27.12.2013 Мәҙәктәр
Бер ир күләүек уртаһында ултырған ҡатынды күреп ҡала.
– Нимә булды? Ни өсөн унда ултыраһығыҙ?
– Бәлки, мин Ҡарһылыуҙыр, ә бәлки, мин ирегәнмендер!
* * *
– Атай, әйт әле, ниндәй поезд иң ныҡ һуңлай торғаны?
– Ниндәйе, улым?
– Былтыр Яңы йылға бүләк итәм тигәнең!
* * *
Яңы йыл табынында.
– Ни өсөн эскән һайын күҙеңде йомаһың?
– Э-э-эй, ҡатыныма, Яңы йылдан һуң рюмкаға ҡарамайым, тип әйтеү әйткәйнем...
* * *
Бер аҙна урамға сыҡмайым. Аталар. Ҡытай пиротехникаһы менән.
* * *
Яңы йыл байрамы ул – киске аш, тик ул иртәнге аш менән тамамлана.
* * *
Яңы йыл, байрам табыны. Өҫтәлдән яйлап ҡына ҡалаҡ төшә башлай. Ғаилә башлығы уны иҙәндән бер нисә сантиметрҙа ғына тотоп өлгөрә.
– Фу, өлгөрҙөм... Бүтән ҡунаҡтар килмәйәсәк.
Шул саҡ бүлмәгә ҡыҙы йүгереп инә: