08.11.2013 Күрше хаҡы – тәңре хаҡы
Нурҙиҙә ҡарсыҡтың иртәнән бирле күңеле болоҡһоп торҙо. “Бәлки, кәйефем күтәрелер”, – тип, саф һауа һуларға урамға сыҡҡайны, уға бала саҡта бергә уйнап үҫкән Миңлегөл абыстай осраны.
– Һауғынамы, әхирәткәй! Ҡайҙа былай, утҡа баҫҡан бесәйҙәй, ашығаһың? Әйҙә, инеп, сәй эсеп сыҡ. Бер ҙә килмәй киттең дәһә, – Нурҙиҙә, уны күргәс, хатта ҡыуанып киткән һымаҡ булды.
– Эй, Нурҙиҙәкәйем, балаларға күстәнәсемде илтеп тапшырам да кире боролам. Күршең Фатимала аят уҡыйым.
– Фатима еңгә ҡунаҡ йыямы ни? – Нурҙиҙәнең һорауы һауала эленеп тороп ҡалды, Миңлегөл уны ишетмәйенсә өтәләнеп юлын дауам итте.
Нурҙиҙә ҡарсыҡ уның артынса бер аҙ аптырап торҙо ла, йәһәт кенә өйөнә ҡайта һалып, һандығынан сағыу биҙәкле, балитәкле күлдәген алып кейҙе, сиғандарҙан һатып алған күлдәй кәшмир шәлен ябынды.
– Саҡырыр. Саҡырмай ни, ғүмер буйы ут күрше йәшәнек, һуғыш ваҡытында бергә һыйыр һауҙыҡ. Үҙе лә ҡунағымдан ҡалғаны юҡ, – тип үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә, тәҙрәнән-тәҙрәгә йөрөп, Фатиманың өйөн күҙәтте. Уғаса булмай күрше ҡапҡаға бер машина килеп туҡтаны. Унан төшкән кешеләрҙе байтаҡ таный алмай тороп, күҙлеген кейгәс кенә:
– Ә, ағаһы Нәжметдин әбейе менән икән… – тип башын һелкте.
Тиҙҙән күҙ яуын алырҙай итеп кейенгән, ситектәре тышынан калуштарын ялтыратып, бер нисә ҡатын күршеһенең ҡапҡаһы эсенә инеп юғалды. Уларҙан күп тә ҡалмай, йыуан ҡорһағын һелкетеп, саҡ ҡыбырлап, элекке колхоз рәйесе – “майлы күҙ” бисәһе күренде.
Фатиманың уны ҡапҡа төбөнә үк ҡаршыларға сыҡҡанын абайлаған Нурҙиҙәнең бөтә тәне буйлап эҫе тулҡын бәреп үтте. Хужабикә сөсөләнеп, ахыры, түрә ҡатынына сибек кәүҙәһен һырындырҙы, уның арҡаһынан һөйөп алды ла икәү бергә өйгә инеп тә киттеләр.
Күршеһен көткән Нурҙиҙә тәҙрәһе яңағына таянып байтаҡ торҙо, тик Фатима башҡаса күренмәне.
Йөрәге дарҫлап типкән ҡарсыҡтың сикәһе һытылырҙай булып тулышты. “Ҡан баҫымым күтәрелде, буғай”, – тип ауыр ҡуҙғалып аш бүлмәһенә йүнәлде. Дарыуын ауыҙына ҡабыуына, солан ишеге асылғандай тойолдо. Әллә ҡолағына салындымы?! Нурҙиҙә туйтаңлап ишеккә ташланды. Ишекте шар асып ебәреүенә, бесәйе аяғына һырылып, мырылдап өйгә үтте. Нурҙиҙә үҙе лә һиҙмәҫтән уфылдап, ишеген япты. Дарыу башының ауыртыуын бер аҙ баҫа төштө, әммә ҡалтыраныуы туҡтаманы. Шуға ҡарамаҫтан, ҡарсыҡ түҙмәй, таяғына таянды ла тағы урамға һылтыҡланы.
Ҡунаҡҡа саҡырылмаған Нурҙиҙә быны Фатиманың үҙен кәмһетеүе тип ҡабул итте. Ҡапҡаһы төбөндә бер уңға, бер һулға бағып бер аҙ торғас, башы һуҡҡан яҡҡа ыңғайланы.
…Күҙ асып йомған арала йәш саҡтағы ҡайһы бер ваҡиғалар иҫенә килеп төштө.
Ун ете йәшлек Фатима күрше ауылдан килен булып төштө. Төҫкә-башҡа таҙа ине ул. Йомшаҡ телле, буй-һыны килешле киленде ауыл халҡы тиҙ арала үҙ итеп өлгөрҙө.
Ҡырҡынсы йылдың йәйендә ун дүрт йәшлек Нурҙиҙәне һауынсы итеп эшкә ҡуштылар. Фатима менән ул шунда танышты ла инде. Килендең уңғанлығын маҡтаһалар ҙа, Нурҙиҙәгә уның ҡараштары оҡшап етмәне. Күҙҙәрендә зәһәрлек кенә түгел, хәйләкәрлек тә тойҙо ул саҡта бала күңеле. Тырыш, эшкә күнгән Нурҙиҙә өлкән апайҙарының ярҙамсыһына әйләнде. Фатима ла ҡыҙҙы үҙенең кәрәк-яраҡ йомошона ҡуша ине.
Уйҙарының осона сыға алмай килгән Нурҙиҙә кинәт кенә туҡтаны ла:
– Был Фатиманы бер ҡыҙыҡ итәйем әле, – тип үҙ алдына һөйләнеп, килгән юлынан кирегә боролдо.
Уғаса ҡунаҡтар хужабикәгә рәхмәт уҡып таралыша башлағайны инде.
Нурҙиҙә, бер нәмә лә белмәгәндәй, Фатиманың ҡапҡаһы төбөнә еткәндә, хужабикә абыстайҙы тәмле-татлы һүҙҙәр менән “йыуып” оҙата ине.
– Фатима еңгә, арыуғынамы?
– Һаубыҙ! – тип ҡоро ғына һаулыҡ һорашып инеп китергә ниәтләгән Фатиманы Нурҙиҙә беләгенән эләктерҙе лә:
– Еңгә, уйланып ултыра торғас, беҙҙең “пароль” иҫкә килеп төштө. Һин дә онотмағанһыңдыр?
– Ниндәй “пароль”, ти ул? Юҡсы! – тип, олоғая килә һүрәнләнә төшкән ауыр ҡараштарын ут күршеһенә төбәне. “Күпме ғүмер уҙһа ла, күҙҙәрендә шул уҡ зәһәрлек, хәйләлек”, – тип уйланы уны күҙәткән ҡарсыҡ.
Әбейҙәрҙең әңгәмәһен өйҙән сыҡҡан Нәжметдин бүлде:
– Ә-ә-ә, Нурҙиҙә, һауғынаһыңмы? Нишләп аятҡа инмәнең? – тип күптәнге танышы менән ике ҡуллап күреште. Уңайһыҙланған күршеһенең йөҙөн ҡыҙартмайым тип, Нурҙиҙә:
– Уландарымда булдым, – тип кенә ҡуйҙы.
– Улыңды ишеттем, орден менән бүләкләнгән икән. Маладис!
Үҙен ҡулға алып өлгөргән хужабикә:
– Әйҙә, күрше, ин, аят ашы ашап сыҡ, – тип яҡшатланды.
– Рәхмәт, магазинға тип сыҡҡанмын, ашығам, – тип күршеһенең ҡыҫтауына иҫе китмәгәнен белдереп, юлын дауам итте. Тик оҙаҡ бара алманы, йөрәгенең хәле бөтөүен тойоп, кире өйөнә йүнәлде.
Дарыу эсеп, бер аҙ ятып ял итергә ниәтләгәйне лә, күңелен әлеге “пароль” өйкәне. “Етмеш йыл элек булған хәлде иҫенә төшөрөп дөрөҫ эшләнемме?” – тип күпте кисергән ҡарсыҡ ауыр хистәргә бирелде.
…Ғәмһеҙ үҫмер саҡ. Фатима һөттөң иҫәбен алып бара, феләктәрҙе йыуа. Ә ағаһы Нәжметдин ферма мөдире вазифаһын үтәй. Бер көн һыйыр көтөүсеһе Вәли Нурҙиҙә эргәһенә килеп:
– Көн дә һөт юғала бит. Һин шым ғына күҙәтеп, күҙ-ҡолаҡ булып йөрө әле. Беҙ – комсомолдар бит! Белә ҡалһаҡ, кәрәк ергә “тишербеҙ”, – тип шыбырланы.
Нурҙиҙә үҙенә беркетелгән һыйырҙарҙы һауа ла ҡайтыу яғын ҡарай, ә урлашыу тураһында уйлағаны ла юҡ. Арманһыҙ булғанда уның ҡайғыһымы ни? Әммә Вәлиҙең һүҙе уны һағайтты.
Был хәлдән һуң ике-өс көн үтеүгә һөт тапшырырға килгән ҡыҙҙы Фатима туҡтатып:
– Бөгөн кискә ҡалып, миңә ярҙамлашырһың әле, – тип үтенде.
Киске уйынға сығырға әҙерләнһә лә, Нурҙиҙә ихлас ризалашты. Улар малсылар өйөндә төнө буйы һөт үткәрҙе. Икенсе көнө лә ҡалып май яҙҙылар. Арыған Нурҙиҙәне еңгәһе мейес араһына йоҡларға һалды. Таң алдынан кемдәрҙеңдер шым ғына һөйләшкәненә уянып китте.
– Майың күпме булыр?
– Элеккесә инде, ике феләк тулы.
– Ярай, беҙ ҡуҙғалайыҡ. Мейәс баҙарына барып еткәнсе яҡтырыр.
Ҡыҙ таныны был ят ир тауышын. Фатиманың атаһы ине ул. Бер аҙҙан ашығып Нәжметдин инде:
– Мине һорап килһәләр, ауырый, өйөндә, тип әйтерһең. Мейәс тураһында ләм-мим. Был ҡыҙҙың да ауыҙын майла, – тип, мейес яғына һуҡ бармағы менән төртөп күрһәтте. Иртә менән уянғас та йәш һауынсы:
– Еңгә, төндә кемдәр килгәйне ул? – тип һораны, тирә-яғына ҡаранып. – Майҙы май заводына ебәрҙең дәме әллә? – тип һораған булды.
– Эйе, эйе, оҙаттым. Йә боҙолоп китер, – килен кеше ауыр ҡараштарын уға төбәне. – Нурҙиҙә, ишетһен ҡолағың, һин бында булманың да, май ҙа тасҡаманың!
Йоҙроҡланған ҡулының терһәгенән тотто:
– Был – беҙҙең “пароль”.
Шунан бер аҙ йомшара төшөп:
– Төнө буйы эшләнең, бына һиңә эш хаҡына бер йомғаҡ май, – тип үҙенең ярҙамсыһының бөйөрөнә төрттө.
Фатима йыш ҡына кәрәк саҡта “парол”ен күрһәтте. Төнгө “эштәре” күпме тағы дауам итер ине, билдәһеҙ. Ярай ҙа, көндәрҙең береһендә Нәжметдинде Мейәс юлында май менән эләктерҙеләр. Был Вәлиҙең эше икәнлеген Нурҙиҙә һиҙемләне.
Тиҙҙән һуғыш башланды. Нәжметдинде ултырған еренән штрафбатальонға ебәрҙеләр һәм, күп тә үтмәй, ул, уң ҡулы яраланып, ҡайтып төштө. Йәш килендең был хәлдән һуң дәрәжәһе төшһә лә, бер ҙә бошонманы. Яу яланынан күкрәге тулы орден-миҙалдар менән ҡайтҡан иренең абруйын оҫта файҙалана белде. Башҡа ҡатындар кеүек ауыр эштә бил бөкмәне. Әммә уны йыш ҡына райондан тикшереү менән килгән ҡунаҡтарға өйөндә генә аш-һыу әҙерләргә тәғәйенләнеләр. “Эшләмәй генә колхоз ҡалъяһын имеп ята инде”, – тине ҡайһы бер уҫалдары. Ире өнһөҙ-тынһыҙ кеше булһа ла, эсеп алып, Нурҙиҙәнең ире эргәһенә инә лә йөрәк ярһыуҙарын сисә:
– Их, Батыр, һин бәхетлеһең. Балаларың да ипле, эшсән. Минекеләрҙең бер ҙә генә рәттәре юҡ, ни уҡыуҙан, ни эштән. Бисәң дә үҙең өсөн үлеп бара, ә минеке – киреһенсә. Етмәһә, теге “майлы күҙ” менән ҡосаҡлашып торғандарын күргәндәр. Уныһы ла шәп, мыймылдаҡ бисәләрҙең береһенең дә итәге аҫтына инмәй ҡалмай.
Яугир хатта күҙ йәштәрен дә йәшермәне.
Уйланып ята торғас, Нурҙиҙә йоҡлап ҡына киткәйне:
– Ҡушаға, аятҡа саҡырманы был, тип әллә үпкәләнең инде, – тигән юха тауышҡа уянып китте. – Кисә саҡырайым тип ингәйнем дә, өйҙә булманың. Һиңә аят ашы күстәнәстәрен индерҙем, ауыҙ ит…
– Мин кисә бер ҡайҙа ла сыҡмай ауырып яттым. Үпкәләнеңме, тиһең. Юҡ. Тик түрә ҡатындары эргәһендә, миңә ябай ауыл ҡарсығына, туғыҙ бала тәрбиәләп үҫтергән әсәгә, урын булманы, тип кенә уйланым. Аштан оло булмайым, өҫтәлгә ҡуй. Уҡытҡан аятың ҡабул булһын. Хоҙай белеп ҡылған, аңламай ҡылған гонаһтарыңды ғәфү итһен.
– Нурҙиҙә, әллә рәнйенеңме? “Парол”де лә иҫеңә төшөрҙөң.
Шул саҡ ишек асылды. Нурҙиҙәнең төпсөгө Зөһрә балалары менән килгән икән. Өйҙәге ауыр тынлыҡ балаларҙың шатлыҡлы ығы-зығыһына күмелде. Фатима урынынан тороп, шым ғына сығып китте. Тиҙҙән ҡала ҡунаҡтары сәй эсергә ултырҙы. Өләсәй ейәнсәрҙәрен һөйөп:
– Әлдә, балаҡайҙарым, һеҙ бар әле, – тип әле береһен, әле икенсеһен күкрәгенә ҡыҫты. Бер аҙ уйланып ултырғас:
– Һеҙҙең килеүегеҙ бик яҡшы булды әле. Иртәгә атайыңдың йыллығын уҡытам, пенсия ла алдым. Иң беренсе Фатима әбейеңде саҡырып сыҡ. Күңеле бигерәк кителеп йөрөй. Ҡайғырмаҫлыҡ та түгел шул, ике улы бер-бер артлы эсеп мәрхүм булды. Ҡыҙҙары ла ирҙән иргә йөрөй. Таяныс булырҙай ғәзиздәренең рәхәтен күрмәне шул. Исмаһам, күңеле күтәрелер. Күрше хаҡы – тәңре хаҡы, – тип изге хәстәргә күмелде Нурҙиҙә.
Әҡлимә САФИНА.