«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



17.01.2014 Үәт, ҡыҙыҡ!

Ире иртән генә өйөнә ҡайтып инә. Ҡатыны:
– Ҡайҙа булдың? – ти.
– Дуҫымда йоҡланым, – ти ир.
Ҡатын уның ун дуҫына шылтырата һәм иренең алты дуҫында ҡуныуы, тағы дүртеһендә әле һаман да йоҡлап ятыуы хаҡында ишетә.

* * *
– Мин, – ти бер ир, – үҙемдекен ҡуянҡайым, балығым, ҡошсоғом минең тип атайым.
– Ә ул?
– Ҡолаҡтарын торғоҙа, күҙҙәрен аҡайта һәм суҡышы менән суҡый…

* * *
– Ғаиләләге ғауғанан һуң, – ти табип-психолог, – нервыларҙы иң тынысландырғаны – аш-һыу бүлмәһендәге бысаҡтарҙы үткерләй башлау. Ысынлап та, ныҡ тынысланаһың, һәм ҡатының да, теләмәһә лә, һиңә йылмайып ҡына ҡарай башлай.

* * *
Журналист Дәүләт Думаһында бер депутаттан интервью ала:
– Һеҙ шул тиклем күп эшләйһегеҙ, өйөгөҙҙә булырға ваҡытығыҙ ҙа ҡалмайҙыр инде?
– Үткән ялда өйҙә рәхәтләнеп ял иттем, тәҙрәнән күренгән күренештәргә ҡарап һоҡландым.
– Шул тиклем матурмы ни?
– Эйе, иҫ киткес… Тау, ә уның иң осонда «НОLLYWOOD» тигән яҙыу тора.

* * *
Ире эштән ҡайта. Ҡатыны компьютер артында ултыра.
– Ҡәҙерлем, – ти ҡатын, – һин берәй нәмә кимерергә теләмәй­һеңме?
– Эйе, – ти ир, – интернеттың сымын!

* * *
Ир кеше түшәктә әйләнеп-тулғана ла, ҡот осҡос итеп ҡысҡырып, тирләп-бешеп уянып китә. Ҡатыны йоҡо аралаш:
– Әллә тағы ҡурҡыныс төш күрҙеңме? – ти.
– Юҡ, – ти ир, – туйыбыҙҙы күрҙем.

* * *
Этикет ул – кәрәкмәгән кеше менән осрашҡанда эсеңдән генә: «Ҡапланып ҡына кит инде!» – тиһең дә, «Һаумы!» – тип ҡулыңды бирәһең.

* * *
Ҡыҙы үҙен һаман көтөүен белгәс, егет контракт буйынса тағы ике йылға армияла тороп ҡалырға булды.

* * *
Уҡытыусы:
– Балалар, әйтегеҙ әле, һеҙ итен яратып ашаған йорт хайуанының исеме нисек?
– Соя.

* * *
Ҡатын-ҡыҙҙар бигерәк тә ҡыҙыҡ инде. Улар һәр ваҡыт тик алға ғына ҡарай. Хатта машиналарын урынлаштырған саҡта ла арттарына ҡарамайҙар…

* * *
Кәүҙә ауырлығын кәметергә теләүселәр өсөн гимнастика:
а) муйынығыҙҙы туп-тура тотоп, башығыҙҙы уңға бороғоҙ;
б) башығыҙҙы һулға бороғоҙ.
Был күнекмәләрҙе кемдер һеҙгә ашарға тәҡдим иткән һайын мотлаҡ ҡабатлағыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға