27.12.2013 Эй, күк толпар...
Халҡым әйткән хаҡҡа сыҡты,
Мең йылҡынан толпар сыҡты.
Толпар менеп донъя гиҙгән
Ил улдары сихәт тапты.
Эй, күк толпар – ҡанатлы ат,
Аҡбуҙҙандыр һинең затың.
Урал тигән изге ерҙән –
Йәнең, рухың, ҡаның, атың.
Алға әйҙәп, илһам өҫтәп,
Еләң генә – киң ҡарашың,
Йәнәшәңдә – сая шоңҡар,
Ҡояш кеүек йән юлдашың.
Һеҙгә һәр саҡ ҡибла еле,
Аҡ елкәндәр, сәм, сәйәхәт.
Илебеҙгә имдәр илтер
Суҡ сәләмдәр, саф сәйәсәт.
Түңәрәк
Вәлиәхмәт энемә
Тыуҙың, энем, иншалла,
Ап-аҡ ҡарҙар яуғанда,
Ул бул, уҙаман бул, тип,
Атай көҫәп торғанда.
Эй, Илаһым, уңын бир,
Тәүфиғын бир, йүнен бир, –
Ҡот, им һорай кендекәй,
Теләк теләй әбекәй.
Инәңә иш бул, бала,
Атаңа ҡуш бул, бала.
Шатлығы бул өйөңдөң,
Ҡыуанысы – илеңдең.
Ул саҡта һин йомарсай,
Йом(о)ро ғына инең.
Тупылдатып һөйөргә
Тумалаҡ ҡына инең.
Барыһы ла яратты,
Түңәрәк малай, тиеп.
Ҡарасы, хас ҡарттаһы,
Моталип мулла кеүек.
Әкиәттәге йомғаҡтай
Тәгәрләнең дә киттең.
Белем шишмәһен эстәп
Мәскәүгә барып еттең.
Ҡәүемеңә төҫ биргән
Аҡмуллаһың, абыҙһың.
Әллә күпме ҡәрҙәштең
Күңел нурын ҡабыҙҙың.
Эшең хәтһеҙ, йүгер, ти
Бытбылдығы, тартайы.
Һис арымай һут ташы,
Ҡортсо булғас атайың.
Күсең көслө, йәнең һау,
Ҡороң үҙеңә таман.
Солоғоңдан һары бал,
Телеңдән тылсым тама.
Әлмисаҡты һағынам,
Йәнем гүйә күбәләк.
Түңәрәк малай юҡтыр,
Хәҙер донъяң – түңәрәк,
Ғүмеркәйең – мөбәрәк.
Бәхет өсөн
Һағынамын, иркәм, эй, һағынам,
Күкһел күккә бағып юҡһынам.
Һағышыма башҡа сыҙай алмай
Шоңҡар балаһылай талпынам.
Мин бит ергә бәхет өсөн тыуған,
Ысҡынайым йәтмә-үрмәнән.
Миңә, иркәм, һинһеҙ үлеп моңһоу,
Йәнем сығып бара тәнемдән.
Ҡоштар, ҡоштар, алып китегеҙсе
Бәхетемә мине йөҙҙөрөп.
Бәхеткәйем мине күптән көтә,
Ос тиҙерәк, ос, тип, өҙөлөп.
Осар ҡоштар ғына, ай, ирекле,
Буҙ шоңҡарҙай ҡанат ҡағайым.
Йәтмәләрҙе өҙөп, рухым йолоп,
Йәншишмәмде эҙләп табайым.
Сәлимйән БӘҘРЕТДИНОВ