«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » ШИҒРИӘТКӘ ҺЫУҺАҒАНДАР БАРМЫ БЕҘҘЕҢ АРАЛА?!.



01.11.2013 ШИҒРИӘТКӘ ҺЫУҺАҒАНДАР БАРМЫ БЕҘҘЕҢ АРАЛА?!.

ШИҒРИӘТКӘ ҺЫУҺАҒАНДАР БАРМЫ БЕҘҘЕҢ АРАЛА?!.Оҙаҡ эҙләп йөрөһәләр ҙә, шиғри һүҙгә һыуһағандарҙың кире боролоп ҡайтып китмәйенсә, Өфөләге “Гудзон” антикафеһына ХХI быуат шағир­ҙары Салауат Әбүзәров һәм Зөлфиә Ханнанова менән осра­шыу­ға талпынып килеп еткәне күренеп тора ине. Әле бындай форматта шиғыр һөйөүселәрҙең осрашҡаны юҡ, әммә көндән-көн шиғриәткә ылығыусылар кәмей бит, тигәндә, киреһенсә, миңә шиғри һүҙгә табынып ҡарағандар артҡандан-арта бара төҫлө тойола. Ана, интернет селтәренә генә инеп ҡарағыҙ: башҡорт шиғриәтенә бағышланған сайттар­ҙың, төркөмдәрҙең һаны ғына ла йөҙҙән ашҡан.
Осрашыуға Зөлфиә лә, Салауат та яңы шиғырҙарын тейәп килгәйне, әммә сәй эскән арала был “күстәнәстәр” тиҙ генә “йотолдо” ла бөттө. Ҡунаҡтар кисә хужаларынан исемләп атап, айырым шиғырҙарын уҡыуҙарын һораны, фекерҙәрен әйтте, бөгөнгө башҡорт шиғриәте хаҡындағы уйланыуҙары менән уртаҡлашты. Башҡорт аулағында ике сәғәт барған байрамдың нисек үтеп киткәне лә һиҙелмәне. Авторҙар шиғыр һөйөүселәрҙе уйландырҙы ла, йылмайтты ла, хатта илатты ла. Һүҙ сәнғәте үҙ маҡсатына өлгәште: ҡунаҡтар, күңелдәре асылып, таҙарынып ҡайтып китте.
Ошо хаҡта сараны ойоштороусылар ҙа үҙ сайттарында фекерҙәре менән уртаҡлашты. “Салауат Әбү­зәр, Зөлфиә Ханнанова менән “мун­са индем” тип атаған мәҡәләһен “Шонҡар” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин:
“... Ике сәғәт буйы йәнемде таҙарттым, ике сәғәт буйы күңелемде ҡанатландырҙым… Шағир­ҙар “Салауат Әбүзәр менән Зөлфиә Ханнанова үҙҙәренең яҡты, саф донъяһына мине лә, башҡалар­ҙы ла шиғыр-арҡандары менән тормош мәшәҡәттәренән, йәмғиәт кәрәкмәгәнлектәренән арындырып тартып өҫкә мендерҙе. Бейеккә. Йәнем иҙрәне. Йәнем көлдө. Йәнем иланы ла унда.
Таң да атты. Ҡәҙимгесә көн дә тыуҙы. Ер, бәлки, туңдыр. Бик иҫем китмәй, аҫҡа төшмәгәнмен әле… Бөгөн дә”.
“Ватандаш” журналының баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев бына нимә тип яҙып сыҡты үҙенең интернеттағы сәхифәһендә: “Эшләпәм юҡ сисергә, талантың алдында саллана башлаған башымды эйәм, Салауат! Зөлфиә, һиңә ҡарата ихтирамымдың ихтирамдан ҙурыраҡ икәнен аңлайһыңдыр... Һеҙҙең менән бер осорҙа йәшәп, аҙ-маҙ ижад итә алыуым менән ғорурланам! Өфөлә йәшәүселәр, был видеоларға лайк ҡуйып йонсомағыҙ, зинһар. Һеҙҙең эшегеҙ күп, ваҡытығыҙ юҡ бындай шиғриәт өсөн. Ваҡытығыҙ булһа, кисәгә килер инегеҙ... Рухиәт үлә, тел бөтә, тип тә яр һалмағыҙ... Ә башҡалар, тыңлағыҙ... Тыңлағыҙ һәм ишетегеҙ...” Эйе, кисәгә килә алмағандар өсөн Азамат шағир­ҙар­ҙың ике шиғырының видеояҙмаһын тәҡдим итте. Әммә тере шағир менән осрашыу, уның үҙенең энергетикаһы менән һуғарыл­ған тауышын ишетеүгә етәме ни инде ул?!
Әйткәндәй, кисә хаҡында мәғлүмәт тик интернет селтәре аша таратылды, әммә, танылған шағир­ҙар, журналистар менән бергә, сараға йәштәрҙең дә килеүе бик ныҡ ҡыуандырҙы. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыусы йәш ғалимдар, ҡаҙаҡ егеттәре лә үҙҙәренең сығышы менән сараның абруйын күтәрҙе. “Башҡорт өләңдәре бик оҡшай беҙгә”, – тине Мерей Ерсайынулы менән Данияр Избасаров.
Бына шулай, йәмәғәт, шиғыр тыңлағығыҙ килһә, киләһе осра­шыу­ҙың иғланын күҙәтеп барығыҙ. Башҡорт шиғриәте менән башлан­ған кисәлә милли зыялыларҙың барыһын да тип әйтмәйек, әммә ысын сәнғәткә тоғроларын бик күрге килә.

Лариса АБДУЛЛИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға