«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



20.11.2010 Үәт, ҡыҙыҡ!

– ҡәҙерлем, ҡара әле, мин үҙемә ниндәй матур туфли hатып алдым, табандары шыма, кәмә hымаҡ, – ти ҡатыны.
– Эйе. Ә хаҡы, әлбиттә, яхтаныҡына тартым инде, – тигән ир.

* * *
– Иптәш сержант, алдығыҙҙа ғына аҡсаға кәрт уйнайҙар, ә һеҙ урап үтәhегеҙ, – ти бер ир.
– Иҫәрҙәрҙе икенсе ерҙән эҙләгеҙ инде, мин кисә генә мең тәңкәмде отторҙом, – тигән милиционер.

* * *
Компьютеры алдында ултырған ҡәйнәһен күргән кейәүе:
– Мин әле үҙемдең компьютерымда был тиклем дә ҙур вирусты күргәнем булманы, – ти.

* * *
Ике дуҫ һөйләшә.
– Мин кисә Наҙгөлгә комплимент әйтә башлағайным, ул яңағыма тондорҙо, – ти береһе.
– Берәй артыҡ һүҙ ысҡындырғанһыңдыр?
– Юҡсы, мин бөтөнләй өндәшмәнем.
– Бәй, улай булғас, комплиментты нисек әйттең һуң?
– ҡул менән...

* * *
– ҡатыным өсөн шифаханаға алған путевканың хаҡы бик ҡиммәт булды. Әммә үҙен ҡапланы.
– Нимә, әллә ҡатынығыҙ һауыҡтымы?
– Юҡ. Ул кире әйләнеп ҡайтманы.

* * *
– Һин берәй ваҡыт яраттыңмы?
– Эйе. Әле лә яратам. «ВАЗ» һәм тап «ВАЗ»ды ғына.
– ҡыҙыҡ. Ә мин һине яратмайым.
– Һинең бында ни ҡыҫылышың бар? Һүҙ минең «Жигули»йым хаҡында бара.

* * *
ҡатыны – иренә:
– Һин миңә бөтөнләй иғтибар итмәйһең!
– Итәм!
– Юҡты һөйләмә. Бына, мәҫәлән, бөгөн һин минең сәсемде буятҡанымды һиҙҙең.
– Әлбиттә, һиҙҙем!
– Ә мин сәсемде буятманым...







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға