«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



25.10.2013 Үәт, ҡыҙыҡ!

Бер ҡатын күршеһенә зарлана:
– Һинең өс улың көн һайын минең баҡсама төшә.
– Эй, Алла! Дүртенсеһе ҡайҙа йөрөй икән инде?!

* * *
Һин танылған уҡыу йорто профессорымы? 4-се синыф уҡыу­сыһы менән дәрес әҙерләп ҡара. Үҙеңдең шыр наҙан икәнеңде аңларһың…

* * *
Максим Галкин тотҡан алтын балыҡ: «Бар-бар, юлыңда бул, һинең ҡарсығың былай ҙа бай йәшәй».

* * *
Ресторанда:
– Мин һеҙгә килтергән балыҡты тиҙ генә ашап ҡуйығыҙсы, – тип ялбара официант оҫтәл артында ултырған иргә.
– Яҡшы-яҡшы, ә нимә булды, нимәгә шулай хафаланаһығыҙ? – тип аптырай ир.
– Ана бит, санитар инспекция хеҙмәткәрҙәре килеп инде.

* * *
Әгәр ҙә яратҡан ҡыҙығыҙға нимә бүләк итергә белмәһәгеҙ: «Һиңә бүләкте күптән алдым инде, ул нимә тип уйлайһың?» – тип һорағыҙ. Һәм ул теләгәндәрен һанай башлаясаҡ.

* * *
Ире аш-һыу бүлмәһенә инә. Ҡатыны кәтлит ҡыҙҙыра. Ир:
– Һаҡ бул! Тоҙ һибергә онотма! Тоҙҙо артыҡ күп һалма! Боросла! Боросо күп булмаһын! Май һалдыңмы? Кәтлиттәреңде әйләндер! Яндыра күрмә!
Ҡатыны иренә аптырап ҡарай ҙа:
– Һинең менән нимә булды? – ти.
– Бына хәҙер һин машинала эргәмдә ултырғанда, мин руль артында үҙемде нисек тойғанымды аңлағанһыңдыр.

* * *
Юлда «Мерседес» машинаһы туҡтап ҡала. Ҙур тығын барлыҡҡа килә. Водителдәр ҡот осҡос итеп сигнал бирә. Шул саҡ һүнгән машинанан иҫ киткес матур кейенгән һары сәсле сибәр ҡыҙ сыға ла беренсе торған машина эргәһенә килә һәм:
– Эй, йәш кеше, минең «Мерседес» менән нимә булды икән, ҡарамаҫһығыҙмы? Ә мин ул арала һеҙҙең машинала сигнал биреп ултырырмын, – ти.

* * *
Әгәр ҙә ир кеше, өйҙә мин үҙем хужа, ти икән, тимәк, ул өйләнмәгән. Ул ғына ла түгел, хатта уның бесәйе лә юҡ.

* * *
Ул шул тиклем ялҡау ине, хатта донъя ҡорғанда ла ауырлы ҡатын­ға өйләнде…

* * *
Беҙҙең кешеләрҙе алдында сиратта торғандарҙың кәмеүе түгел, ә артында теҙелеүселәр­ҙең артыуы ҡыуандыра.

* * *
– Буласаҡ ҡыш хаҡында беҙҙең чиновниктар нимә һөйләй?
– Бер нәмә лә һөйләмәй! Шым ғына сумаҙандарын тултыра!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға