13.12.2013 Үәт, ҡыҙыҡ!
Бер ҡасан да өйләнмәҫкә ант иткән буйҙаҡ күп һөйләгән, йәмһеҙ, әрпеш һәм алдаҡсы ҡатын менән үҙ ҡарашын яҡлау өсөн танышырға теләй.
* * *
Бәләкәй баланың ҡулындағы печеньеһы бөткәнсе әсәй кеше йыуынып, кейенеп, ашап, һауыт-һабаһын йыуып өлгөрөргә тейеш… Декрет ялы менән сағыштырғанда, армия ял итә…
* * *
Маршрут автобусында:
– Ир кеше, һеҙгә әйтәм, этегеҙҙе минең эргәнән алығыҙсы! Өҫтөмдә бөрсәләр йүгерешә.
– Тузик, унан ситкәрәк кит, өҫтөндә бөрсәләр йөрөй ти бит.
* * *
Рәсәйҙә ир-аттың ғүмере ниңә ҡыҫҡа икәнен бик яҡшы беләм. Ни өсөн тигәндә, уларҙың ҡатындары 55 йәштә хаҡлы ялға сыға ла, эш юҡлыҡтан ирҙәренең ҡолаҡ итен ашай башлай.
* * *
Психик ауырыуҙар дауаханаһында бер ир стена буяп йөрөй. Эргәһенә ауырыу килә лә:
– Һин бумалаңа ныҡ итеп тотонғанһыңмы? – ти.
– Эйе, – ти эшсе.
– Улайһа, – ти ауырыу, – мин баҫҡысты алам.
* * *
– Олатай, һин йәш сағыңда ҡайҙа ултырҙың: “ВКонтакте”ламы, әллә “Класташтар”ҙамы?
– Класташ ҡыҙым менән “контактта” булған өсөн колонияла ултырҙым…
* * *
– Ауырыу, әҙерләнегеҙ, хәҙер бер аҙ ҡыйын буласаҡ… Әҙерһегеҙме? Һеҙҙән – 50 мең һум.
* * *
Репортер урамда бер ирҙән һорау ала:
– Тартаһығыҙмы?
– Тартам.
– Тартыуҙың һаулыҡҡа ниндәй зыяны барлығын беләһегеҙме?
– Беләм.
– Һеҙгә нисә йәш?
– 50.
– Нисә йәштән тартаһығыҙ?
– 12.
– Әгәр ҙә тартмаһағыҙ, уға түккән аҡсағыҙға анауындай машина һатып ала алыр инегеҙ, – тип, эргәлә торған “Бентли” машинаһын күрһәтә.
Ир репортерҙан һорай:
– Ә һеҙ үҙегеҙ тартаһығыҙмы?
– Юҡ…
– Ә һеҙҙең шундай машинағыҙ бармы?
– Һеҙ нимә, юҡ, әлбиттә, – ти репортер.
– Бына, күрәһегеҙме, – тигән ир эре генә, – мин тартам һәм ул минең машинам.
* * *
– Ҡәҙерлем, һинән иҫ киткес ниндәй татлы еҫ килә? – ти ире йәш кәләшенә.
– Кисә үҙең бүләк иткән хушбуй ҙа һуң.
– Мин һиңә бер ниндәй ҙә хушбуй бүләк итмәнем.
– Иттең, иттең, ана, аҡса янсығыңды ҡара, – ти ҡатын.