«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Сабый күңелле шағирә



22.11.2013 Сабый күңелле шағирә

Сабый күңелле шағирәҺәр кем шиғриәттән үҙ күңеленә ауаздаш юлдар, әлеге халәтенә оҡшаш хистәр эҙләйҙер, моғайын. Йәки үҙе ҡасандыр тойған, кисергәнде хәтерендә яңыртып кинәнә. Шағирә Гөлнара Хәлфетди­нованың шиғырҙарын бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ, әсә кешеләр үҙ итә. Ижадындағы гүзәл заттарға ғына хас миһырбанлыҡ һәм сабырлыҡ, тағы ла ихлас асыла белеүе арбай. Тормошта ла ябай ғына ул, үтә сағыу рауза гөлөнә лә оҡшамаған, әммә кешене арбай, үҙенә ғашиҡ иттерә торған ҡөҙрәтле тылсымы бар.
Нимәлә икән бының сере? Бәлки, уның күркәм сифаттарында, ҡысҡырмай ғына эшләгән эштәрендә, тормошҡа ашҡан һәм аша алмаған уй-хыялдарындалыр. Тыйнаҡлыҡ менән саялыҡ, тағы ла шаянлыҡ үрелеп килә уның шиғыр­ҙарында. Өлкәндәрҙе һутлы теле, бәләкәстәрҙе йомшаҡ, әммә ышаныслы һүҙҙәре менән иркәләй. Яһалмалылыҡ, бөҙрәлек хас түгел уның ижадына. Киреһенсә, һәр әйткәне оло мәғәнәгә эйә, осондора йә уй-һағышҡа һала.
Шулай ҙа Г. Хәлфетдинова ижадында иң тәмлеһе, көтөп алынғаны – балалар өсөн яҙыл­ған шиғырҙары. Кескәйҙәрҙең телмәренән алынған мәрәкә һүҙҙәр менән бер рәттән, халҡыбыҙҙың тел байлығын сағылдырған бик матур диалект һүҙҙәрҙе, ауыҙ-тел ижады образдарын да оҫта файҙалана ул. Шуға улар йәһәт иҫтә ҡала, телдә еңел өйрөлә.
Ҡалмай бергә йөрөгәнгә,
Ҡойроғом, ти әсәйем.
Әсәй менән рәхәт булғас,
Ҡойроҡ булып йәшәйем (“Мин – ҡойроҡ”), –
тип йырлап торған юлдар аша мәрәкәләй ҙә, тәрбиәләй ҙә, күңелдәрен дә үҫтерә Гөлнара бәпестәрҙең.
Дөрөҫөн әйткәндә, бәләкәстәр өсөн ижад итеү үтә лә ҡатмарлы. Сөнки кескәйҙәрҙең талабы ҙур. Ҡып итеп торған, күңелдәренә ятҡан, йәнле, йәтеш шиғырҙарға ғына мөкиббән улар. Шуғалыр ҙа инде Гөлнара һәр шиғырын шул тиклем ҡәҙерләп, бәпләп тыуҙыра. Ул шунда уҡ үҙенән-үҙе йырлана башлай. Бөгөн уның һүҙҙәренә Гөлдәр Ишҡыуатова, Айбулат Кәримов, Ғәлинур Юламан, Риф Арыҫлан һәм башҡалар ижад иткән йырҙар радио-телевидение аша ла, балалар баҡсаларында үткән төрлө байрамдарҙа ла, сәхнәнән дә йыш яңғырай. Мәктәп кисәләрен дә Гөлнара Хәлфетдинованың һүҙҙәренә яҙылған йырҙар­һыҙ күҙ алдына килтереп булмай – ”Атайым”, ”Бәхет өсөн”, ”Уҡытыусым мөләйем”, ”Тәрбиәсе апайыбыҙ”, “Туғанымдың тыуған көнө”, “Ҡурай”, “Йондоҙҙар”, “Талҡан”, ”Мәктәп”, “Ярамай”, ”Ватаным” һ.б.
Гөлнараның һүҙҙәренә яҙылған мәғәнәле, матур, кәйефкә тап килгән йырҙарҙы тыңлау сарсап килгән мосафирҙың йотлоғоп һыу эсеүенә бәрәбәр. Бигерәк тә балалар йырҙарына ҡытлыҡ заманында. Шиғырың йырлап торһон өсөн дә ниндәй талант кәрәк бит әле. Бөтәһенә лә ундай бәхет бирелмәгән. Еңел-елпелек, ҡоро рифмаға ҡоролған юлдар бөтөнләй юҡ унда. Киреһенсә, һәр әйткәне, яҙғаны зауыҡлы, зиннәтле, камил. Бәлки, шуғалыр уның үҙ булмышынан да нур бөркөлгәндәй. Ана шул яҡтылыҡ рәхәт кенә итеп уратып ала ла, биҙрәгән күңелеңә тыныслыҡ килтерә. Тормошто яратырға, иркәләнеп йәшәй белергә өйрәтә. Һәр мәктәптә тиерлек өйрәнелгән, йырланған йырҙары яңғыраған һайын тамсылап-тамсылап сабый йөрәгенә тыуған ергә, телгә һөйөү һала, мәңгелек ҡиммәттәрҙе һеңдерә бара. “Сәңгелдәк” тапшырыуының заставкаһында көн һайын яңғыраған, республикабыҙ сабыйҙарының гимнына әйләнгән:
Әлли-бәлли, йом күҙең,
Саҡыралыр йондоҙоң.
Ҡош юлында уйнарһың,
Күңелеңде нурларһың.
Хыялдағы сың-сыңдар
Әйләнер бер ысынға.
Тыуған ерең – аҡ бишек,
Сикһеҙ йыһанға ишек, – тигән һүҙҙәр ҙә Гөлнараның ҡәләменән тамған. Ул үҙе лә ун йылға яҡын ”Тамыр” студияһында бәләкәстәр менән эшләне. Тап шул осорҙа балалар күңелен аңлаған, тойған ижадсы булараҡ асылды.
Сабый күңелле, батыр йөрәкле шағирәнең әйтер һүҙҙәре, еткерер фекерҙәре алда әле. Ул һис кемгә эйәрмәй, бер кемде лә ҡабатламай. Һәр шиғырында – үҙ тауышы, үҙ наҙы, үҙ ҡыңғырауы. Гөлнара Хәлфет­динованың күп ҡырлы ижады, һис шикһеҙ, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына лайыҡ. Уның яҙғандарын ололар ҙа, балалар ҙа үҙ итә, ярата. Киләсәктә лә уның беҙҙе яңынан-яңы әҫәрҙәр менән ҡыуандырасағына иманым камил.

Гөлназ ИШЕМҒОЛОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға