«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Тамаша



27.12.2013 Тамаша

Тамаша

Был донъяла беҙ ҡунаҡ,
Бөгөн бар, иртәгә юҡ.
Кеше онота был хаҡта –
Ғүмер мәңгелек кеүек.

Көндәр төнгә ауыша ла,
Йәйҙәр көҙгә олғаша.
Үткән дә киткән шәп сағың, –
Һағышлы бер тамаша.

Шул тамаша булһа икән
Зат-зәүер һоҡланырлыҡ,
Фәһемдәре ҡояш булып
Йәндәрҙе балҡытырлыҡ.


***

Халҡым,тип көйҙөм көн дә.
Илем, тип елдем гел дә.
Ундай саптар кәрәкмәй тип,
Түрәләр бөктө бишкә,
Һүктеләр һалып эткә…

Кем иң тәүҙә?

Бәхәс тыуған: сал Уралда
Кем иң тәүҙә пәйҙә булған?..
«Яралғанда аҡ донъябыҙ,
Бында әүәл, – тигән башҡорт, –
Һайрай ине былбыл ғына».

Урыҫ һис бер һүҙ ҡатмаған,
Асыуынан телен йотҡан.
Йылмайған да татар бик мут,
Көлөп кенә былай тигән:
«Ул былбыллар без идек бит».

Сәлимйән БӘҘРЕТДИНОВ







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға