«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » ТУЛҠЫН



13.12.2013 ТУЛҠЫН

ТУЛҠЫН Был көндө апрель ҡояшы ергә бар наҙын өләшкәндәй тойолдо. Ял паркынан ағылған көй ритмдары иһә кешеләрҙең күңелендә ауаздаш хистәр уятты. Үтеп китеүселәрҙең иғтибарын аҡ йомғаҡты хәтерләткән көсөк үҙенә йәлеп итте. Ул арт аяҡтарына баҫып, көй ағымына орсоҡтай вальста әйләнә тиерһең. Әммә “аҡ суҡлы” артист был тамашаны тик пирожки һатып алыусылар янында ғына күрһәтә бирҙе. Көсөктөң килешле бейеүенә һоҡланып, улар, бәрәмәстәренән өлөш сығарып: “Хәйер һорашмай, ризығын эшләп ала. Әллә цирктан юғалғанмы был?” – тиеште. Эйе, хужаһыҙ, өйһөҙ артистың был кәсебе үлемдән ҡотолоу юлдарының иң отошлоһо ине. Күптән түгел уның әсәһе – урам эте көсөктәрен туйҙырыу өсөн ризыҡ эҙләп арлы-бирле йөрөгән арала машина тәгәрмәсе аҫтында ҡалыуын кемгә аңлата алһын инде яҡты донъяға килгән был һүҙһеҙ йән эйәһе. Аслыҡтан үлеү, бәлки, тик махсус түшәктәрҙә хужаларына һырпаланып, “Педегри” ашап көн иткән маъмайҙарға янайҙыр. Ә урам этенең балалары йәшәү өсөн көрәшеү ысулдарын тиҙ үҙләштерҙе. “Цирктан ҡалған” тигән ҡушамат алғаны һынал­ған ысул буйынса тамағын ҡайғыртты...
Бер мәлде был тамашаны күҙәткән бәһлеүәндәй ир “артист”ҡа йылы мөнәсәбәтен белдерҙе. Ул уның башынан һыйпап: “Аслыҡ шатлыҡ түгел, бисара, Ер шарында һин дә минең кеүек япа-яңғыҙмы? Кешеләр күп, ә йөрәгеңде асып һалырға бер йән эйәһе лә юҡ бит, исмаһам”, – тип көрһөнөп ҡуйҙы. Көсөккә уның һүҙҙәренең мәғәнәһе аңлашылмаһа ла, ул моңһоу күҙле ирҙең күңеле һағыш менән тулы булыуын һиҙемләне. Эйе, әҙәм балаһының да уның кеүек үк тоғро дуҫҡа мохтаж булыуы көн кеүек асыҡ ине. Был йәне яралы кешенең әрнеүен үҙенә алғыһы килгәндәй, эт балаһы уның ҡулдарын яланы, усына башын һалды. Аҡлы-ҡаралы тельняшка кейгән ир ҡуҙғалыу менән уның артынан бер аҙым ҡалмай, ашыға-абына эйәреп барҙы. Әңгәмәһен дауам итеп әкрен генә атлағанда, кеше йән тетрәткес ваҡиғаларҙы телгә алды. Ә көсөк ирҙең аяҡтары араһында урала бирҙе...
– Мин – Малик, диңгеҙ, океандар гиҙгән кеше булараҡ, һине ысын тамаша – дельфинариумға алып килдем, – тип, көсөктө парк эсендәге күп кеше йыйылған урынға әйҙәне ул. Тамаша башланыу менән бассейндағы һыуҙы сәсрәтеп дельфиндар туп уйнаны, һикерҙе, төрлө күнегеүҙәр яһап, йылмайғандай һыуҙан кәүҙәләре менән сығып, һый-хөрмәт – балыҡтан ауыҙ итте. Маъмай уларҙың ҙурлыҡтарына хайран ҡалып ҡойроғон болғаны. Һыу сәсрәгән арала матрос ултырған урындыҡ аҫтына уҡ инеп ҡасыуҙы хуп күрҙе. Был дельфиндар­ҙың улар ултырған урынға табан йөҙөүҙәрен күрһә, шыңшыған ауаздар ҙа сығарып алды. Малик иһә, уның ҡыланышынан мәрәкә табып: “Ниңә ҡурҡаһың, улар ҙа бит һинең кеүек үк бейеп тамаҡтарын ҡайғырта. Икмәктәре шул. Үҙем булғанда һиңә бер кем дә теймәҫ, сабый”, – тип яңы дуҫын һыйпап, уның һыртына шапылдатып һуҡҡылап һөйөп ҡуйҙы. Үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр күргән һыу “артистары” эттә шомло тойғо уятты. Ә тәүге хужаһы – Маликтың йылы ҡулдарын тойоуы ғына эргәлә терәк булыуына ышанысты арттырҙы. Был бассейн тирәләй ултырған күп һанлы тамашасының дельфиндарҙың һыу сәсрәтеүенә ихлас көлөп алҡышлауы ғына этте аптыратты: ниңә шулай шатланышып, оло тауыш, ауаздар сығараларҙыр инде...
Был ял урынынан бар кеше лә бер юлы ҡуҙғалды. Көсөк тә Малик йүнәлгән туҡталышҡа ашыҡты. Ул был кешегә эйәреп автобусҡа ла инергә батырсылыҡ итте хатта. Ҡурҡыу ҡатыш күҙҙәрен хужаһынан алмай, уның һәр хәрәкәтен күҙәтте, өндәшкәндә бойороҡтарын аңларға тырышты. Автобустан төшөп, бер аҙ ғына атлағас та күп ҡатлы дөйөм ятаҡҡа килеп еттеләр. Бында инеү урам этен бер аҙ шөрләтте, әлбиттә. Быны аңлаған Малик уны ҡулына алып, үҙ бүлмәһенә тиклем күтәреп алып барҙы. Ә ишек төбөндә ултырған ханымдар бында оҙаҡ йылдар ғүмер иткән ирҙең сәләмен баш ҡағып ҡабул итте. Дөйөм ятаҡта яңы йәшәүсе артҡанына ишаралап: “Олоғайған, ғаиләһе лә, балаһы ла юҡ бының. Үҙенең күңеленә ауаздаш йән тапҡан, күрәһең”, – тигән һөҙөмтәгә килделәр бышылдашып ҡына...
Диңгеҙ гиҙеүселәр алыҫ яҡтарҙан портҡа кире әйләнеп ҡайтҡас, үҙ фатирҙарына ашҡына. Бер нисә ай ғаиләләре менән тормош мәшәҡәттәренә сумалар. Яңы рейсҡа сыҡҡансы улар балаларының донъяһында ҡайнашып, кәрәк-яраҡты хәстәрләп, пландар ҡора. Йөҙгән ваҡытта һәр ҡайһыһының телендә – яҡындары менән бергә булған саҡтары. Йөрәктәрен йылытып торған хәтирәләре менән уртаҡлашалар. Балаларының үтенестәрен, ҡыҙыҡлы хәлдәрен һөйләп мәж киләләр. Тик океандарҙы кискән арала Маликтың ғына уртаҡлашыр һүҙе булмай. Ул һәр саҡ тыңлаусы ролендә ҡала. Уның хеҙмәттәштәренән бер ҙә кәм ере юҡ кеүек. Яҙмышы ниңәлер үҙен башҡа ағымға һалған...
Хәрби хеҙмәтен үткәндән һуң Малик сит илдәргә йөҙөү хыялын тормошҡа ашырҙы. Ул карапҡа эшкә урынлашты. Диңгеҙ буйында йәшәү ауыл егетенең романтик теләге инде ысынбарлыҡта. Ярты йылға, бер нисә айға һуҙылған рейстар ғүмеренә айырым бер үҙенсәлек өҫтәй. Ғәзиз әсәһе үлгәс тә, был эшкә бәйле, уға тыуған яғына ҡайтыу форсаты теймәй. Үкенескә күрә, алыҫ даръяла йөҙгән сағында алды ул ҡайғылы хәбәрҙе. Шул көндән башлап тыуып үҫкән яҡтарына ла юл төшмәне. Ҡиммәтселек, ваҡытында хеҙмәт хаҡын түләмәүҙәре, ауылында бер яҡыны ла ҡалмауы быға сәбәпсе булғандыр. Әммә диңгеҙҙең сикһеҙ даръяһын гиҙгәндә күңеле тыуған яғына, беренсе мөхәббәте – Сара янына ашҡына. Тик һөйгәнен армия сафтарына оҙатыу менән уның Фәдис дуҫына кейәүгә сығыуы тураһында хәбәр алғас, Малик үҙенә был ҡыҙҙың барлығын оноторға вәғәҙә бирҙе. Һуңыраҡ күңеле нисек кенә ауылына ашҡынһа ла, яйы сығып, унда ҡайта алманы. Ә синыфташы, дуҫы Фәдистең был аҙымын арҡаға бысаҡ ҡаҙауға тиң күрҙе. Йылдар үтеү менән уларҙы аңларға, аҡларға теләһә лә, йәне һаман тынғы тапмай. Туған телен­дә йыр, тальян гармун тауышын ишетһә, аяҡ аҫтындағы ере убыла төҫлө. Үткәндәргә кире ҡайтыу юҡлығы аҡылын йәнә айнытып ебәрә. Күңеле генә, һатлыҡйән, әрнегән яраһын ҡуҙғата бирә, ә үҙе һис кенә лә башҡаларҙы бөтөнләй ҡабул итмәй бит...
Бүлмәгә инеү менән Малик эткә һыуытҡыс­тағы һөттө йылытып бирҙе. “Урам ҡағиҙәләрен онот. Хәҙер үҙеңде таҙартабыҙ, йыуабыҙ”, – тип, тасҡа һыу ҡойоп, шампунь менән күбекләндереп, көсөктө йыуа башланы. Төрлө сәскә еҫе килеп торған күбекле һыуҙан эт күпме ҡасырға теләп шыңшыһа ла ысҡына алманы, күҙҙәрен ниҙер әрнетте, моронона ингән һыуҙы бышҡырып сығарырға тырышты. Тик бар булмышы менән күпме генә сәбәләнһә лә, ҡотолоу тәтемәне. Һыуға сумдырған һайын ҡалтыранып сыйнаған маъмайҙы хужаһы таҫтамал менән киптереп алды. Оҙон аҡ йөндәре тулҡынланып кипкәс, көсөк кибеттәге тере йомшаҡ уйынсыҡты хәтерләтте. Уны тарап алғас, хужа кеше: “Исемең Тулҡын булыр. Бик мәслихәт”, – тип уға ҡарап һыҙғырып ҡуйҙы.
Иртә һайын саф һауала йөрөү, кибеттәргә инеү, күрше бүлмәләге бесәйҙе коридорҙа күргәс хәл бөткәнсе ҡыуыу – эттең көн тәртибендә. Тулҡын дөйөм ятаҡтың тулы хоҡуҡлы йәшәүсеһенә әйләнде. Уға күҙ-ҡолак булырға тырыштылар. Юғиһә, коридорҙағы бөтә тапочкаларҙы эләктереп, теләһә ҡайҙа илтеп ҡалдыра торған ғәҙәтен күршеләре яҡшы белә ине. Нисек зыян итһә лә, хужаһына һүҙ менән шелтә яһағанда, Тулҡын өйҙәштәрен яратып, ҡойроғон ғына болғай бирҙе. Үҙен әрләүселәр бүлмәләренә инеп китеү менән аяҡ кейемдәрен йәнә теләһә ҡайҙа “сәсте”, бесәйҙәре менән күҙгә-күҙ ҡарашып һуғыша бирҙе. “Этлеген итә”, – тип аҡланы уны хужаһы. Ә көсөктөң көй моңона ҡушылып бейегәнен күреү менән уның ҡырын ғәҙәттәре йәнә онотола ине. Дөйөм ятаҡта цирк номерҙарылай сығыштар күрһәткән этте барыһы ла яратып өлгөрҙө. Малик уға тейешле прививкаларҙы эшләтте. Шулай был бәләкәй генә йән эйәһенең мәшәҡәттәре менән ерҙәге ял айҙары үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды. Тулҡын иһә үҫте, нығынды, ҙур эткә әйләнде.
Алыҫ төбәктәргә сығырға ваҡыт еткәс, Малик яңы бүлмәләшен ҡайҙа ҡуйырға белмәй аптырап ҡалды. Ярты йыл буйына бер кешегә лә ҡалдырып булмаҫын аңлап, етәкселәренә этте рейс­ҡа алырға рөхсәт һорап мөрәжәғәт итте. Капитандың кәйефе күтәренке сағына тура килепме, шунда уҡ Маликҡа этте алырға рөхсәт иттеләр.
– Бына хәҙер үҙ икмәгемде нисек эшләп алғанымды күрерһең инде, – тип яҡын иптәше – Тулҡын менән серләшеп, кәрәк-ярағын йыя башланы Малик. Ҡыҫҡа ваҡытта ул эте менән һөйләшеү генә түгел, уның менән кәңәшләшә башланы. Хужаһы әңгәмә башлау менән эт бар эшен ташлап, матрос­тың күҙҙәренә баҡты. Маликтың хәрәкәттәренән, тауышынан дуҫының эске донъяһын өйрәнгеһе килгәндәй уны күҙәтте, ботинкаларын килтереп бирергә өйрәнде. Аяҡ кейемен кейһә, урамға сығасағын тойоп, Тулҡын ишеккә табан ырғып, һикергеләп әйләнде. Эттең был кәйефен аңлаған хужаһы: “Әйҙә инде, айҙар буйына диңгеҙҙә йөҙөү йөҙәтер, ерҙә уйнап ҡал!” – тип, этте паркҡа алып сыҡты. Тулҡын һәр саҡтағыса уның бөтә бойороҡтарын да теүәл үтәп, матрос­тың күңелен табырға тырышты. Алыҫҡа ташлаған таяғын шундук килтереп биреп, йәнә уның ҡайҙа осоуын ҙур түҙемһеҙлек менән көтә бирҙе. Хужаһының: “Ал”, – тигән бойороғона буйһонғанда, ҡайһы саҡ таяҡты уның менән бүлешә алмай, тартҡылашып, ырылданы. Тик матростың бер теләгенә лә ҡаршы килергә ярамағанына төшөнгән Тулҡын эште бер ҙә шелтә алыуға ҡәҙәр еткермәне. “Был уйынсығын да алырға онотмаҫҡа кәрәк әле”, – тип уйлап ҡуйҙы матрос. Иртәгәһенә улар­ҙы оҙон юл көтә ине.
Карап эт күҙҙәренә һыу өҫтөндәге ҙур өй булып тойолдо. Бында таныш булмаған ир-ат һәр саҡ эш менән мәшғүл. Хужаһынан бер аҙым да ҡалып өйрәнмәгән Тулҡын уға эйәреп йөрөгәндә боцман тигәндәренән йыш ҡына асыулы: “Пшол!” – һүҙен ишетте. Захар исемле ҡаҡса ҡарашынан эт шөрләп, ситкәрәк китә ине. Ә барыһы бер юлы ҡайҙа ла булһа ашыҡҡанда, эт хужаһы янында булыу иҫәбе менән уларҙан да алдараҡ ул урынға сапты. “Волкодавың һәр саҡ һине һаҡлай”, – тип хеҙмәттәштәре шаярышып, төрттөрөшөп көлөштө.
– Зато уның ғаиләһе һәр саҡ үҙе менән, – тип зәһәр төртмәле һүҙҙәре менән йөрәгенә яра һалған темаһын ҡуҙғатып, форсаттан файҙаланып ҡалырға ашыҡты Захар. Асыу, әйтер­һең дә, Маликтың тамағына төйөр булып ултырҙы, сикәһендәге ҡан тамырҙары һулҡылдап, йөҙөнә ҡы­ҙыллыҡ йүгерҙе. Ә боцман Тулҡынға: “Мә, бөрсәле эт”, – тип өндәшеп, итле һөйәк һуҙҙы. Эт күстәнәстән ялтырап киткән күҙен алмай, йәһәт уны ҡабыр­ға үрелде, тик шул мәлдә Захар итле һөйәкте караптан ситкә ташланы. Тулҡын “батшалар деликатесы” артынан һикермәне, тик төкөрөгөн йотоп, ҡойроғон ҡыҫып, арыраҡ китергә тырышты. Быны күҙәткән Малик бер һүҙ әйтмәй, боролоп эшендә булды, ә Тулҡын ашығып уның уң яғына килеп ултырҙы. Матростар ҙа бер-береһенә ҡарашып, бер һүҙ әйтмәй генә эштәренә тотондолар. Күптәренең башына: “Их, был боцмандың маңлайына берҙе ҡундырһаң, шәп булыр ине лә һуң, башһыҙ булһа ла, үҙенә күрә начальник бит, эшеңдән ҡолаҡ ҡағыуың бар”, – тигән уй килде. Бала саҡтағы кеүек тәртипһеҙҙәрҙе йоҙроҡ менән уҡытып булһа икән. Ғәҙел­лекте, бар, эҙләп ҡара, бәлки, таба алыр­һың...
Океандар гиҙгәндә көн торошо ғына түгел, хеҙмәттәштәр араһындағы ихлас мөнәсәбәттәр ҙә мөһим роль уйнай ине. Айҙар буйына дауам иткән сәйәхәттә Тулҡын да быға тиҙ төшөндө. Эш тулы ҡеүәткә барғанда ҡамасауламаҫҡа тырышты, улар ял иткән арала көйгә ҡушылып, ғәҙәттәгесә, әйләнеп тә күрһәтте. Матростар бындай тамашаны яратып ҡабул итте, тик Захар ғына ундай саҡта хеҙмәттәштәренә эш табып, урындарынан ҡуҙғатыу яғын ҡараны. Океан һыуҙары – сикһеҙ даръяға ҡарап эт алыҫ офоҡтарҙа уның сиген дүрт күҙ менән көттө. Айҙар уға мәңгелек кеүек тойолдо. Ниһайәт, шундай көн етте. Сит илгә яҡынлаштылар. Матрос­тарҙы йыйып, бында тороу ваҡыты, талап ителгән тейешле тәртип хаҡында оҙаҡлап һүҙ алып барҙылар. Портҡа килеп туҡтағас та һәр ҡайһыһы үҙ эше буйынса таралышты. Сит илдә төркөмләп йөрөү хәйерле, тиһәләр ҙә, һәр кем үҙ яйын ҡайғыртты. Малик иһә Тулҡын менән пляж яғына юл алды. “Йәшәй бит кеше, ә?! Бар эштәре ял итеү тиерһең, – тип үҙ уйҙарына яуап биргәндәй матрос бында ҡыҙын­ғандарға күҙ ташланы. – Бер проблемалары ла юҡ төҫлө, ә кемдер бөгөн йәшәү, тамағын туйҙырыу өсөн көнө-төнө ял белмәй, баш күтәрмәй эшләй. Бында гүйә ваҡыт туҡталғайны...”
– О рашен матрос, русский? Иди сюда. Я, Сара, – тип исеменең беренсе ижегенә баҫым яһап өндәшкән ханымдың нескә тауышы Маликты һиҫкәндереп ебәрҙе.
– Да, вы это мне? – тип яуапланы ир һәм мөләйем ханыма күҙ ташланы. Тар, һылашып торған, теҙҙән күпкә юғары оҙонлоҡтағы итәк һәм исем өсөн генә еп үрелмәләренән торған блузка кейгән һылыу Маликтың күңеленә тылсымлы исеме менән генә үҙен яңғыҙлыҡ ҡоллоғонан азат итергә ебәрелгән заттай тойолдо. Асыҡ ҡыҙыл помадалы тулышып бешкән еләктәй ирендәре, зәңгәр күк төҫөнә буялған күҙ төптәре, ҡара ҡыйғас ҡаштары һәм уны уратып алған хушбуй еҫе томаны Маликҡа аһәңлелек өлгөһөндәй күренде. Ҡоңғорт-ҡара күҙҙәренә бағып, хистәр тотҡонлоғона эләккән матрос, ниҙер әйткеһе килеп, ауыҙын бер асты, бер япты. Үҙ-үҙенең булмышына ышаныуҙы юғалт­ҡан ирҙең ҡыйыулығы юҡлығын аңлаған ханым инициативаны үҙ ҡулына алып, акцент менән урыҫ телен вата-емерә әңгәмә ҡороп, уны порт ҡалаһына сәйәхәткә саҡырҙы. Иң боронғо һөнәр эйәһе вәкиле – Сараның саҡырыуын Малик үҙе лә һиҙмәҫтән шунда уҡ ҡабул итте.
“Лекцияларҙа һаҡ булырға ҡушһалар ҙа, ярамаған әйбер күп инде. Нишләп йөрөгәнем йөҙөмә яҙылмаҫ әле”, – тип үҙен-үҙе аҡларға тырышып, шөрләү кәйефен ҡыуып, Малик ҡатын менән таксиға ултырҙы. Тулҡын, хужаһының китеүен аңлап, уға ҡаты итеп өрә башланы. Машина эсенә этте лә алдылар. Уртаҡ тел тапҡан пассажирҙар өс кварталдан һуң төшөп, бер бина эсендә юғалды. Тик Тулҡынды ғына оноттолар, ул урамда тороп ҡалды, әммә хужаһын “һаҡлауын” дауам итеп, уның сыҡҡанын көтөп, төн үткәнсе бынан китмәне...
Иртәнгә хеҙмәттәштәре Маликты эҙләй башланы. “Юлға сыҡҡансы карапта ярайһы ғына эштәр атҡараһы бар, үҙенә эләкмәгәйе”, – тип хафаланды улар. Боцман ҡыҙыл фонарлы “данлыҡлы өй” янында матростарға тап бул­ды һәм ниндәй маҡсат менән йөрөүҙәре хаҡында ҡыҙыҡһынды. Яуап алғас: “Юғалды тип илар кешеһе юҡ әле”, – тип, кинәт боролоуы менән пальма аҫтында ятып торған Тулҡынды шәйләп алды.
– Облико морале, матросыбыҙ капитализм тотҡоно булған, имеш. Фәхишә ҡосағынан сыҡҡас, мине күрһен, – тип мыҫҡыллы бойороп, үҙ юлы менән китте Захар.
...Хәмер эсеүҙән шешенгән Ма­ликты уятҡанда Сараһы уның аҡсаһын алып ҡасыуы асыҡланды. Башы ауыртҡан матросҡа яҡты донъя ҡараңғыланғандай тойолдо. Иптәштәренең: “Ишкәнһең икән ишәк сумарын”, – тигән һүҙенә: “Ҡаҙалып китһен барыһы ла, минең был донъяла хатта хаталанырға ла хаҡым юҡмы ни?” – тип йән асыуы менән үҙен әрләне. Урамға сыҡҡас, шатлыҡтан нишләргә белмәй һикергеләгән эте ҡаршы алды.
– Тулҡынға рәхмәт әйт. Ул булмаһа, көт тә тор, сит утрауҙа ҡалыр инең. Ярай әле уны Захар шәйләп алды, – тип һүҙ ҡушты береһе. Быны ишеткәс, Малик айнып уҡ китте. Уның бөтөнләй һөмһөрө ҡойолдо, ә үҙен бәхетле тойоп өргән этенә әсе һүҙ менән һүгенде генә.
Матростар палубала ҡырмыҫкалар­ҙай йүгерешеп эшләгән сағында капитандың күҙенә бында килгән Малик салынды. Ул уға бер нимә лә әйтмәне, ҡыҙыу эш сағында ваҡытты сарыф иткеһе килмәгәндер, бәлки. Ә Захар иһә уның бер алдына, бер артына сығып, ниҙер һөйләй бирҙе. Ниһайәт, порттан ҡуҙғалып, карап диңгеҙ ҡосағына юл алды. Уның тирәләй аҡсарлаҡтар, хәйерле сәләмдәрен еткергәндәй, ҡысҡыра-ҡысҡыра осто. Дельфиндары ла карапты юлдаш итеп шатлыҡлы эскорт хасил итте. Әйтерһең дә: “Алыҫ юлда иптәш кәрәклеген беҙ яҡшы беләбеҙ”, – тигән уйҙы аңлатырға тырыштылар.
Маликтың ҡырылған кәйефен бер ни ҙә яйлай алмаҫтай тойолдо. Йәшлектәге Сараһын был фәхишәлә табырға теләгән матростан дельфиндар ҙа мәсхәрәләп көлдө һымаҡ. Бар аҡсаһын урлауы бер хәл, күңел яралары яңырҙы. Быныһына түҙерлек түгел. Захарҙың йәшерә алмаған тантаналы ҡиәфәте буйынса киләсәктә был аҡсалы урында эшләүе лә икеле икәнен Малик шунда уҡ һиҙемләне. Өйөң, аҡсаң, яҡының да булмауы перспективаһы асылыуын иҫенә төшөрөп, башы сатнап ауыртыуына сыҙар әмәле ҡалмаған матрос тешен ҡыҫып тороп баҫыу менән кинәт кенә Тулҡын шыңшып сыйнап ебәрҙе. “Аяҡ аҫтында тормаһа”, – тип йән асыуы менән Малик эт уйынсығы – таяҡты алып бар көсөнә, йәһәннәмгә ебәрергә теләгәндәй, диңгеҙгә бәрҙе. Был мәлдә Тулҡын таяҡ артынан уҡтай һыуға һикерҙе. Элеккесә шулай уйнаһалар, хужаһының ауыр уйҙары бөтөр тип өмөтләнгән эт таяҡты алып кире карап­ҡа табан йөҙә башланы. Йәнә бер юлдаш артҡанын күргән дельфиндар, ихлас шатланғандай, уны уратып алды. Тулҡын тирәләй һыуҙа һикереп уйнап, һыҙғырғандай ауаздар сығарып йөҙҙөләр. Әйтерһең дә: “Бына беҙҙең кеүек диңгеҙ рәхәтен күр, ләззәтләнеп ҡал”, – тип этте үҙҙәре менән һыу сәсрәтеп уйнарға әйҙәнеләр һымаҡ. Тулҡын йөҙөргә ҡамасаулаған юлдаштарына ырылдап-ырылдап алды, үҙе, ауыҙына ҡапҡан таяғын юғалтмаҫҡа тырышып, алға ташланды. Дельфиндар, уның ырылдауынан көлгәндәй, иркәләнеп эттең ҡабырғаһына морондары менән төртөлөп, үҙен йәнә әйлән-бәйләнгә алып урата барҙы. Диңгеҙ уларҙың өйө булғанға ла эттең ниңә борсолғанын аңлай алманылар. Тулҡын сәбәләнеп, үрһәләнеп, таяғын юғалтмаҫҡа тигән маҡсат менән бар көсөнә карап­ҡа табан йөҙөүен дауам итте. Ни күҙе менән күрһен: карап алыҫайған һайын, үҙенең хәле бөтә барҙы. Таяғын ауыҙынан ысҡындырып, хужаһы ғына ишетһен өсөн Тулҡын бар көсөнә өҙлөкһөҙ өрөргә тырышты, тик өрә алманы – ауы­ҙына һыу инде. Юлдаштары – дельфиндар кинәнеп уйнағанда эт йәшәү өсөн тулы ҡеүәткә көрәшеп йөҙөргә тырышты. Әммә диңгеҙ өйөндә йәшәү өсөн бик күп хәл кәрәк икән. Эт өмөт сатҡылары булған күҙҙәрен карапҡа төбәне. Ул офоҡ­тар­ға ашҡынғандай, алыҫайғандан-алыҫая бара ине...

Рима ҠАҺАРМАН.
Балтас районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға