08.11.2013 Үәт, ҡыҙыҡ!
Өс чукча «Мөғжизәләр яланы»на уйнарға килә.
– Бөгөнгө уйындың темаһы – музыкаль инструменттар. Биш хәрефтән торған һүҙ.
Беренсе чукча барабанды әйләндерә:
– «Б» хәрефе.
– Ундай хәреф был һүҙҙә юҡ, – ти алып барыусы.
Икенсе чукча әйләндерә:
– «Б» хәрефе.
– Юҡ, – ти алып барыусы.
Өсөнсөһө әйләндерә лә:
– Тотош һүҙҙе әйтергә мөмкинме? Бубен, – ти.
* * *
– Ни өсөн әле һин бөгөн төндә миңә Надя тип өндәштең? – ти ҡатыны.
Ир, уйланып:
– Надя? Надя… Хм. Ә-ә-ә! Ышанаһыңмы, юҡмы, төшөмдә үҙемде Ленин икәнмен тип күрҙемсе, – ти.
* * *
Ҙур магазинда ҡатын-ҡыҙҙарҙың эске кейеме күргәҙмәһе бара. Зифа буйлы һылыу манекенщицалар тегеләй-былай йүгерешә.
Ирле-ҡатынлы залда тамашасылар араһында ултыра. Ир ҡыҙҙарҙан күҙен ала алмай.
Ҡатыны:
– Етер инде, әйҙә киттек бынан. Был ҡыҙҙар һинең өсөн түгел. Үҙеңде көҙгөнән ҡарағаның бармы? – ти.
– Һин бөтөнләй шым ғына тор, алты бала әсәһе, – ти ире, асыуланып.
– Юҡ, һин үҙең шым тор, дүрт бала атаһы, – тип ысҡындыра ҡатыны.
* * *
– Ҡыҙым, – ти әсәһе, – өс ай элек һин бер йәш егетте, буласаҡ кейәүегеҙ, тип таныштырғайның. Ҡасан өйләнешәһегеҙ һуң?
– Тиҙҙән, тип уйлайым, әммә бер үк ваҡытта түгел… – ти ҡыҙ.
* * *
Ире – ҡатынына:
– Беләһеңме, ҡәҙерлем, һиңә шуны әйтергә тейешмен. Минең икенсе ҡатыным барлыҡҡа килде, юҡ, юҡ, элеккеһе түгел.
* * *
Ире командировканан ҡайта. Ишекте тиҙ генә аса ла өйгә осоп тигәндәй килеп инә. Шкафты аса – берәү ҙә юҡ. Карауат аҫтын ҡарай – бер кем юҡ. Балконға йүгерә, ваннаға ташлана – буш. Аш-һыу бүлмәһенә инеп, өҫтәл эргәһенә барып ултыра ла, күңелһеҙ генә:
– Ҡартаяһың, бисәкәй, ҡартаяһың, – ти.
* * *
Хеҙмәткәр етәксеһенә инә лә:
– Үтенеп һорайым, эш хаҡымды арттырығыҙсы. Юғиһә минең менән әллә ҡасандан бирле өс ойошма ҡыҙыҡһына.
Етәксе аптырап ҡала һәм:
– Сер булмаһа, ниндәй ойошмалар һуң? – ти.
– Торлаҡ хужалығы, телефон һәм электр тоташтырыу селтәре, – ти ир.
* * *
Ире оҙайлы командировканан ҡайта. Ҡатыны һөйәрен шкаф эсенә йәшерә лә, бер нәмә булмағандай аш-һыу бүлмәһенә сығып китә.
Ә ире тиҙ генә телевизорҙы тоҡандырып, футбол ҡарарға ултыра.
Ҡатыны:
– Ҡәҙерлем, ҡара әле, тәрилкәне яңылыш иҙәнгә төшөрҙөм, ә ул хатта сатнаманы ла, был бит мөғжизә, – ти.
– Тапҡанһың мөғжизә, – тип ҡысҡыра ире бүлмәнән. – бында бына ысын мөғжизә: һул ярымһаҡсыны уйындан сығарҙылар, ә ул ярым яланғас килеш минең эргәмдән үтеп китте...