«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Әсәләр көтә улдарын



25.10.2013 Әсәләр көтә улдарын

Әсәләр көтә улдарынСираттағы һөжүм барышында Миңлеғәле немец минаһының көслө шартлауынан аяҡтарының ерҙән айырылғанын ғына тойоп өлгөрҙө. Кәүҙәһе, ғәҙәттәгесә, һаҡланыу инстинктына бирелеп, үҙенән-үҙе тирә-яҡҡа һибелгән үлемесле ярсыҡтарҙан ҡасыр­ға маташты, шулай ҙа һалдат, фашист ҡоралының утлы киҫәктәрен эләктереп, тупраҡҡа йөҙтүбән барып төштө. Шартлау тулҡыны юлындағы тағы ла бер нисә һалдатты ергә һеңгәҙәтә һуҡты ла, үҙенең артынан өҙгөләнгән кәүҙәләр өҫтөнә ҡара тупраҡ һибеп, күптәрен ер менән тигеҙләне. Ошондай шартлауҙар бер-бер артлы ҡабатланды һәм дәррәү генә башланған һөжүмде тонсоҡтороп, бөтә яу яланын теткеләп сыҡты. Снарядтарға эләкмәгәндәрҙе дошмандың ҡалҡыулыҡта ныҡлы урынлашып алған дзоттары иркенләп сүпләне. Мөғжизә менән генә иҫән ҡалған башҡа һуғышсылар ергә һылашып, артҡа, үҙ окоптарына табан сигенергә тырышты.
– Әсәй… – тип ыңғырашты шаңҡыған Миңлеғәле. Йәш һалдаттың башы шаулай, ер түңкәрелеп барғандай, ҡолаҡтары тонған, гүйә тупраҡ нышып тултырылғандай. Ул бите менән ерҙе һөрөп барып төшкәйне, шул килеш күҙҙәрен асырға теләне, әммә күҙ ҡабаҡтарына, әйтерһең, ҙур таш аҫып ҡуйғандар, көскә ҡыбырлатты, ниһайәт, тырыша торғас, ҡарашы һуғыш барған украин яланының һарғайған үләнен шәйләне. Зиһене асылһа ла, оҙаҡҡа барманы, эсен аҡтарып күңеле болғанды, ҡабат күҙ алды ҡараңғыланып, бер аҙға аңы томаланды. Ҡараңғылыҡ уны бәүелтеп, берсә упҡынға быраҡтырҙы, берсә күктәргә сөйөп, шундағы йондоҙҙар араһынан йөрөттө, һаташтырып, күптән күрмәгән тыуған ауылы өҫтөнә осорҙо… Уларҙың ауыл осондағы туҙанлы арба юлынан ташлы оло юлға табан әсәһе йүгерә. Аҡ яулығын болғай-болғай йүгерә. Шатлығы ҙур уның: улы һуғыштан иҫән-һау ҡайтып килә. Ҡатындың ҡыуанысынан аяҡтары ергә теймәй, ләкин оло юлға еткәс кенә шунда ятҡан таш остоғона эләгеп, тәкмәсләп китте.Туҙанды борҡотоп йәпһеҙ йығылды, тубыҡтары, терһәктәрен һыҙырып барып төштө. Әсә бар булмышын биләп алған шатлыҡтан әсе ауыртыуҙы һиҙмәне, йөҙөнән йылмайыуҙы юғалтмай, еңел генә тороп баҫты ла артабан йүгерҙе. Ул туҡтауһыҙ яулығын болғай, тәрән ярылған яраларҙан ҡан һыҡрауын һиҙмәй ҙә…
– Әсәй, әсәкәйем… – Миңлеғәленең кипкән ирендәре ҡәҙерле һүҙҙәрҙе ҡабатлай.
Башы туҡтауһыҙ әйләнә, ер менән күк тоташып, бөтә ғаләмдең аҫты өҫкә килгәндәй һалдатҡа.
– Миңлеғәле! Миңлеғәле! – Һалдаттың ҡолаҡтарындағы көслө геүләү аша таныш тауыш ишетелгәндәй.
– Әсәй, мин бында… – тип һаташты контузия алған яралы. Ул үҙен-үҙе белмәй, ауыҙына тулған ҡан ҡатыш тупраҡты көскә теле менән этеп сығарып төкөрөндө.
– Миңлеғәле! – Кемдер уның яурынынан һелкетә. Яралы яйлап иҫенә килде.
Ыңғыраша-ыңғыраша салҡан әйләнде егет, шул ваҡыт аяғының ҡаты ауыртыуын тойоп, әкренләп ысынбарлыҡҡа ҡайта башланы.
– Иҫеңә кил! – тине баяғы тауыш. Ул тауыш тәрәндән, ер аҫтынан ишетелгәндәй, берсә күк көмбәҙе артынан яңғырағандай. Ана, шул күм-күк күктән әсәһе ҡарап тора, эйе, ана, йылмая, улына табан ҡулдарын һуҙа. Миңлеғәле лә уға табан ынтылмаҡсы булып, күҙҙәрен асты. Ләкин әсәһенең йөҙө урынына томан араһынан тәүҙә һалдат каскаһын төҫмөрләне, шунан шул каска аҫтындағы ҡыҫыҡ күҙҙәрҙе таныны: “Торсонбай...”
– Ес жина! – тине үҙенсә Торсонбай һәм ҡаҙаҡса-урыҫсалап һалдаттың башын һаҡ ҡына аҫҡа баҫты. – Жат. Дзоттары етмәгән, дошман яғынан снайпер эшләй. Басты көтөрмепин… Беҙҙең бәхеткә, үлән бейек, күптән сабылмаған.
– Атака… Атака барып сыҡтымы? – Миңлеғәле үҙенең тауышын үҙе таныманы, уртына һылашҡан тупраҡтан телен саҡ әйләндерә алды. Ул башын ситкә бороп, тағы төкөрөндө, ҡулын хәлһеҙ күтәреп, танауынан аҡҡан ҡанды һөрттө.
– Атака тонсоҡто, – тине Торсонбай. – Йәнә ҡырылдыҡ…
– Һигеҙенсегә… – Яугир, әллә яраһы һыҙлауынан, әллә йәне ғазапланыуҙан йөҙөн йәмһеҙ боҙоп, күҙҙәрен йомдо. – Һигеҙенсегә мәғәнәһеҙ һөжүм…
Ул арала немец пулеметы, сигенеүселәр­ҙе сүпләп йонсоғандай, йыбанып ҡына тағы бер-ике тыҡылданы ла тынып ҡалды. Минометтары ла, үҙҙәренең көслөлөгөн иҫбатлар өсөн генә, моғайын, өс-дүрт минаһын һыҙғыртып осороп, һөжүм яланында шартлатты һәм бәрелеш тамамланыуын белдереп, башҡа өндәшмәне. Уларҙың үҙенсәлекле ухылдаған тауышы фронт өҫтөндә байтаҡ яңғырап торҙо, шунан теләмәгәндәй йыбанып ҡына алыҫтарға китеп юғалды. Яҡында ғына үлемесле яраланған һалдаттарҙың ыңғырашыуы, ярҙамға санитарҙарҙы саҡырыуҙары ишетелде. Шул үлем менән көрәшкән яралыларға ярҙамға ташланған санитаркаларҙы баяғы снайпер­ҙар тиҙ арала ергә һылаштырҙы. Бәғзе үҙ һүҙлеләре яралыларға барып еткән ерҙән үлемдәрен шунда тапты. Ҡаты яралылар ғүмерҙәренең аҙаҡҡы минуттарын ғазаплы тартыш ҡосағында үткәрергә дусар булды.
– Минең аяҡты пулемет теткеләне, ай-бо-ой, һөйәкте онтаған ғуй… – Торсонбай ятҡан килеш хәрәкәтһеҙ һул аяғын үҙенә табан тартты. Уныһы гүйә сит кеше аяғы, бәлкелдәп, хужаһының артынан теләмәй генә эйәргәндәй. – Һинең итеккә лә ҡан тулған, башҡа ағзаң теүәл күренгәндәй, әйҙә, үҙебеҙҙең яҡҡа шыуышайыҡ. Әкренләп жылжы. Кемдәндер ярҙам көтөп булмай…
Миңлеғәле ыңғыраша-ыңғыраша һул яғына ятты, каскаһын күҙҙәренән күтәреңкерәп сәнсеп һыҙлаған аяғына күҙ һалды. Кирза итегенең айырылып төшкән ҡунысынан ҡып-ҡыҙыл ҡан һыҡрай, ҡан аяғы аҫтында ҡалған винтовкаһының прикладына аға. Ул винтовкаһының көбәгенән эләктереп, үҙенә тартты һәм яман ауыртыуҙан ҡысҡырып ебәрҙе. Бер мәлгә генә иҫен юғалтҡандай булды.
– Тс-с-с, – тине Торсонбай, ҡабаланып. – Фриц тауыш ишетелгән тәңгәлгә пулеметтан һиптерә башлай торған. Күпме ауыртһа ла, бирешмә, иң мөһиме, аңыңды юғалта күрмә…
– Рус капут, ха-ха-ха! – Дошман позицияларына тиклем ҡәҙимге алыҫ ара булһа ла, ҡәнәғәт немецтарҙың ҡыуанышып һаһылдағаны хатта контузия алғандарға ла ап-асыҡ ишетелде. Эйе, фашистарҙың шатлығы эстәренә һыймай, сөнки туҡтауһыҙ ут сәскән пулеметтарға ҡаршы бер ниндәй тактикаһыҙ ташланған роталарҙы улар кинәнеп ҡыра. Рустар яғынан ҡылынған бындай ахмаҡлыҡҡа немец та аптырай. Әйтерһең, психик атака. Көлә немецтар. Рустарҙың һан менән генә алдырғанына өйрәнеп бөткән улар. Сталиндың тәжрибәле командирҙар­ҙы һуғышҡа тиклем үк аттырып бөтөргәнен Геббельс пропагандаһы һәр ябай һалдатҡа тиклем еткергәйне. Бына хәҙер ҡайһы бер һәләтһеҙ ҡалдыҡтар хатта дивизиялар өҫтөнән командалыҡ итә, һан менән алдыра.
Ҡаҙаҡ яугирына йәнәш аҡтыҡ көсөнә шыуышҡан Миңлеғәленең контузия алған башын бер туҡтауһыҙ бер үк һүҙҙәр сүкей: “Мәғәнәһеҙ һөжүм. Мәғәнәһеҙ һөжүм”. Был файҙаһыҙ һөжүмдәрҙең кем тарафынан ойошторолғанын бөтә батальонда бер Миңлеғәле генә беләлер. Ирекһеҙҙән ике командирҙың һөйләшкәнен ишеткәйне шул. Һөжүм башланыр алдынан төндә блиндаж-штабта ҡарауылда торғайны. Шунда ишетте ул ике иҫерек командирҙың һүҙ көрәштергәнен. Күрше батальондан уларға ҡунаҡҡа, спирт эсергә командирҙары килгәйне. Шунда иҫерек комбат, бәхәсләшеп, күршеһенең өҫтөнә менә яҙҙы:
– Бына күрерһең, ошо ҡалҡыулыҡты мин бер ниндәй артиллерияһыҙ, ярҙамһыҙ, үҙемдең пехотам менән генә аласаҡмын! – тип ул ҡараңғылыҡ эсендә йәйрәп ятҡан ялан яғына төрттө. – Хатта миңә танкылар ҙа кәрәкмәй!
– Тимәк, үҙеңде күрһәтеп үрләргә уйлай­һың, – тип, тегенеһе юрамал үсектерә, сөнки был ҡалҡыулыҡта уның эше юҡ, майор­ға айырым бойороҡ бирелгән, уның батальоны төптө икенсе яҡҡа хәрәкәт итә.
– Үрләһә?! – ти ҡупыҡ командир, башын өҫкә сөйөп. – Мин генерал булмаҫлыҡ кешеме? Аҙаҡҡы һалдат ятып ҡалғансы ҡуймаясаҡмын, әммә ҡалҡыулыҡты аласаҡмын!
Ул төндө йәш һалдат спирт эсеп алйыған икәүҙең һүҙҙәренә әллә ни әһәмиәт бирмәгәйне. Әле бына ҡанһырап артҡа шыуышҡандарында шул төн иҫенә төштө. Ҡаҙаҡ иптәше лә, уның уйҙарын һиҙгәндәй, көсөргәнештән тамырҙары бүрткән бите буйлап буй-буй аҡҡан бысраҡ тирҙе һөрттө лә асыуланып һөйләнде.
– Уйлайым-уйлайым да, төшөнмәйем, артиллерия нимә көтә һуң? Яҡында ғына бер дивизион тора ла баһа!
– Комбат… Батальон командиры… – Миңлеғәле, саҡ тын алып, әйтеп еткерә алмай аҙапланды. Ул ҡалтыраған ҡулдарын көскә тыңлатып биленән фляжкаһын ысҡындырҙы, ғолҡолдатып һыу уртланы, шунан һелкетеп ҡалғанын самалағас, Торсонбайға һуҙҙы. – Мә, эс… Батальон командирының бәхәсе… Шуға артдивизионға хәбәр итмәй… Начальствоны шаҡ ҡатырмаҡ уйы…
– Ах, шайтан! – Торсонбай шунда уҡ аңланы, асыуынан усына эләккән үләнде төбө-тамыры менән йолҡоп алды.– Әйтәм, бая алтынсы һөжүмдән һуң беҙҙең ротный тегенең яғаһынан алырға итә! Ниместән ҡурҡыныс бит ул бәндә! Ундайҙарҙы беҙҙә осло ҡаҙыҡҡа ултырталар!
Һәр кем үҙ уйына батып артабан шыуышты. Ҡара тупраҡҡа бармаҡтарын батырып, ҡаты үлән һабаҡтарына йәбешеп кәүҙәләрен һөйрәй торғас, был икәүҙең хәле бөттө, винтовкалары ла артыҡ әйбер­ҙәй һәр төпһәгә эләгә. Күпте күргән ҡаҙаҡ бик бирешеп бармай, ул Миңлеғәленән күпкә өлкән, тәжрибәле һуғышсы. Миңлеғәлене һуғышҡа алғандарында әле ун һигеҙе лә тулмағайны. Яңы егет ҡорона инеп барған сағы, әле мыйығы ла сыҡмаған, йәғни шыйыҡ сыбыҡ. Һуғышҡа оҙатҡандарында ҡайғыға батҡан әсәһе, ябыҡ улының ослайып торған янбаштарын һыйпап, башынан ҡосаҡлап илағайны: “Әле малай ғынаһың, балаҡайым, ни кәүҙәң юҡ, эй, Аллам, бер йүнле ризыҡ күрмәй үҫтең шул, иҫән-һау ғына әйләнеп ҡайтырға насип булһын инде…” Көйә әсәһе, сөнки берҙән-бере ул уның. Утыҙ өсөнсө йылғы аслыҡта ҡатындың бөтә ғаиләһе ҡырылды. Шул һыуыҡ ҡыш Миңлеғәленең атаһы ла, тапҡанын балаларына еткерәм тип, таҡы-тоҡо аҙыҡҡа ҡағылманы, тағы ике улы, бер ҡыҙы менән февраль төнөндә яҡты донъянан китеп барҙы. Ниндәйҙер мөғжизә арҡаһында, бәлки, Хоҙай шулай ҡушҡандыр, күтәртә яҙып, әсәһе менән Миңлеғәле март айының ҡара еренә аяҡ баҫты.
Бер аҙыраҡ шулай аршинлап шыуышҡас, Торсонбай иптәшенә күҙ һалды ла сүл бүреһе олоғандай тауыш сығарҙы:
– Ай-бо-ой! Ҡаның бөтөп бара ғуй! Сырайың ап-аҡ!
Күпте күргән һуғышсы өйрәнелгән хәрәкәттәр менән штык-бысағын ҡынынан һөйрәп сығарҙы ла гимнастеркаһының итәген телеп ебәрҙе.
– Мин дә инде, нимә уйлағанмын… – тип, урыҫтарса әсе һүгенеп алды. – Ҡана, аяғыңды ошо менән быуайыҡ, юғиһә күп ҡан юғалтыуҙан окоптарға ла барып етә алмаҫһың…
Торсонбай арҡыры төшөп, Миңлеғәленең балтырын әлеге гимнастерка киҫәге менән һығып бәйләп ҡуйҙы.
– Бына шулай… Аяғың һынғанға оҡшаған, итен мина ярсығы умырған, һеңерҙә генә эләгеп тора, буғай… Түҙ, барып етһәк, йүнәтерҙәр… Ә мин… Мин үҙемдең хәлде беләм, минең ҡан тиҙ төйөрләнә, – тип өҫтәп ҡуйҙы, хәрәкәтһеҙ аяғына ымлап.
Артабан үткән минуттар сәғәттәрҙәй тойолдо. Ике яҡ позиция ла тынып ҡалды, немецтар үҙ көстәренә ышанып ял итә, моғайын, ә беҙҙең роталар яңы һөжүмгә көстәрен барлай. Ниндәйҙер ҡурҡыныс алдынан була торған тынлыҡ, тик алыҫта ғына канонада тауыштары урыҡ-һурыҡ ишетелеп ҡала. Тағы, онотҡанда бер яңғыҙ пуля аҙашҡандай сикә ситендә генә һыҙғырып ҡуя, күрәһең, немец снайперы, тирбәлгән үләнде шәйләп, шул тирәне ҡапшай.
Үҙебеҙҙең окоптарға барып етергә байтаҡ ара бар. Шыуышып немец снаряды шартлау­ҙан хасил булған соҡорға төштөләр. Дөрөҫөрәге, Торсонбай алдан имгәкләп, көскә Миңлеғәлене һөйрәп алды. Ах та ух килеп, йәтешләп ятыуҙарына ҡаҙаҡ яугиры иләмһеҙ тауыш сығарып, артҡа сигенгәндәй итте. Уларҙың танау төбөндә генә билдәһеҙ һалдаттың өҙөлгән ҡулы һаман да һерелдәп ята ине. Ҡул терһәктән өҙөлгән дә бер аҙыраҡ күмелгән, тәү ҡарашҡа шул ҡулдың хужаһы тупраҡ аҫтында ята кеүек. Ҡаҙаҡ та шулай уйлағандыр, ҡапыл ҡулды тартып алды, әммә өҙөлгән урындан тамған аҡтыҡ ҡанды күреп, йәшен тиҙлеге менән юҡҡа сыҡҡан һалдат ҡалдығын балсыҡ араһына тыҡты. Йөҙөн йәмһеҙ боҙоп, Торсонбай алыҫта, окоптар артында урынлашҡан блиндаж-штабтың бүрәнәләренә ҡарап алды ла, Миңлеғәлегә эйелеп, күҙҙәренән зәһәр осҡондар сәсрәтте, шунан теш араһынан ыҫылданы.
– Ана, күрәһеңме, шунда теге ҡәбәхәт! Һөжүмгә лә бармай бит әле үҙе! Әлеге ваҡытта эшлекле ҡиәфәттә блиндаж тишегенән нимес яғын байҡайҙыр әле! Һин йәшһең, күҙең үткер булырға оҡшаған, байҡа әле…

Сабит ФАЗЛЫЕВ.
(Дауамы бар).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға