙ, хәләл.
Күңелебеҙ ташып килдек һиңә,
Һин ҡабул ит беҙҙе, Ирәмәл!
Һин ҡабул ит йөрәктәрҙән сыҡҡан
Иң мөҡәддәс, изге бүләкте –
Башҡортостан мәңге йәшәһен,
тип,
Күккә ашыр беҙҙең теләкте,
Ирәмәл!!
* * *
Роберт Байымовҡа
Ағайҙар, һеҙ ҡайҙа китәһегеҙ,
Китәһегеҙ ҡайҙа, беҙҙе
ташлап?
Инҡар итеп булмай әжәлдәрҙе,
Йәшәү көсөн булмағандай
фашлап...
Мостайһыҙ ҙа ҡалғас, Нәжмиһеҙ ҙә,
Сынъдонъяға киткәс Муса Ғәли,
Салт аҡыллы Булат ағай Рафиҡ,
Әхиәр Хәким, Ғәзим ағай Шафиҡ
Шәмдәй һүнгәс, нисек оса әле
Был донъяла ҡоштар, Роберт
ағай?
Рухыбыҙҙың терәктәре ауа...
Үпкәбеҙгә кәрәккәндәй һауа,
Аҡылығыҙ һеҙҙең йәнгә дауа.
Һаман, һаман яңғырайҙыр һымаҡ
(Эй, һеҙ, мәлдәр, ҡайҙа
сабаһығыҙ?),
Роберт ағай, аудиторияларҙа
Көр тауышлы һеҙҙең һабағығыҙ.
Етем ҡалыр инде күңел түре...
Асылдымы һеҙгә
Йыһан үре?
Уландарым
Уландарым, тыңлап тороғоҙ:
Гел түңәрәк булһын ҡороғоҙ.
Ситләшкәндә берәй-берегеҙ,
Ишетегеҙ: иңрәй Ерегеҙ.
Уландарым, тыңлап тороғоҙ:
Йәнтөйәктә тормош ҡороғоҙ.
Донъя сите китек, тимәгеҙ,
Сит икмәккә башың эймәгеҙ.
Уландарым, һүҙҙе тотоғоҙ:
Һүнмәҫ булһын усаҡ утығыҙ.
ҡыйыҡ тартһа ла, тим, бизмәне,
Донъяларҙан бер үк биҙмәгеҙ!
Донъяның бит ете ҡаты бар,
Әсеһе лә уның, таты бар.
Һин күрмәгән уның һаны бар,
Һин белмәгән уның заңы бар.
Зыялыға йыһан сиге юҡ,
Йөрәклегә зиһен биге юҡ.
Уландарым, тыңлап тороғоҙ –
Тәүфиҡ менән донъя ҡороғоҙ...
Уландарым, иҫтә тотоғоҙ:
Иман һәм рух – ғүмер ҡотоғоҙ.
Дауыл ҡошо
Бирешмә, бөркөтөм,
Бирешмә, аҡыллым.
ҡаянан ташланма
Уҡ булып атылып.
Тармы ни һиңә күк?
Болоттар ирейме?
Үтә ул, көт бер аҙ,
Түҙ бер аҙ, ҡәҙерлем.
Үтә ул йәшендәр,
Үтә күк күкрәүе,
Хәтерҙә ҡала тик
Күңелдең тетрәүе.
... Тоҡанды сая ут
Осҡонло ҡарашта.
Талпынды,
Юғалды
Йәшенле тарафта.
Ете даръя кисеп
Тетрәнеп йән туңлығынан,
Үртәлеп, янып, өшөп
Киләм һиңә – ғәзиземә –
Ете ҡат даръя кисеп.
Киләм һиңә, был донъяла
Берҙән-бер ҡәлғәм күреп.
Ышыҡлайһың көмбәҙемде,
Илаһи моң-ғәм үреп.
Яғымлы йылмайыумы ни –
Шул моң-ғәмдең сатыры!
Йәнем үҫә: мин матурҙыр,
Батырҙың да батыры...
Аҡыллы ла, ахыры, үҙем,
Оһолло – һинең янда.
Зиһенгә зиһен өҫтәлеп,
Наҙ һәм дәрт арта ҡанда.
Аһ, әллә һандуғас үҙем?
Телгенәм тора һайрап.
Паклығыңа ҡалып хайран,
Күңелем ҡора байрам,
Аҡ өҫтәлем!
Матурлыҡ
Я поздно полюбил тебя, Красота...
Августин. Исповедь Х.
Йөрәгемдә оя ҡорҙом – ҡотло
торлаҡ.
Мин өҙөлөп көттөм һине,
эй, матурлыҡ!
Барса ғаләм, ойоп ҡалып,
һине көттө.
Һәр бер тамыр, олон,
япраҡ өмөт итте.
Уратҡан тирә-йүнеңде тупаҫ һүҙ,
әр.
ҡаныҡҡандыр һиңә йоҙроҡ,
бөтмәҫ битәр.
Тарһынғандыр был донъяны
Көс һәм Мәкер.
Белмәһен, тип, матурлыҡты,
хатта хәтер
ҡылған йәбер...
Таратҡандар юл сатында
һине хурлап.
Мәшһүр ҡәләм эйәһе тик,
һине ҙурлап,
Әйткән булыр: «Ул донъяны
ҡотҡарасаҡ!»
Тик һаман да һин Суҡ булһаң,
ҡот – һаман Саҡ.
Эй, матурлыҡ! Йөрәгемдә ояла
һин.
Һайра, әйҙә, һөйөп ҡауыш,
балала һин.
Бәрәкәтле ҡот менән һин
бәпкә осор.
Һеҙ икәүҙән тыуһын шулай
изге осор.
ҡотло көмбәҙ, ҡотло тупраҡ,
ҡотло орлоҡ –
Мин өҙөлөп көттөм һине,
Эй, матурлыҡ!
* * *
Йәнгенәмде һалдың бөйөк
әйләнешкә,
Йә, Хоҙайым, инде нимә тип
әйтәйем?
Һөйөү менән нәфрәттең бит
араһында
Өҙгөләнгән бер япраҡҡа тиң
хәлкәйем.
* * *
Бер кемгә лә бирешмәҫ тә
кеүек инем,
Бирешмәйем хәҙер ҙә,
тик... күңелем буш.
Йәшәү өсөн көрәш алды
көс-кәремде,
Хыялдарым, ҡайҙа һуң һеҙ?
Хушығыҙ, хуш!
* * *
ҡымтылды ла ирен ситем,
өндәшмәнем.
Тулышты ла аҡты инде күҙ
йәштәрем.
Эй, йәргенәм! Мин
һөйгәндәй һин һөймәгәс,
Был донъянан ни йәм табып,
ник йәшәрем?
* * *
Мин һайрармын былбыл
булып, һин тыңларһың.
Телгенәмдең бик-йоҙағы
асылған шул!
Һиңә булған үпкә һүҙем,
наҙлы һүҙем
Әйтелмәйсә, татылмайса
баҫылған шул.
* * *
Сәскәләтеп көлә минең
сабыйҡайым,
Көл-көл, сабый! Минең дә, тим,
күңелде ас!
Яҡты юлаҡ насип булһын
яҙмышыңа,
Кәрәк булһа, яурыныма, әйҙә,
мен, баҫ!
* * *
Дәү булып та ҡайһы берҙә
файҙаһыҙ ул,
Күп белеп тә был донъяла
хәйләһе аҙ.
ҡайһы берҙә йәшәүеңдең
мәғәнәһен
Һыҙландырып аңлатҡандай
моңло бер саз.
* * *
Бар тауыштар шымып ҡалған һил
тынлыҡта
Бөйөк бер моң биләй минең
булмышымды.
Илаһи бер аһәңле ҡыл яңғырашы,
Илатыптар, аса яңы һулышымды.
Йәр һөйөүҙең татын мин дә
тойғаным бар,
Хәсрәтен дә йөрәгемә уйғаным
бар.
Икһеҙ-сикһеҙ даръя икән
мөхәббәт, тип
Ел-дауылға ҡаршы елкән
ҡуйғаным бар.
Тамара ИСКӘНДӘРИӘ.